Үткән йомала районда быйылғы яҙҙың тәүге ҙур өмәһе уҙҙы. Традицион экологик сараға йылдағыса бөтә ойошма һәм предприятиелар коллективтары йәлеп ителде. Әйткәндәй, апрель өмәһе район үҙәгендә йыл һайын байрам рәүешендә үтә. Үҙәк майҙан был юлы ла «Барығыҙ ҙа өмәгә!», «Асҡарҙы таҙараҡ итәбеҙ!» тигән транспаранттар менән биҙәлде, музыка ағылды. Кәрәкле ҡоралдар тотҡан эш кейемендәге халыҡ тәғәйен ваҡытҡа «Беҙ әҙер!» тигәндәй берҙәм сафҡа теҙелде.
Дөйөм көскә тупланып район үҙәген һәм уның тирә-яғын күркәм итеүгә өлөш индерергә йыйылыусыларҙы район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов таҙалыҡ һәм тәртип байрамы менән тәбрикләне һәм изге эштән яҡшы кәйеф алып ҡайтыуҙарын теләне. Руслан Ғөзәйер улы яҙҙан көҙгә тиклем район биләмәһендә аҙна һайын төрлө экологик саралар уҙғарылыуын, халыҡтың йәшелләндереү өмәләренә лә, сүп-сар йыйыуға ла, йылға-күл буйҙарын таҙартыуға ла һәр саҡ әүҙем һәм берҙәм сығыуын билдәләне. «Матур, таҙа, төҙөк, йәшел районда йәшәүе үҙебеҙгә кинәнес бирә, сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылауы ла оят түгел», — тине ул.
Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Т. Н. Әғзәмов һәр хеҙмәт коллективын электән беркетелгән биләмәләрҙә эшләйәсәктәре тураһында иҫкәртте. Таштимер, Ҡырҙас, Амангилде ауыл биләмәләре сиктәренә, Айғырбатҡан утарына тиклемге алыҫ участкаларға беркетелгәндәрҙе өмә урынына мәктәп автобустары менән илтеү һәм кире килтереп ҡуйыу ойошторолдо. Асҡар эсендә лә арҡырыһынан буйына тротуар-юл буйҙары таҙартылды, парк-аллеяларҙа былтырғы кипкән үлән-япраҡ ҡалдыҡтары тырматылды, һынған ағас ботаҡтары йыйып алынды, йәмәғәт урындары тәртипкә килтерелде, учреждениелар һәм сауҙа нөктәләренең тирә-яғы һеперелде.
Сүп-сар сығарыуҙа башлыса «Асҡар» МУП-ы техникаһы эшләне, йөк транспорты булған ойошмалар ярҙам итте. Бөтәһе 70 кубометрҙан ашыу сүп-сар түгелгән. Өмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, былтырғы яҙ менән сағыштырғанда быйыл тирә-яҡ күпкә таҙараҡ. Был кешеләрҙең көнкүреш ҡалдыҡтарын дөрөҫ утилләштереүгә өйрәнә, сүп контейнерҙары менән файҙаланыуға күнегә барыуына һәм көҙгөһөн дә ошондай уҡ өмә үткәреүгә бәйле. Сиратта йәшелләндереү өмәләре көтә. 27 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы уҙасаҡ.
Г. ФӘТХУЛЛИНА.