Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Алкоголь һәм спиртлы продукция етештереүҙе көйләү тураһында 46-сы законға үҙгәрештәр индерелә.
Документ алкоголь етештереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың устав капиталына талаптарҙы үҙгәртә. Хәҙер бындай компанияларҙың минималь устав фонды 10 түгел, ә 100 миллион һум булырға тейеш.
Бындай ойошмаларҙың саф активтары хаҡының 100 миллион һумдан түбән төшөүе лицензияны суд тәртибендә ғәмәлдән сығарыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ.
2025 йылдың июленән Рәсәйҙә этил спирты етештереү менән шөғөлләнгән компанияларҙа етәкселек итеү һәм яуаплы вазифалар биләү тыйылған физик шәхестәр исемлеге барлыҡҡа киләсәк. Абруйы ҡәнәғәтләнерлек түгел тип табылған физик шәхес биш йылға исемлеккә индереләсәк. Суд ҡарары буйынса исемлектән ваҡытынан алда сығарыу мөмкинлеге бар.
Этил спирты етештереүселәре, закон үҙгәрештәренә ярашлы, ирекле берләшмәләр төҙөй ала. Ойошмалар тармаҡта эш стандарттарын әҙерләйәсәк һәм был стандарттарҙың үтәлешен контролдә тотасаҡ.
Законда яҙылған үҙгәрештәр, ҡайһы бер положениеларҙан тыш, 2024 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инә.