-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Октябрь , 11:49

Салауат Юлаев һәйкәле реставрацияланасаҡ

Батыр һәйкәле яңыртылып эшләү өсөн пьедесталдан алына. Һәйкәлде реставрациялау өсөн уны мотлаҡ урынынан алырға кәрәкме? Был эш күпме ваҡыт аласаҡ? Ни өсөн Салауат Юлаев урынына кире ҡуйылмаясаҡ тип ҡурҡырға кәрәкмәй? Күпселек халыҡты борсоған ошо һорауҙарға яуаптар яҙмала.

Өфөлә Башҡортостандың төп символы һаналған Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерләнәләр. Скульптор Сосланбәк Тавасиев тарафынан 1967 йылда яһалған әлеге монументта 10 метрлы суйын ат һыны ҡуйылған, уның ауырлығы 40 тоннаға яҡын. Реставрация проекты ике тапҡыр тарихи-мәҙәни экспертизаны үтте һәм әле проект документтары Главгосэкспертизала һуңғы килешеүҙәр үтә. Проектҡа ярашлы, һәйкәлдең үҙе һәм уның торған төп нигеҙе ремонтланасаҡ. Һәйкәлде ваҡытлыса алып торорға тура киләсәк.
Һәйкәлде реставрациялау 2024 йылдың ноябрендә башланасаҡ, эштәр Өфө бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ. Был маҡсатта 300 миллион һумдан артыҡ аҡса бүлеү планлаштырыла.

Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументҡа уның тәүге ҡиәфәтен һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә, уның республика символы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Һәйкәл авария хәлендә тип танылды
2024 йылдың 14 октябрендә «Башкультнаследие» федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау идаралығы эштәр башҡарыуға документацияға дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса актты баҫтырып сығарҙы. Документты Ҡазандың «ТСНРУ» йәмғиәте эшләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтың «С. П. Бург и партнеры» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Унан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптураның үҙ-ара тоташтырылған элементтарында ярыҡтар һәм металл коррозияһы барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә сатнаған плитәләр бар, ҡайһы бер фрагменттары ҡубып төшкән. 
Шулай итеп, атҡа атланған Салауаттың скульптураһының үҙен генә түгел, ә һәйкәл торған пьедесталды һәм хатта йыл һайын йылға яғына шыуа барған ҡурғанды ла нығытыу талап ителә. Ремонт эштәре тиҙ арала башҡарылмаһа, тотош һәйкәлдең емерелеү ҡурҡынысы янай.

Нимәләр эшләнәсәк?
Проектта ҡаралған эштәр һыбайлы менән ат скульптураһының ҡиәфәтен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, юғалған элементты — геометрик биҙәктәр менән биҙәлгән ике йөрәктән сүкеп эшләнгән күкрәксә тергеҙелә. Һәйкәл цех шарттарында реставрацияланасаҡ, ул постаменттан алынып, махсус әҙерләнгән йыһазландырылған бинаға күсереләсәк. Бынан тыш, скульптураға тарихи ҡараһыу һоро төҫ ҡайтарыла: 2005 йылда уны йәшел төҫкә буяғандар. 
Проект шулай уҡ постаменттың тышҡы ҡиәфәтен һаҡлауҙы һәм тарихи яҡтан тар, ҡырҙары киҫкен ауыш мөйөшлө ҡурғандың тәүге формаһын тергеҙеүҙе күҙ уңында тота.
Шулай уҡ һәйкәлдең авария хәлендәге эске металл каркасы алмаштырыла. Постамент ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит менән көпләнәсәк. 

Айбулат Хәйбуллин, район Советы рәйесе: — Һәйкәлдең 50 йылдан ашыу торғаны барыбыҙға ла билдәле. Ябай күҙ менән ҡарағанда ла емерелә, кителә башлауы күренә ине инде. Ә уның аҫтындағы таяуҙар ҙа иҫкергәндер бит. Һәр хәлдә лә ремонтлау тик яҡшыға ғына буласаҡ. Салауат Юлаевтың һәйкәленән башҡа Өфө ҡалаһын күҙ алдына килтереү ауыр. Шуға күрә тергеҙеү сараларын оҙаҡҡа һуҙмаҫтар, тип ышанам.

«Алырға ярамай  ҡалдырырға»
— Һәйкәл бер нисә конструктив үҙенсәлектән тора. Тышы 60-тан ашыу өлөштән ғибәрәт. Экспертиза һәйкәлдең эске таяу каркасын алмаштырыу кәрәклеген раҫлай, шуға бәйле һәйкәлде һүтеп, эске таяу каркасын йүнәтеү мотлаҡ. Урынынан алмайынса, быны эшләү мөмкин түгел, — ти Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Мөслимов. — Скульптура торған пьедесталды ла ремонтларға кәрәк. Бетондың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек түгел. Һәйкәлдең ауырлығы 40 тоннанан ашыу һәм уны һүтеп алмайынса ремонтлау хәүефле. Бынан тыш, һәйкәл урынлашҡан ҡурғанды ла тәртипкә килтереү планлаштырыла. Скульптураны һүтеп алмайынса, уны ла тейешенсә эшләп булмаясаҡ. 
Тап ошо сәбәптәр арҡаһында проектлаусы һәйкәлде һүтеү һәм һүтеү эштәрен хәүефһеҙ башҡарыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. 
Эксперттар билдәләүенсә, һүтеп алынған һәйкәлде реставрациялау еңелерәк. Әлеге ваҡытта проект документацияһын әҙерләгән ойошманың Волгоградтағы «Ватан-әсә саҡыра!» һәйкәлен реставрациялау тәжрибәһе бар. «Ватан-әсә саҡыра!» һәйкәлен урында ремонтлау отошло тип табылһа, башҡорт геройын мотлаҡ цехҡа алып барырға кәрәк.
— Салауат Юлаев һәйкәлен оҫтаханала реставрациялау һәйкәлде асырға, һәр яҡлап ентекләп тикшерергә, талап ителгән өлөштәрен алмаштырырға, иретеп йәбештереү эштәрен башҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Йәғни оҫтаханала уның художество үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып тулыһынса тергеҙергә мөмкин. Өҫтәүенә постаментты һәм ҡурғанды нығытыу мәсьәләһе лә киҫкен тора, — ти ул. — Һәйкәлдәрҙе һүтеп алыу киң таралған практика — күп кенә билдәле архитектура объекттары реставрация ваҡытында һүтеп алына. Миҫалға билдәле «Эшсе һәм колхозсы» скульптураһын реставрациялауҙы килтерергә мөмкин. 
2004 йылдың октябрендә һәйкәлде ашығыс рәүештә ремонтҡа алып китәләр, ул ярым емерелгән металл өйөмөнән ғибәрәт була. 40 өлөштән торған скульптураның һәр береһе айырым тергеҙелә. Реставрациянан һуң һәйкәл яңы постаментҡа ҡуйыла. 
Баш ҡаланың Ҡыҙыл майҙанындағы Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский һәйкәле лә яңыртыуға ошоға оҡшаш юл үтә. Боронғо скульптура халыҡ иғәнәләренә эшләнә, уның өҫтөндә эш хатта 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында ла дауам итә. 
Ошо уҡ ысул менән 2020 йылда Мәскәүҙә маршал Жуков һәйкәле реставрациялана. Бындай миҫалдарҙы илебеҙҙең башҡа ҡалаларында һәм сит илдәрҙә лә табырға мөмкин.

Вил Илһамов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: — Һис шикһеҙ, Салауат Юлаев — республика халҡы өсөн милләттең аҫыл улы ғына түгел, батырлыҡ һәм Ватанды яратыу үрнәге лә. Уға ҡуйылған һәйкәлде реставрациялау мәсьәләһе лә борсой күптәрҙе. Әммә тәбиғәттә бер нәмә лә мәңгелек итеп яратылмаған. Һәйкәл дә төҙөкләндереүҙе талап итә. Тағы шуныһы: һәйкәл урынынан ҡуҙғалһа ла, ваҡытлыса алынһа ла, ул республиканың, Өфөбөҙҙөң матурлығы һәм ғорурлығы булып ҡалыуҙан туҡтамай. Беҙгә яңыртылған, заманса үҙгәртелгән Сосланбәк Тавасиевтың иң яҡшы эштәренең береһе булған Салауат Юлаев һәйкәлен сабырлыҡ менән көтөргә ҡала инде.

Салауат Юлаев һәйкәлен урынына «ҡайтарырға онотоу» мөмкин түгел
«Һәйкәлде алып ташлайҙар һәм уны кире урынына ҡуймаясаҡтар» тигән имеш-мимештәрҙең бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ. Бының өсөн борсолорға кәрәкмәй. Монументты тергеҙеү буйынса эштәр Өфөлә башҡарыласаҡ. Башҡалала бының өсөн бөтә шарттар бар. Салауат Юлаев һәйкәле — республиканың айырылғыһыҙ символы. Рәсәй халҡы өсөн Башҡортостан ошо һәйкәл һәм Салауат Юлаев исеме менән бәйле. 
Уның образы Башҡортостан халҡының тормошоноң бөтә өлкәләренә тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт батыры хөрмәтенә күп һанлы архитектура объекттары, урамдар, ауылдар, район, ҡала аталған. Уның исемен Украина, Эстония, Ҡаҙағстан урамдары йөрөтә. Батырҙың исемен бөтә илгә билдәле хоккей клубы данлай, дәүләт ордендары һәм премиялары булдырылған. Респуб-ликала йыл һайын Салауат Юлаев көндәре билдәләнә, уның сиктәрендә республика фольклор байрамы үткәрелә. 2024 йылдың йәйендә батырҙың тыуған төбәге Салауат районында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы асылды.
Башҡортостан Республикаһының рәсми гербында ҡояш ҡалҡыу фонында Салауат Юлаев һәйкәле сағылдырылған.
 Хатта беҙҙең заман геройҙары ла Салауат Юлаев менән тығыҙ бәйләнгән. Салауат Юлаев исемендәге ике башҡорт батальоны составында яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша.  Батальон хәрбиҙәре Донбаста һәм Курск өлкәһендә хәрби бурыстарын батырлыҡ менән үтәй.
1941 йылда совет экрандарына Рәсәй кинематографы Яков Протазанов төшөргән «Салауат Юлаев» фильмы сыға. Башҡортостандың милли геройы образы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә әүҙем ҡулланыла. 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли геройы исеме менән бәйле рәсми атама йөрөткән ике хәрби часть, бронепоезд һәм артиллерия полкы була. Рәсәй Геройы Һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов шәхси состав алдындағы телмәрендә бер нисә тапҡыр: «Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй» тигән фразаны ҡуллана.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА әҙерләне.

Читайте нас: