-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Март , 21:11

Яҡташтарыбыҙ фатирлы булды!

«Магнитогорск – Рәсәйҙең ҡорос йөрәге» викторинаһының төп призына Байым ауылынан Вәғиз һәм Гөлсиә Әхмәтовтар лайыҡ булды. 

Яҡташтарыбыҙ фатирлы булды!
Яҡташтарыбыҙ фатирлы булды!

Вәғиз 2022 йылда өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Ялға ҡайтҡан мәлендә өйҙә ғаиләһе менән викторинала ҡатнашырға ҡарар итә. Көтөлмәгән яҙмыш бүләге геройҙы хәрби часкә ҡайтып барғанда уҡ таба. Үҙ бәхетенә шунда уҡ ышанмай.

Сертификат алыу өсөн «Магнитогорский рабочий» гәзите редакцияһына геройҙың ҡатыны Гөлсиә килә. Ул ире 2022 йылда мобилизацияланғандар араһында фронтҡа киткәнен һөйләне. Быға тиклем «Ашығыс ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләй. Гөлсиә  үҙе лә шунда уҡ шәфҡәт туташы эшләй, хәҙер ул бала ҡарау буйынса отпускыла. Ғаилә Магнитогорскиға ике йыл элек Әбйәлил районынан күсеп килгән. 

- Миңә ирем шылтыратты, беҙ фатир отҡанбыҙ, тип хәбәр итте. Тәүҙә ышанманыҡ, эфирҙы яңынан ҡараныҡ, - тип йылмайып һөйләй ҡатын.

Ҡәҙерле сертификатты ҡыҙға ҡала Ветерандар Советы рәйесе Александр Макаров тапшырған.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: