Ауыл хужалығынан — туризмға
Әбйәлил районы, Башҡортостандың күпселек өлөшө кеүек үк, ауыл хужалығына нигеҙләнгән төбәк һанала. Билдәле булыуынса, үткән быуатта һәр төбәктең үҙенсәлеге бик үк иҫәпкә алынып бармаған, халыҡ ауырлыҡтарға ҡарамай тырышып эшләгән: һаҙлыҡтарҙы киптереп сабынлыҡҡа әйләндергән, ташлы урындарҙы һөрөп иген сәскән. Ә инде ил баҙар иҡтисадына күскәс, бындай үҙен аҡламаған эшмәкәрлектең дә кәрәге ҡалмай: колхоз-совхоздар көрсөккә килеп терәлә. Район алдында артабан ниндәй йүнәлештә үҫешеү мәсьәләһе килеп тыуа һәм халыҡ аптырашта ҡала. Әбйәлилдең хозур тәбиғәте, саф һауаһы тәү сиратта күрше Силәбе өлкәһенең йүнселдәрен йәлеп итә: совет заманынан ҡалған «Яҡтыгүл» шифаханаһы тирәһенә туристарҙы ылыҡтырыуын күҙаллап, Яҡтыгүл (йәки «Банное» ла тиҙәр) курорт зонаһына нигеҙ һалына. Бында Магнитогорск металлургия комбинаты инвестициялай һәм бөгөн Яҡтыгүл тирәһендәге күпселек туристик инфраструктура тулыһынса улар аҡсаһына төҙөлгән. Ә район килем алырлыҡ объект — ойоштороусыһы Башҡортостан Республикаһы булып торған «Яҡтыгүл» шифаханаһы.
Ошонан сығып, райондағы туризмды шартлы рәүештә ике төргә бүлеп ҡарарға мөмкин: дәүләт тарафынан нигеҙ һалынған һәм шәхси туристик объекттар. Әйҙәгеҙ, уларҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәренә күҙ һалайыҡ.
Дәүләттеке нисек эшләй?
Әбйәлил районында дәүләт тарафынан нигеҙ һалынған туристик объекттарҙың иң ҙуры һәм әһәмиәтлеһе — «Яҡтыгүл» шифаханаһы акционерҙар йәмғиәте. Уның ыңғай яҡтарын һанағанда, тәү сиратта, «үҙебеҙҙеке» булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға мөмкин: килеме төбәк файҙаһына йүнәлтелә, район бюджетына һалымдар теүәл түләнә. Урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итеүе лә яҡшы: бында күпселеген яҡын-тирәләге ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙар йөрөп эшләй. Шифахананың инфраструктураһы бар.
Ә бына етешһеҙлектәренә килгәндә, эргәләге шәхси ял йорттарынан килем күләме, хеҙмәткәрҙәргә тәҡдим иткән эш хаҡы, матди-техник нигеҙе йәһәтенән «Яҡтыгүл» шифаханаһы бер аҙ аҡһауы бер кемгә лә сер түгел. Бында ябай хеҙмәткәрҙәр 20 мең тирәһе эш хаҡы алһа, белгестәргә 40 мең һумдан алып түләнә. Алыҫыраҡ ятҡан ауылдарҙан булған хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана автобусы йөрөтмәй, ә бензинға хаҡтар көн һайын артып тора.
— 2011 йылда «Яҡтыгүл»дә официанттарға 5 мең һум түләнде, шул ваҡытта «Березки» ял йорто 8 мең һум тәҡдим итә ине. Хәҙер был айырма 20 һәм 30 мең һум. Бер барып ҡайтыуға яҡынса 1000 һум китә беҙҙән, айына 15 тәүлек эшләйһең. Ҡалғанын үҙегеҙ һанап ҡарағыҙ, — ти бер хеҙмәткәр. Ул кеше күп ял иткән ғинуар айында ғына ваҡытлыса «Березки» ял йортонда эшләп сыҡҡан.
Йыл әйләнәһенә туристар өҙөлмәҫкә тейешле һымаҡ күренгән шифаханаға ла миҙгелдәр алышыныуы йоғонто яһай, был да ыңғай күренеш түгел. Етмәһә, йәйгеһен ял итеүселәрҙе — күл, ә ҡышҡыһын «Банное» тау-саңғы үҙәге йәлеп итеүе генә «ҡотҡара». Әммә бында ла барыһы ла ябай ғына түгел: былтырғы кеүек йәй ямғырлы йә һыуыҡ булһа, ҡыш ҡарһыҙ йә айырыуса буранлы килһә лә бәкәлгә һуға.
— «Яҡтыгүл» бик билдәле шифахана һәм уның бик үҫешкән дауалау-һауыҡтырыу инфраструктураһы ла бар. Әммә БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, санаторийҙа һатылмаған койка-урындар бар — 2021 – 2023 йылдарҙа ял итеүселәр менән тәьмин ителеше яҡынса 83-86 процент тәшкил иткән. Был республикалағы уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, әммә резервтар бар. Был шифахананы танытыу, яңы төр хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән күберәк эшләргә кәрәклеге һәм туризм тармағы райондың бөтә ихтыяждарын да ҡаплай алмауы тураһында һөйләй. Сөнки беҙҙәге транспорт логистикаһы ҡатмарлыраҡ, климат, тәбиғәт шарттары икенсе төрлө һәм йылы диңгеҙле башҡа төбәктәрҙәге кеүек түгел. Ә республика райондары бюджетындағы дефицитты мин юғары тип баһалайым — уртаса 50 процентҡа тиклем. Райондар йыл да республика бюджетынан өҫтәмә финанслана. Шуға район иҡтисадына килем килтергән башҡа тармаҡтарҙы үҫтереү маҡсатҡа ярашлы, — ти был турала иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалы доценты Рөстәм Камалов.
Шәхси туризм объекты килем килтерәме?
Райондың бер өлөшөндә Яҡтыгүл курорт зонаһы ойошоуы, әлбиттә, насар түгел. Бының менән уңышлы файҙаланыусылар ҙа бар: шул уҡ Йәлембәт ауылында ла йүнселдәр тоҡомло эттәр, страус, йылҡы үрсетергә тотонған һәм үҙ тинен таба. Күл буйынан ер участкаһы алып, шәхси йорт һалған һәм шуны ҡуртымға биреүселәр ҙә күп. Былар, беҙ баяғы телгә алған шәхси туристик объекттар рәтенә инә лә инде.
Әбйәлил районында бындай шәхси хужалыҡ нигеҙендә туристик объекттар төҙөгән эшҡыуарҙар халыҡты эш урындары менән тәьмин итмәй. Сөнки уларҙың күбеһе килемде үҙ ҡулдарында туплар өсөн ғаилә бизнесы кеүек ойошҡан.
Һәм тағы, бындай шәхси туризмды ошонда ғүмер буйы йәшәгән берәй ауыл кешеһе ойоштороп, йәшәйешен яҡшыртһа, бер асыу. Ситтән килеп, ер участкаһы һатып алып, район бюджетына килем индерергә ашыҡмағандар байтаҡ.
— Әлбиттә, туризм тармағы райондың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итергә тейеш. Быйылғы йылдан туристик һалым индерҙек һәм уны ауыл биләмәләрен үҫтереүгә йүнәлтәсәкбеҙ. Уның күләме йылына яҡынса 20 миллион һум тәшкил итергә тейеш, тип күҙаллана. Йорттарын ҡуртымға биргән физик шәхестәрҙән дә ошо туристик һалымды түләтә алһаҡ, был сумма 3 тапҡырға күберәк булыр ине, — ти Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев.
Ғәҙеллек өсөн шуны ла телгә алмай булмай: йүнсел әбйәлилдәр шәхси туристик объект төҙөп, үҙ ғаиләһенең генә иҡтисади хәлен яҡшырта алһа ла яҡшы булыр ине ул. Әммә Яҡтыгүл тирәһендәге туристик зонанан бер ни тиклем алыҫтараҡ ятҡан, оло юлдан ситтәге ауылдарҙа был да ҡатмарлы эш. Сөнки ундай инфраструктураһы үҫешмәгән, ҡыҙыҡтырмаған ауылдарға туристар бармай, аҡсаһын түгергә теләмәй. Шуға ла күпселек район халҡы һаман да шәхси хужалығына йәбешеп ята: малтыуар үрсетеп итен, һөтҡаймағын, йәйгеһен еләк-емеш һәм хатта бәшмәк йыйып баҙарға сыға. Тик бында ла ер эшсәндәренә еңел түгел: уңышлы-уңдырышһыҙ йылы була, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар ҙа түбән (шул уҡ Өфө тирәһенә ҡарағанда), уны баҙарға сығарыу өсөн дә рөхсәт ҡағыҙҙары йыйыуы үҙе бер бәлә.
Бына ошондай ҡатмарлы иҡтисади көрсөктән сығыу, Әбйәлил районы иҡтисадына йән өрөү, халыҡты эш урындары һәм лайыҡлы эш хаҡтары менән тәьмин итеү өсөн нимә эшләргә була һуң?
— Бөгөн туризм Әбйәлил районы иҡтисадына йоғонто яһаған тармаҡтар араһында икенсе урында килеүенең төп нигеҙе — Силәбе өлкәһенең «Магнитогорск металлургия комбинаты» инвестор булыуында. Райондағы төп туристик урындар тап ошо инвестор аҡсаһына төҙөлгән. Әммә беҙ гел рекреация өлкәһенә генә таянып йәшәргә тейеш түгелбеҙ һәм район бюджетына тотороҡло килем килтерерҙәй, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртырҙай производство ла булыуы шарт. Әйтәйек, берәй урында сифатлы балсыҡ ятҡылығы бар икән, шунда кирбес эшләү заводы төҙөп, әҙер продукцияны һатырға була. Таш сығарғанда ла шулай, урында эшкәртеп, шунан һатыу отошло булыр ине, — тип иҫәпләй иҡтисад белгесе Рөстәм Камалов.
Райондың иҡтисади үҫешен нисек тәьмин итергә һуң?
Бына шулай, бик маҡталған Әбйәлил туризмына «алһыу күҙлек»һеҙ баҡһаң, «тырр» тип кенә торғанлығы асыҡлана. Район бюджетына килем килтереү, тимәк, урындағы социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуҙа ла төп ярҙамсы була алмай. Күренеүенсә, халыҡты эш урындары һәм лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итеү йәһәтенән дә маҡтарлыҡ түгел. Киреһенсә, өҫтәмә сығымдар талап итә: алдынғы туристик төбәккә әүерелеү өсөн ҙур инвесторҙар кәрәк.
Ә шулай ҙа райондың иҡтисади үҫешен нисек тәмин итергә һуң? Был турала иҡтисадсы Рөстәм Камалов төбәкте иҡтисади үҫеш юлына сығарыу өсөн Калуга һәм Татарстан миҫалдарына иғтибар итергә кәңәш бирһә, ҡасандыр үҙе «Яҡтыгүл» шифаханаһын етәкләгән һәм райондың хәлен яҡшы аңлаған Салауат Нафиҡов нигеҙ предприятиелар төҙөүгә иғтибар йүнәлтергә кәрәклеге тураһында телгә алды. Белгестәр фекеренсә, был райондың иҡтисади ҡеүәтен арттырырға ярҙам итәсәк, уныһы үҙ сиратында шул уҡ туризмға, ауыл хужалығына һәм социаль өлкәгә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Бөгөн Әбйәлил районында бындай нигеҙ предприятиелар юҡҡа иҫәп. Тик 2021 йылда асылған «Цемикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте генә телгә алырға мөмкин. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы ғына эш башлауға ҡарамаҫтан, был предприятие үткән йылда район бюджетына 41 млн һум һалым ҡайтарған. Ә инде 2027 йылға тулы проект ҡеүәтенә эшләй башлаһа, файҙаһы артасаҡ, тип көтөлә. Әлеге көндә бында 212 эш урыны булдырылған, шуның 60 проценттан ашыуында — Әбйәлил районы кешеләре мәшғүл. Әбйәлил районы хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, «Цемикс»та уртаса эш хаҡы 85,6 мең һум, шул уҡ ваҡытта райондың башҡа ҙур һәм урта предприятиеларында был күрһәткес 50,5 мең һум тәшкил итә.
— Районда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына үҫеш бирергә тырышыр кәрәк — улар бер-береһенә ҡамасау итмәҫкә тейеш. Сәнәғәт, туризм, экологияны ла берҙәй хәстәрләү мөһим. Ҡаш төҙәтәм тип, күҙҙе сығарып ҡуймаҫҡа инде. Әбйәлилдең туризм өлкәһенә әллә күпме миллиард һум аҡсалар һалынһа, районды нәҡ ошо йүнәлештә үҫтереп булыр ине, бәлки. Ҡыҙғанысҡа күрә, бындай аҡсалар юҡ та, район дотацион төбәк булып ҡала килә. Шуға экологияны, курорт зонаһының тарихын мотлаҡ күҙ уңында тотоп, сәнәғәт иҡтисадына ла иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. Миҫал өсөн Хәйбулла районын ҡарарға мөмкин: һуңғы 5 йылда ер аҫтын файҙаланыусылар йыл һайын төбәккә яҡынса 20 миллиард һум инвестицияланы. Был сәнәғәт предприятиеларынан килгән бөтә кимәлдәрҙәге һалымдар йылына яҡынса 4 миллиард һум тәшкил итә, өҫтәп мәрхәмәтлеккә 100 миллион һум бүленә. Һуңғыһы республика аҡсаһы етмәгән тармаҡтарҙы финанслауға йүнәлтелә: мәсеттәр ҙә бар хатта. Бындай миллиардлап аҡсалар туризм өлкәһенә һалынмай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шуға һәр нәмәлә сама белеп, бөтә тармаҡтарҙы ла берҙәй үҫтереү яйын ҡарарға кәрәк, — ти 2015 – 2019 йылдарҙа «Яҡтыгүл» шифаханаһында төрлө визифаларҙа эшләп киткән, БР Туризм буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Салауат Нафиҡов.
Бына шулай, республика төбәктәрендә туризм тармағының үҫеше төрлөсә. Һәм, атап әйткәндә, Әбйәлил районында ла уның үҙ өҫтөнлөктәре, үҙ етешһеҙлектәре бар. Бында бер төрлө генә яуап юҡтыр, ә шулай ҙа уйландыра: дотацион район булыуҙан арынырға ярҙам итерлек инвестициялар иҡтисадтың башҡа тармаҡтарына ла һалынһа, туризм нисек үҫешер ине һәм ябай ауыл кешеһенең тормошо нисек үҙгәрер ине?
Юлиә БАРЫЕВА.