Көнүҙәк
14 Апрель 2025, 04:36

Янғын хәүефе миҙгеле

Һауа температураһының күтәрелеүен, күрше биләмәләрҙә ҡоро үләндең янып китеүен һәм йыһан мониторингы саралары менән термик нөктәләрҙе теркәүҙе иҫәпкә алып, 3 апрелдән республиканың урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе ҙур булған миҙгел асылды. Был осорҙа урмандарҙа, аҡландарҙа, йырындарҙа, шулай уҡ баҫыуҙарҙа үлән яндырыу тыйыла; һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөгөн ташларға, майланған йәки яныусан матдәләр һеңгән әйберҙәрҙе, шулай уҡ шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырырға ярамай. 
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағи-ҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған.
Урманда ут сыҡһа, 112 йәки 8 (34772) 2-03-99 телефон номерына шылтыратып, хәбәр итергә кәрәк.

Рим ҒҮМӘРОВ,
Әбйәлил урмансылығы инженеры.

Читайте нас