

Бөгөнгә тиклем киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырын хәл итмәгәндәргә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм партнер предприятиелар мәктәп тамамлаусыларҙы уҡытыу буйынса программа тәҡдим итә. Был предприятиеларға талап ителгән һөнәрҙәргә уҡығанда, эш урыны гарантиялана.
Быйыл асыҡ тау эштәре, геология, маркшейдер эше, файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу, тау машиналары һәм ҡорамалдары, электромеханик ҡорамалдар, тәбиғәттән файҙаланыу һәм һыуҙы ҡулланыу һөнәрҙәре буйынса уҡырға мөмкинлек бар.
Һанап үтелгән һөнәрҙәргә илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарында, атап әйткәндә,
- Өфө фән һәм технологиялар университетында,
- Башҡорт дәүләт аграр университетында,
- Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетында,
- Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт тау университетында уҡырға була.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән һәм партнер предприятиеларҙан маҡсатлы квота буйынса тау һөнәрҙәренә уҡырға теләһәгеҙ, һылтанма (https://forms.yandex.ru/u/6806313684227c6269e68934/ ) аша үтеп, маҡсатлы уҡыуға кандидат анкетаһын тултырырға кәрәк.
Р. Дауытова.