Көнүҙәк
13 Февраля 2025, 03:40

Путин менән Трамп телефон һөйләшеүе үткәрҙе

Эксперттар билдәләүенсә, киләсәктә Рәсәй һәм АҠШ президенттары Владимир Путин менән Дональд Трамптың осрашыуы төрлө мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән Рәсәй компанияларының халыҡ-ара баҙарҙарға инеүен, энергетика хәүефһеҙлеген, нефть һәм газ менән сауҙа, Рәсәйгә ҡаршы Америка санкциялары темаһын тикшереү өсөн майҙансыҡ буласаҡ.  #ВладимирПутин

Ике ил лидерҙары кисә телефон аша һөйләшеү үткәрҙе, ул сәғәт ярым тиерлек дауам иткән. РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, Рәсәй һәм АҠШ граждандарын алмашыу, Украиналағы хәлде көйләү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелгән. Президенттар башҡа темаларға ла ҡағылған: Яҡын көнсығыштағы хәлдәр, Ирандың ядро программаһы, иҡтисад өлкәһендә ике яҡлы Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре. Путин менән Трамп шәхси бәйләнештәрҙе дауам итергә, шул иҫәптән шәхси осрашыу ойоштороу тураһында һөйләшеп килешкән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас