Хәлил, Ишҡол, Дәүләт һәм Йәнгел халҡы үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрҙе, тәҡдимдәрен индерҙе, һорауҙарын бирҙе һәм йәмәғәт палатаһы ағзаларына мөрәжәғәттәрен ҡалдырҙы.
Күсмә осрашыуҙарҙа бөтәһе 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Халыҡ нигеҙҙә мәҙәниәт усаҡтары торошо, юлдарҙы ремонтлау, ерҙәрҙе рекультивациялауға бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Йәнгел ауылы халҡын күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау сроктары, шулай уҡ йылытыу системаларын йүнәтеү мәсьәләләре борсой (ҡаҙанлыҡ һәм йылытыу торбалары иҫкергән, циркуляция юҡ, шуға күрә балалар баҡсаһында, мәктәптә һәм торлаҡ йорттарҙа һалҡын).
Ишҡол һәм Хәлил ауылдарында юл билдәләрен ҡуйыу талап ителә, почта бүлексәләрендә кадрҙар етешмәй. Почтальондарҙың булмауы район гәзитенә яҙылыуға ла йоғонто яһай. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе ремонтлау өлкәһендәге проблемалар күтәрелде.
"Төрлө райондарҙағы һәр ауылдағы халыҡтың проблемалары оҡшаш, әммә ҡайһы бер урындарҙа айырым мәсьәләләр киҫкен тора, ә ҡайһы бер урындарҙа улар хәл ителгән. Шуға күрә күтәрелгән мәсьәләләргә бер төрлө ҡараш булырға тейеш түгел. Ысынлап та, һәр муниципалитетҡа ғына түгел, ә һәр тораҡ пунктҡа барып етергә кәрәк, –– тине БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов осрашыуҙарға йомғаҡ яһап. –– Әбйәлил районында грант конкурстарында ҡатнашыу әүҙемлеге артыуын күрҙек. Был беҙҙең дә ҡаҙанышыбыҙ, сөнки 2024 йылда беҙ ике тапҡыр Асҡарҙа халыҡ менән аралаштыҡ һәм социаль проектлау буйынса уҡыуҙар үткәрҙек, ә быйыл ҙур ауылдарға ла барып еттек, халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ булдыҡ".
Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр башҡарма һәм муниципаль власть органдарына ебәрелә, мөрәжәғәттәр буйынса яуаптар БР Йәмәғәт палатаһының даими контролендә тотола.