

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев Томинск тау-байыҡтырыу комбинатын (ТБК) миҫал итеп алып, компанияның пландары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Яңы комбинат асыу районды һәм республиканы үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр, шул иҫәптән урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырасаҡ, тип билдәләне ул. Бәхтегәрәев шулай уҡ үтәү өсөн мотлаҡ булған билдәле бер сроктарҙы һәм талаптарҙы үҙ эсенә алған лицензия тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, яҡынса күҙалланған ресурстар мәғдән күләме яҡынса 208 миллион тонна, ә баҡыр күләме яҡынса 1 миллион тонна тәшкил итеүен күрһәтә. Әммә ысын запастарҙы аныҡ баһалау өсөн геологик разведка эштәре үткәрергә кәрәк, шул иҫәптән скважиналар быраулау, уларҙан лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн материал алынасаҡ, тип белдерҙе. Проекттың күҙалланған параметрҙары йылына 10 миллион тонна руда, 40 миллард һумлыҡ инвестициялар, урындағы бюджетҡа йыл һайын уртаса 250 миллион һум һалым, 1500 яңы эш урыны булдырыу көтөлә.
Залдағы асыҡ микрофон аша халыҡ комбинат төҙөлә ҡалһа, уның кешеләр тормошона потенциаль йоғонто яһауына ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Һорауҙар конкрет һәм ҡәтғи ҡуйылды. Михайловкалар күпме мәғдән сығарыласағы һәм ул сырье ниндәй юлдар аша ташыласағы менән ҡыҙыҡһынды. Был һорауға аныҡ яуап яңғыраманы. Берәүҙәр проектҡа ҡағылған майҙандың ҙурлығы күпме буласағы менән ҡыҙыҡһынһа, икенселәр һауа һәм һыуҙың бысраныуы тураһында хәүеф белдерҙе.
Был һорауға яуап итеп, комбинат вәкилдәре саң менән көрәшеү өсөн биләмәне даими һыу менән һуғарыу, ә тикшеренеүҙәр бөтә экологик стандарттарҙы иҫәпкә алып, комплекста үткәреләсәк тип ышандырҙы. Шулай уҡ улар, комбинат эшмәкәрлегенән килгән һалым иҫәптәре районды, республиканы төҙөкләндереүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, тине.
Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе, балаларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнгән ҡатын, карьер асыу менән бәйле экологик проблемалар арҡаһында балаларҙың һаулығына зыян килеү хәүефен белдерҙе. Карьер асыу һауыҡтырыу лагерҙарына зыянлы буласаҡ тип билдәләне. Был һорауға «Салауат» ЯСЙ-һы партнеры Алексей Воробьев яуап бирҙе. Производство өсөн һыу ресурсы һайлағанда балалар лагерҙарының ҡайҙан һыу менән тәьмин ителеүе иҫәпкә алынасаҡ. Һулар һауаның бысраныуы ла арауыҡ менән иҫәпкә алынған тигән фекерҙе еткерергә тырышты.
Экология өлкәһендә кире эҙемтәләр тураһында фекерҙәргә яуап итеп, комбинат вәкилдәре һыу сығанаҡтары күләме ентекле тикшереләсәк, ә рекультивация эштәре даими үткәреләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар яңы технологиялар индереү төбәкте үҫтереүгә һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыуға килтерәсәк, тип ышандырҙы.
Әммә йыйылыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла яуаптарҙан ҡәнәғәт булманы. Төҙөлөшкә ҡырҡа ҡаршы сыҡҡандар ҙа булды. Ҡайһы берәүҙәр проекттың асыҡлығына шик белдерҙе һәм күҙалланған объекттар һәм транспорт юлдары тураһында мәғлүмәт етерлек түгел тип үҙ фекерен раҫланы.
Салауат мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Хафизова Әбйәлилдең йөҙөк ҡашы булған Ҡырҡтытауҙа үҫкән тәбиғи байлыҡтың юҡҡа сығыуына борсолдо. Уҡыусылары менән экологик һуҡмаҡтарҙан үтеп, фәнни-эҙләнеү эштәрендә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусы, был урынды ҡурсаулыҡҡа алырға тәҡдим итте.
Карьер асылғас тирә-яҡты саң, бысраҡ баҫасаҡ тигән ғәйепләүгә «Салауат» ЯСЙ-һы етәксеһе йәшеллек менән уратып алынған Томинск ГОК-ын барып үҙ күҙҙәре менән күреү мөмкинселеген вәғәҙә итте.
Һөҙөмтәлә осрашыу экология һәм социаль йоғонтоға ҡағылышлы мәсьәлә-ләрҙең көн тәртибендә ҡалыуын күрһәтте. Тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәренең ыңғай аспекттар дәлилләүенә ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ үҙ мәнфәғәттәрен һәм хәүефһеҙлеген яҡлау өсөн асыҡлыҡ индереүҙе һәм проектты тикшереүҙә ҡатнашыуҙы талап итте. Бындай диалогтарҙың дауам итеүе мөһим һәм ике яҡ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм иҡтисади үҫеш араһында баланс табырға тейеш.