

Иң тәүҙә шығырым тулы зал алдында «Салауат» ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев һәм партнер компанияның вәкиле Алексей Воробьев сығыш яһаны. Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты эшмәкәрлеге тураһында видеоролик күрһәтелгәндән һуң халыҡ һорауҙар яуҙыра башланы. Курорт төбәгендә йәшәүселәрҙе борсоған төп тема, әлбиттә, экологияға ҡағылышлы булды. Һөнәре буйынса геолог булған уҙаман бик урынлы һорауҙар бирҙе.
— Күп йылдар элек, әле Совет власы осоронда Урал аръяғында гидрогеологик тикшеренеүҙәр үткәрелде, унда һыу юлдары, уларҙың запасы асыҡланды. Һеҙҙә ошо тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре булған иҫке карталар бармы? — тип һораны ул.
— Беҙ фонд материалдарын файҙаланабыҙ, шунан һуң гидрогеологияны тикшереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһын, Өфө институты белгестәрен йәлеп итеп комплекслы эҙләнеүҙәр үткәрәсәкбеҙ, — тип яуап ҡайтарҙы Т. Бәхтегәрәев.
— Ни өсөн мин бының менән ҡыҙыҡһынам: сөнки беҙҙең йылға-күлдәр ҡар, ямғыр һыуҙары менән генә түгел, ә Верхнеуралдан Йылайырға тиклем ер аҫты һыуҙары менән тулылана. Ул ер аҫты Йылайыр диңгеҙе тип атала. Магнитогорск, Сибай ҡалалары һәм был төбәк ауылдары ошо һыуҙы эсә, — тип аныҡлыҡ индерҙе.
Артабан ул карьерҙың тәрәнлеге тураһында һораны. «Беҙгә мәғдәндең ниндәй тәрәнлектә ятыуы, ниндәй формала булыуын билдәләү өсөн разведка үткәрергә кәрәк. Шунан һуң ғына карьерҙың параметрҙары билдәле буласаҡ», тигән яуап бирелде.
— Ҡырҡтытауҙың вертикаль киҫелешен беләһегеҙ, карьерҙы ҡайҙа эшләйәсәкһегеҙ? — тип ҡыҙыҡһынды.
— Был инженер тикшеренеүҙәре этабында асыҡланасаҡ. Геологик разведка үткәрелгәндән һуң ғына техник пландағы бөтә мәсьәләләр проектҡа һалынасаҡ, — тип аңлатты Таһир Тимербай улы.
— Флотацияла ниндәй реагенттар ҡулланыласаҡ?
— Реагенттарҙың ике төрө бик аҙ күләмдә ҡулланыласаҡ. Бер тонна баҡырға 1 грамм йыйыусы һәм 20 грамм күбекләүсе реагент етә. Уларҙың зарары кер йыуыу порошогынан артыҡ түгел, — тип яуапланы Алексей Воробьев.
— Беҙгә реагенттарҙы ҡайҙа ҡарарға мөмкин? Уларҙың ниндәй төрө проектҡа һалынасаҡ?
— Мәғдән составының ниндәй булыуын белгәс кенә, уны эшкәртеү өсөн күпме һәм ниндәй реагент кәрәклеген әйтә аласаҡбыҙ.
Артабан ташбулаттар һәм ошо төбәктә йәшәүсе Магнитогорск кешеләре карьер һәм комбинаттың тәбиғәткә зыян килтерәсәге, был тирәлә былай ҙа карьерҙарҙың күп булыуы арҡаһында яман шеш ауырыуҙары күбәйеүе, һыу һәм һауаның бысраныуы хаҡында сығыш яһаны. Һәр осрашыуҙа яңғыраған комбинаттағы һыуҙың әйләнеше, бысраҡ һыуҙың йылғаларға ағып төшәсәге, карьерҙағы туҙандың ел менән тирә-яҡҡа таралыуы хаҡында һорауҙар бирелде. Уларға яуап бер булды: комбинат бөтә экологик талаптарҙы теүәл һәм аныҡ үтәйәсәк. Шулай ҙа халыҡ йыйылышта үҙ һүҙен әйтеп, «Салауат» ятҡылығындағы мәғдәнде эшкәртеүгә дәррәү ҡаршы булыуын белдерҙе.