Районды ла ғәҙәттән тыш хәлдәр урап үтмәй. 2013 йылдың август айында булған ташҡынды һәр кем хәтерләйҙер. Ул ваҡытта, бәхеткә күрә, ҡорбандар булманы. Уҙған йылдың йәйендә лә яуым-төшөм күп булыуы сәбәпле, райондың ҡайһы бер ауылдарын һыу баҫты. Бигерәк тә Озерный ауылының һыу аҫтында ҡалып, халыҡты эвакуациялауҙары иҫтә. Юлда йырын ҡаҙылып, ауылға хатта юлды ла япҡайнылар. Шулай уҡ Түбәнге Әбдрәш ауылы ла бер нисә көнгә һыу эсендә ҡалды.
Быйылғы яҙҙың да иртә килеп, ҡапыл йылытып, ҡарҙың тиҙ иреп бөтөү һөҙөмтәһендә республиканың төрлө райондарында ҙур йылғаларҙың ташыуы, ауылдарҙың һыу эсендә ҡалыуы тураһында көн дә интернет селтәренән күҙәтәбеҙ. Ошо йәһәттән ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан төбәк хеҙмәтенең Әбйәлил районы звеноһы йыл һайын әҙерлекте тикшереү буйынса смотр уҙғара. Район звеноһына йәлеп ителгән төрлө хеҙмәттәрҙән, бөтәһе 91 кеше һәм 29 берәмек техниканың ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына әҙер булыуҙары тикшерелде. Асҡарҙың төп майҙанына махсус техника, ҡотҡарыу эштәре өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылды. Ҡотҡарыусылар тигеҙ сафҡа теҙелгәс, райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Ф. Р. Махийәнов район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовҡа звеноның смотрға әҙерлеген белдерҙе.
— Смотр һәр ойошманың тулыһынса техника һәм мөлкәт менән комплектланыуын, техникаларҙың тулы күләмдә авария-тергеҙеү эштәрен башҡара алырлыҡ хәлдә булыу-булмауын, шәхси составтың үҙенә беркетелгән техника һәм приборҙар менән файҙалана белеү-белмәүен асыҡларға ярҙам итә. Беҙгә кәрәкле ваҡытта, ғәҙәттән тыш шарттарҙа, хеҙмәткәрҙәр һәм техника беҙҙе һынатмаясағына һәм килеп тыуған ауырлыҡтарға тейешле рәүештә яуап бирә аласағына ышанырға тейешбеҙ, — тине Илдар Таһир улы.
И. Т. Нафиҡов, Ф. Р. Махийәнов ҡотҡарыу хеҙмәттәренең әҙерлеген тикшерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, халыҡты иҫкәртеү һәм бәйләнеш булдырыу, медицина ярҙамы күрһәтеү, инженер, газ, энергия менән тәьмин итеү, янғын һүндереү, автомобиль юлдарын, үҫемлектәр һәм хайуандар, урмандар, йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса хеҙмәттәр комиссия алдында отчет тотто.
Смотр барышында Фуат Рәфҡәт улы ауыл биләмәләре башлыҡтарына түбәндәге бурыстар ҡуйҙы: ташҡын хәүефһеҙлеге осрағына аудио хәбәрҙәр тексын алдан әҙерләргә, төрлө ваҡиғалар өсөн мөмкин булған бөтә иҫкәртеү сараларын ҡулланырға, иң мөһиме — грамоталы, оператив эш итергә һәм планлаштырылған сараларҙы ваҡытында үтәргә кәңәш итте.
Г. ҠУСҠАРОВА.