-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Октябрь , 16:41

"Улым янына барып ҡайттым!"

“Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын” тигән уфтаныуҙар, “Тыныслыҡҡа бер ни ҙә етмәй, донъялар имен булһын” тигән теләктәр ишетеп үҫте беҙҙең быуын. 

"Улым янына барып ҡайттым!"
"Улым янына барып ҡайттым!"

Ләкин замана әҙәм балаларына бер-бер артлы ҡазаларын ебәреп кенә тора. Насар ғәҙәттәр, әхлаҡһыҙлыҡ, рухи ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарыуҙы хуплаған көнбайыш идеологияһын, Украина ерлегендә күкрәп сәскә атҡан нацизмды тар-мар итеү өсөн йәш егеттәр әленән-әле яуға китә, махсус хәрби операция барған тарафтарға юллана. Ә бында ҡалған ғәзиз әсәләре, аталары, яҡындары нимә кисерә һуң? Бигерәк тә яугир әсәләренең күңелдәре һис тә тыныс түгелдер, улар күргән ғазаптарҙы бер ниндәй үлсәүҙәргә лә һалып үлсәп булмайҙыр ул. Шундай батыр йөрәкле әсәләрҙең береһе – Рысҡужа ауылынан Эльвира Хөснитдинова хаҡында был яҙмам.

Үгәй тиһәләр ҙә...

Үгәй тигәс, кемгәлер әкиәттәрҙән белгән, киноларҙа күргән яуыз зат иҫенә төшәлер, моғайын. Тик минең өсөн был ҡатын, ысынлап та, герой, бөйөк зат, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ өлгөһө. Ауылдың йәмәғәт эшендә лә актив ҡатнашҡан, беҙҙең гәзит уҙғарған онлайн-конкурстарҙа ла әүҙемлек күрһәтеп, призлы урындар яулаған ханымдың улы янына – Украина ерлегенә барып ҡайтыуын ишетеү менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Замана ҡатын-ҡыҙы, тауыҡ себештәрен ҡурсалап үҙ ҡанаты аҫтына алырҙай булып дошманына ташланған яугир әсәһе тап шундай булырға тейештер, тигән һығымта яһаным мин уның менән аралашҡас.

Рысҡужа ауылында һәүетемсә донъя көткән ике балалы Данил һәм Эльвира Хөснитдиновтар ғаиләһе күп балалы ғаиләгә әйләнә. Эльвира ханымдың ағаһы һәм еңгәһе (әсәһенең бер туған ҡустыһы һәм килене) баҡыйлыҡҡа күскәс, 2016 йылда уның өс балаһын опекаға ала улар. Ул ваҡытта өлкән ҡыҙҙары туғыҙҙа, уртансы малай биштә, иң бәләкәстәре беренсе класҡа барған була. Үҙҙәренең ике балаларының янына ҡуш булып, ҙур, биш балалы татыу ғаиләгә әүерелә улар. Шулай итеп, көлгән ерендә көлөп, илар мәлендә ҡаты булып, төрлө холоҡло балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, күңел йылыһын өләшеп үҙҙәренә һыйындыра Хөснитдиновтар. Эштән ҡурҡмаған, һәр эштең рәтен белгән ҡыҙҙар һәм улдар тәрбиәләнә был ғаиләлә. “Эшегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнеүегеҙ һеҙҙең өсөн” тип өйрәтә уларҙы атай менән әсәй.

Ауыл халҡы, әлбиттә, был ғаилә балаларға ниндәйерәк әсәй булыр икән, тип һағайып ҡалғандыр. Тормош булғас барыһы ла булғандыр, һауыт шалтырамай тормағандыр, иллә мәгәр, әсә-атайҙан балалар, балаларынан әсә-атай хаҡында бер яман һүҙ ишетмәнек. Бөгөн иһә балаларҙың һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән бара. Ә уртансы малай – Айсар үҙ теләге менән яугир булыу яҙмышын һайлаған.

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Таштимерҙең һөнәрселек училищеһында ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереп, Өфөлә, Пермь ҡалаларында ҡыйыҡ ябыусы булып эшләй Айсар. Сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, әрмегә бара алмаһа ла, илһөйәрлек рухын алға ҡуйып, быйылғы йылдың апрель аҙағында контракт яҙып яу яланына юллана егет. Бөгөн ул алғы һыҙыҡта дошман менән күҙгә-күҙ алышҡан батыр йөрәкле егеттәребеҙҙең береһе. “Снайпер” позывнойлы яугир Макеевка йүнәлешендә тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә.

МХО-ға контракт яҙыуы тураһында ата-әсәһенә өндәшмәй. Юлға сығыр алдынан “Мин иртәгә ҡуҙғалам” тип шылтыратып әйтә. Аптырауҙа ҡалған яҡындары иһә тиҙ арала юлға сығып, ҡәҙерле улын оҙатып ҡалалар. Шул көндән алып ата-әсәнең дә йөрәге тынғылыҡ тапмай.

Бала өсөн йәшәй әсәйҙәр

Әсәй кеше балаһы өсөн ғүмер буйы яуаплы булып, бала – бәғер ите тигән йөрәк өҙгөс һүҙгә бөтә тормошон бағышлай, мең мәшәҡәтле тормош ғазаптарына түҙеп, балалары өсөн барыһына ла риза булып йәшәй. Ярты йыл самаһы ваҡыт үтеп киткәс, әсәй улын күреү ниәте менән Украина тарафтарына юллана. Айсарҙың бер туған апайы менән бергә улы янына барып ҡайтыу теләге менән алдан да янып йәшәй улар. Берҙән-бер көндө ҡыҙы: “Әсәй, мин  Айсар янына барыр өсөн билеттар һатып алдым”, - тип шылтырата. Өфөнән Мәскәүгә тиклем самолет менән осһалар, артабан иһә 22 сәғәт самаһы автобуста елә улар.

Әлбиттә, ялан шарттарында йәшәгән һалдаттарҙың йәшәү рәүешенә шаһит булған Эльвира Риф ҡыҙынан барыһын да һорашырға тырыштыҡ. “Беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ ҙә, беҙ ишеткәнде һеҙ ишетмәгеҙ” тигән яуап яңғыраны беҙгә. Ысынлап та, һуғыш уйын түгел. Үҙ көндәрен үҙҙәре күргән яугирҙәргә бер аҙ ғына ваҡытҡа булһа ла өй йылыһы бүләк итә улар. Ашнаҡсы булып эшләгәс, биш көн эсендә көнө-төнө егеттәрҙең алыштырғыһыҙ “повар”ы булып хеҙмәт итә. Бәлештәрен дә, йыуасаһын да, аштарын да бешереп, һалмаһын да ҡырҡып ашата һалдаттарға. БМП эсендә лә ултырып, техниканың ҡайһы бер нескәлектәренә төшөнә.

- Һөйләһәң ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та мәлдәр булды. Минут-секунд һайын уяу булыу кәрәк. Күҙ менән ҡаш араһында бөтә донъя селпәрәмә килеүе мөмкин. Егеттәр иһә алсаҡтар, бер-береһенә иғтибарлылар. Пленканан булһа ла үҙҙәренә мунса эшләп алғандар. Мин иһә кәбеҫтәнән бәлеш бешерергә булғас, туҡмастаяҡ урынына шул пленканы ҡулландым. “Вы нас балуете,” тип ҡалдылар егеттәр. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ла күҙҙәре тулы мөлдөрәмә һағыш менән оҙатып ҡалды улар, - тип һөйләй Эльвира апай.

Алғы һыҙыҡта ятҡан егеттәр өсәр көнләп һыуһыҙ ятыуы ихтимал. Арттараҡ ҡалғандар иһә уларға квадрокоптер менән тәм-том, ашарға аҙыҡ ебәрә. Ә бына һыуһыҙ интегеүҙәре хаҡында әсенеп һөйләне мәҡәләбеҙҙең геройы. Эльвира апай әйтеүенсә, буш ваҡыттарында һалдаттар техника ремонтлайҙар һәм артабан хәрәкәт итеү өсөн план ҡоралар. Ашаған ваҡыттарында ғына үткәндәрен иҫләп, яу яланында ятып ҡалған иптәштәрен һағынып хәтергә алалар, ти.

- Тегендә “груз 200,” “груз 300” тигән ҡурҡыныс һүҙбәйләнештәр ҙә ҡәҙимге кеүек тойола башлай. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ла артта ныҡ шартлау булды. Тыуған өйгә ҡайтып йоҡлаһам да һаман шул һуғыш шауҡымы менән йөрөйөм әле. Шартлау, һыҙғырыу тауыштары ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек, - ти ул. - Махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙгә сәләмәтлек, именлек, йөрәктәренә батырлыҡ, беләктәренә ҡеүәт бир, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауын, балаларыбыҙға һау килеш ата-әсәләре менән осрашыуын, һөйгәндәре менән ҡауышыуын насип итеүен теләйбеҙ. Хеҙмәтәен лайыҡлы үтеп ҡайтһындар, тыуған ерҙәре, атай-әсәйҙәре менән бәйләнеште өҙмәһендәр ине. Һәр саҡ уларҙы өйҙәрендә, райондарында һәм республикала көткәндәрен онотмаһындар ине. Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын улдарыбыҙ.

Бөгөн иһә был теләккә барлыҡ ил халҡы ҡушыла. Улы менән һөйләшеүҙән, күрешеүҙән ҡанатланып киткән Эльвира ханым ышаныслы аҙымдар менән алға атлай, ғәзиздәре өсөн тырыша. Әсәнең рух ныҡлығы күтәрелгәнен күреү кәйефте күтәрҙе. Етемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған Хөснитдинолвтар ғаиләһендә барыһы ла яҡшы булһын, балалар изгелеге насип итһен!

"Улым янына барып ҡайттым!"
"Улым янына барып ҡайттым!"
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: