Һәр ғаилә 25 йыл дауамында бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем шәхси йорт төҙөү өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, ихата ҡаралтыларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә. Мәҫәлән, шәхси йортто ремонтлауға, реконструкциялауға һәр ғаилә биш йыл дауамында бер тапҡыр — 25 кубометрға тиклем эшлекле ағас (дөйөм әҙерләү күләмендә ылыҫлы ағастарҙың 40 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш), шулай уҡ йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә — 50 кубометрға тиклем ағас алырға мөмкин. Йорт яны ҡаралтыларын ремонтлауға халыҡ шулай уҡ өс йыл дауамында бер тапҡыр 15 кубометрға тиклем ағас алырға була. Ә шәхси йортто йылытыу йәки утын өсөн йыл һайын 20 кубометрға тиклем япраҡлы ағас бирелә.
Ағас урман хужалығында сират буйынса бүленә. Сираттан тыш ағас алыу хоҡуғына тәбиғәт афәттәре һәм янғындар һөҙөмтәһендә мөлкәте (торлаҡ йорто йәки башҡа ҡоролмалары) зыян күреүселәр эйә. Был осраҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан бирелгән белешмә булырға тейеш.
Кемдәргә ағас алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡтар бирелә?
Шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары булған граждандарға;
Бәлиғ булмаған инвалид йәки өс һәм унан күберәк балаһы булған, шәхси торлаҡ төҙөлөшө, тораҡ пункттар сиктәрендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары булған граждандарға;
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуған йәки йәшәгән, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре ағас алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.
Ғаризаны күп функциялы үҙәк, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә мөмкин. Шәхесте раҫлаусы документтың күсермәһе; ИНН күсермәһе; ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының йәшәгән йәки булған урыны буйынса теркәлеүен раҫлаусы документтарҙың күсермәһе, ағас әҙерләүҙең өҫтөнлөклө хоҡуғын раҫлаусы документтар (ер участкаһына документ) ҡушыла.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.