Яҙғы көндәр етеү менән талпандар ҙа үҙҙәренең һунарын башлай. Тиҙҙән уларҙан тешләнгәндәр һаны бермә-бер артасаҡ, белгестәргә мөрәжәғәт итеүҙәр күбәйәсәк. Шуға күрә бәләкәй генә бөжәктең ҙур бәләгә, хатта ғүмерлеккә инвалид булып ҡалыуға килтереү ихтималлығын оноторға ярамай.
Көндәр бер аҙ йылыныу менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ашыға. Әммә был мәлдә уяулыҡты юғалтмау мөһим. Талпандан һаҡланыу сараларын инҡар итмәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалығыҙ.
Тәбиғәткә сыҡҡанда асыҡ төҫтәге кейем һайлау, еңдәрендә манжеттары булған спорт костюмы, салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейеү кәрәк. Шулай уҡ футболка йәки күлдәкте лә салбарға ҡыҫтырып ҡуйығыҙ. Башҡа яулыҡ бәйләп йә башлыҡ кейеп йөрөгөҙ.
Урман-ҡырҙа ике сәғәт һайын, бөжәк йәбешмәнеме икән тип, өҫтөгөҙҙө тикшереп, ҡаҡҡылап тороғоҙ. Шулай уҡ талпандарҙы ҡурҡыта торған махсус саралар ҡулланығыҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Халыҡ ҡулланған сараларҙан эвкалипт майының талпандарҙы ҡурҡытыуы билдәле.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты