Балаларға ярҙам
Атайҙар хәрби бурысын үтәгән мәлдә уларҙың балаларына республика ярҙам итә. Льготаларҙың иң ҙур исемлеге тап балаларға тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, өс йәшкәсә сабыйҙарға бушлай «Һөт кухняһы»нан аҙыҡ-түлек бирелә, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ошо уҡ хоҡуҡ менән файҙалана. Аҙыҡ-түлекте «Һөт кухняһы»ның яҡындағы таратыу пунктында алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте milkrb.ru рәсми сайтында таба алаһығыҙ.
Баланы йәш ярымдан мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн урындар сиратһыҙ бирелә, һәм улар балалар баҡсаһына түләүһеҙ йөрөй.
Быйылдан тағы бер ҡағиҙә ғәмәлдә: МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре баланы яҡындағы балалар баҡсаһына күсерә ала.
Уҡыусыларға — төшкө аш һәм оҙайтылған көн төркөмө
Мәктәп уҡыусылары һәм колледждарҙың көндөҙгө бүлек студенттары бушлай йылы аш менән тәьмин ителә. Шулай уҡ улар ҡала һәм ҡала яны автобустарында түләүһеҙ йөрөй ала, айына 60 льготалы юл йөрөү мөмкинлеге ҡаралған. Ата-әсә балаһын уңайлы мәктәпкә күсереү хоҡуғына эйә. Колледж студенттарына аҡсалата компенсация түләнәсәк. Уның күләме бер семестрға — 30 мең һум йәки уҡыу йылына 60 мең һум тәшкил итә. 2022/2023 уҡыу йылы өсөн компенсацияға ғаризаны 2024 йылдың 1 июненә тиклем бирергә кәрәк.
Дәүләт йәштәрҙең ялын ойоштороу тураһында ла хәстәрлек күрә. Уҡыусыларға бушлай оҙайтылған көн төркөмө ойошторола, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, мәктәптәр махсус төркөмдәр булдыра ала. Шулай уҡ балалар дәүләт ҡарамағындағы түңәрәктәргә һәм секцияларға бушлай йөрөй, уларға йәйге лагерға түләүһеҙ юлламалар бирелә.
Көнкүреш мәсьәләләрендә ярҙам итәләр
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһендә килеп тыуған көнкүрешкә ҡағылышлы һәр мәсьәлә тиҙ арала хәл ителеүе мотлаҡ. Был — республика Башлығы Радий Хәбировтың талабы һәм уны барлыҡ ҡала-район етәкселәре үтәргә тейеш. Әгәр һорау менән кемгә мөрәжәғәт итергә белмәһәгеҙ, 8 (800) 201-89-03 телефоны буйынса Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына шылтырата алаһығыҙ. Штаб көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Ирекмәндәр йорт, хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, утын яра.
Әйткәндәй, хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре утын һатып алғанда, хаҡтың 10 процентын ғына түләй, ташламаны урындағы урман хужалығы яһай. Хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса урындағы төбәк операторына мөрәжәғәт итеп, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән азат ителә ала.
Ауыл ерендә йәшәгән ғаиләләргә тағы бер мөһим ташлама — йортҡа газ үткәреүгә 100 мең һумлыҡ сертификат ҡаралған. Уны алыу өсөн Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу, ә ололар һәм инвалидтар сиратһыҙ йорт-интернаттарға урынлашыу хоҡуғына эйә. Был мәсьәлә буйынса 8-800-775-00-14 ҡыҙыу линияһы эшләй.
Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Был мәҡәләлә бөтә льготаларҙы ла һанаманыҡ, сөнки бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатна-шыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
Һорауҙарығыҙ булһа, 122 (өҫтәмә һан — 1), 7 (347) 218-19-19 (көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем) телефондары буйынса ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ йәки Республикаға идара итеү үҙәгенең телеграмдағы чат-ботына яҙығыҙ.