-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Апрель , 20:00

Көлкө көнө менән, хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙең иғтибарға тормоштан алынған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Көлкө көнө менән, хөрмәтле дуҫтар!
Көлкө көнө менән, хөрмәтле дуҫтар!

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҡылы, гүзәллеге, көслө ихтыярлылығы, изгелеге хаҡында бик күп матур һүҙҙәр яҙғандар һәм яҙалар. Ҡатын-ҡыҙ-ул бер сиселмәгән йомаҡ, асып булмай торған бер сер, үҙен уратып алғандарҙы яҡтыртып тороусы Ҡояш та, тип әйтер инем.Шулай уҡ тыумыштан аҡылдың үҙе,ирҙәрҙең бөйөк тәрбиәсеһе лә ул. Ҡатын-ҡыҙ йыһанды ла иңләүсе, бар һөнәргә лә эйә булыусы, бар маҡсат-хыялдарын тормошҡа ашырыусы ла, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыусы ла көслө зат!. Ә иң мөһиме – бала бағыусы изге күңелле Әсә ул. Үрҙә әйткәнемсә, ҡатын-ҡыҙ көслө ихтыярлы ғына түгел, егәрле лә,бик көслө лә кеше ул.Тиккә генә: ”Егәрле ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр”тимәгәндәрҙер.Ана шундай егәрле лә,телгә маһир ҙа,ҙур көскә эйә Мамлеева Гөлнур апай менән булған хәлдәр хаҡында яҙайым әле,баштарығыҙ ауырыуы,бәлки,бөтөп ҡалыр.
Гөлнур апай үҙе лә бик мыҡты кәүҙәле,ыздарауай ҡатын булды йәш сағында. Валентин ағай сибек кенә, эшенә мөкиббән киткән етәксе, мәктәп эшенән һис бушамаҫ ине. Донъяның бар ирҙәр эше Гөлнур апайға төшә лә ҡуя. Апай бер эштән дә ҡурҡып тормай,емереп эшләп ҡуя. Һарығын да үҙе йыға,ҡырҡа,утынын да яра,бесәнен дә эшләй.Бер күбәне бер күтәргәндә тейәп тә ҡуя. Күрше Шәкир ағай Илһамов хайран инде уның шәплегенә! Бар эшенә лә ирҙәрҙән түгел, ә апайҙан ярҙам һорап килә лә ҡуя. Яҙ көнө уның һарыҡтарын Гөлсирә еңгәй менән ҡырҡырға бара күршеһе. Апай һарыҡты үҙе баҫтырып тота, ай-ай ҙа көслө шул, ыһ та итмәй күтәреп әпкилеп лырҡылдата һала, аяҡтарын ике ҡатын бәйләп ала, Шәкир бабай Гөлнур килененең көсөнә иҫе китеп ҡарап тора ла: “ Ҡуй инде,Гөлнур, Хоҙай һине бушҡа ғына ир итеп яратмаған!”-ти. Гөлнур апай аптырап тормаған,йор һүҙле бит инде: “Ҡуй инде, Шәкир ағай, Хоҙай минән шул бер илле грамм нәмәһен йәлдәгән бит”,-ти икән.
Шәкир ағайға шутикте әбиднә булып киткән: “Ҡуйсәле, Гөлнур,бер 50 грамды өҫтәһәң ней була”тигән була тей,иларҙай булып.
2. Икенсе йылы тағы һарығын ҡырҡырға бара апай.Ҙур бер һарыҡты нәслә тотоп әпкилеп,йығып һалып, аяҡтарын бәйләп эс яғынан ҡырҡа башлайҙар.
Анауындай елде һарығы тураһында Шәкир ағай көйәләнеп тороп:
-3 йыл көтәм шул һарыҡты луғырайтып һимертеп, мына бәрәстәмәй ҙә ҡуя акаянный һарыҡ.
- Шәкир ағай, был һарығың ней ништәп кенә бәрәстәһен дә, ни нәмәһе менән имеҙһен,быныңдың ней имсәк тигән нәмәһе урынында бер кипкән яры тора,-тип аптыратҡан бабайҙы. Теге һарыҡ тигәне мөгөҙһөҙ,етмәһә көйҙөртөлгән тәкә булып сыҡҡан.

Ҡуйсәле,ҡоҙаса,үпмә инде, етәр

Бер байрамда Булат ауылында берәү ҡәҙерле ҡунаҡтарын саҡырып, бал менән һыйлай икән. Бер мәл йөгө еткәс,теге ҡунаҡ ир тышҡа сығып китә. Ул оҙаҡлағас, хужа аптырап сығып ҡарарға була. Ҡунағы үҙе егеп килгән санаһында ҡоҫоп ята икән, эт барып тегенең ҡоҫҡолоғон, ауыҙ-моронон ялап тора тей.Үҙе ятҡан ерҙән мығырҙап,саташмаҡланып: “Ҡуйсәле, ҡоҙаса, үпкестәмә инде,етәр!”тип ята тей. Хужа быны өйгә индерә алмай, инеп китеп,ҡабат сыҡһа, теге санала рәхәтләнеп хырылдап тороп йоҡлап ята икән.

Туп менән атһаң да, йығылмаҫтар улар...
Булатта берәүҙең ике генә балаһы, Ғәзизйәндең 10 балаһы бар икән. Элек бәләкәй балалар ҙа колхоз эшенә йөрөгән саҡ. Бригадир эшкә әйтһә,теге ике бала һәр саҡ “ауырый”булып сыға икән. Ә Ғәзизйәндең балалары кесе йәштән көтөүен дә көтөп, бесәнен дә сабып, сөгөлдөр-фәләнен дә тәрбиәләп өйрәнгән, ғөмөре ауырыуҙың Ней икәнен дә белмәгәндәр улар.Эшкә талымһыҙ, сос,әрһеҙ балалары колхозға ла, үҙҙәренә лә эшләйҙәр тей. Гөлнур апайҙың әсәһе Нурикамал инәй теге шәп тә,әрһеҙ ҙә Фатиманың балаларын:” Уларҙы ней туп менән атһаң да, йығылмаҫтар ул”,-тигән. Эйе, ул ғаилә балалары шул тиклем эшкә шәп булып үҫкәндәр,тормошта ла үҙҙәрен һынатмайҙар.

Кәртә артынан ыспулыш тип әрҙәп килә ятам әле,тип күршеһе Мөбинә әбей инеп килә тей Нурикамал әбейҙәргә. Анау Әбдрахман келән генә киленде “ыспулыш та,ыспулыш”тип әрҙәй ҙә йөрөй, әллә шул һүҙ насар һүҙ буламикән ул, Нурикамал? Ҡалай ҙа күршемде кәртәм артынан “ыспулыш” тип әрҙәнем дә,һиңә индем дә киттем.

“Не беспокойся, сейчас моя жена тебя вытащит”
Иосиф менән Валентин Мамлеевтар Гусевта йәшәгән Нафиҡ кейәүенең юбилейынан 9 май көнө лүлкәле мотоциклда ҡатындары менән дүртәүләшеп ҡайтып киләләр. Артына ҡупшы ғына ҡыҙҙы ултыртҡан егет бәләкәй матай менән быларҙы үтеееп китеп,бер үҙәк һымаҡ урында батҡаҡ уртаһында бата ла ҡуя. Икеһе лә төшмәй,егет аяҡтарын ергә терәп: “Пожалуйста,ярҙам итеп ебәрегеҙ әле?”-тей. Ҡыҙмаса булып алған Валентин ағай иҫе лә китмәй: “Не беспокойтесь, сейчас моя жена вытащит вас”ти,үҙҙәре сығарышайыҡ тимәйҙәр икән. Әйтмешләй ҙә, резинка итекле Гөлнур апай мотоциклдың артын күтәрә биреп,тегеләрҙе этеп сығарыуға,йәштәр һаҗдап сығып китәләр. Мына шулай ул беҙҙең Гөлнур апайыбыҙ! Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан бар нәмә лә килә, кәрәк булһа-ир ҙә ул, ҡатын да ул!

 

Мөнирә Кирәева, мәғариф ветераны

Автор:
Читайте нас: