+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Сентябрь , 11:00

Ғәйнинур инәй республика Башлығын һайланы

Тал Ҡусҡары ауылынан 82 йәшлек Ғәйнур (паспорт буйынса Ғәйнинур) инәй иң тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына килеп үҙ тауышын бирҙе.

Ғәйнинур инәй республика Башлығын һайланы
Ғәйнинур инәй республика Башлығын һайланы

Ололар өсөн өйҙә һайлау мөмкинлеге лә бар, әммә Ғәйнур инәй был мөмкинселектән баш тартып, үҙ аяҡтарында һайлау участкаһына килде. 

- Хәрәкәттә-бәрәкәт, үҙ аяҡтарыңда йөрөүгә бер ни ҙә етмәй. Ил- йорт тыныс булһын, һуғыштар бөтөп китһен, уландар иҫән-имен йөрөһөн инде, - тип үҙ теләктәрен белдерҙе инәй. 

Әйткәндәй, 780-се һайлау округында ауыл Советы депутаты Гөлниса Ниғмәтуллина Бейеш Батыр округындағы иң беренсе, иң оло һайлаусыға һәм "Бөтә ғаилә менән - һайлауға" акцияһына тәүгеләрҙән булып ҡушылыусыларға махсус бүләктәр әҙерләгән. Иң оло һайлаусы ла - Ғәйнинур инәй Дәүләтбаева. Депутат уға күстәнәсен тапшырҙы. 

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: