-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Апрель , 21:30

Балыҡсылар яландан тоҡлап балыҡ тота. Был ҡайҙа булған тип уйлайһығыҙ?

Кешеләр тоҡлап, биҙрәләп балыҡ йыя

Балыҡсылар яландан тоҡлап балыҡ тота. Был ҡайҙа булған тип уйлайһығыҙ?
Балыҡсылар яландан тоҡлап балыҡ тота. Был ҡайҙа булған тип уйлайһығыҙ?

Әле ташҡын һөҙөмтәһендә яланға һыу менән сыҡҡан балыҡты кешеләр тоҡлап, биҙрәләп йыйыуы тураһында фото һәм видеояҙма киң таралыу алды. Ташҡын һыу ҡайтҡас, балыҡтар яланда тороп ҡалған, сәбәләнәләр, тик ҡотолоу әмәле юҡ.  Араларында үлгәндәре лә бихисап. Бындай күренештәр яҙ һайын булып тора. Тәбиғәткә ҡаршы тороп булмай шул.

Ә инде был фотоһүрәткә  килгәндә, балыҡсылар ҡармаҡлап күл өҫтөндә түгел, ә яланда тоҡлап ҡул менән балыҡ йыялар. Берәүҙәр  был хәлде Хәйбулла районының Быҙаулыҡ быуаһынан сыҡҡан балыҡтар тип әйтә, икенселәр иһә Әбйәлил районында булған ваҡиға тиҙәр - Озерный ауылы эргәһендә. Ә һеҙ был ҡайҙа төшөрөлгән тип уйлайһығыҙ?

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: