+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Май , 16:19

Көндәр һыуыясаҡ

23 майҙа Башҡортостанда хәүефле һәм насар метеорологик күренештәр көтөлә: төндә республикала урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3 градусҡаса ҡырау төшөүе, ә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе фаразлана.

Көндәр һыуыясаҡ
Көндәр һыуыясаҡ

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеү менән смс - хәбәрҙәр урындағы халыҡтың телефондарына ебәрелгән дә инде.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +11, +16 градус тәшкил итәсәк. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: