Көнүҙәк
29 Мая 2025, 10:52

«Әлегә геологоразведка үткәреләсәк...»

Ҡаҙмаш ауылында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев һәм партнер компанияһы вәкиле Алексей Воробьев менән осрашыу-презентация үтте.

«Әлегә геологоразведка үткәреләсәк...»«Әлегә геологоразведка үткәреләсәк...»
«Әлегә геологоразведка үткәреләсәк...»

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаментынан алған лицензияһына ярашлы, геологоразведка башларға тейеш. Йәмғиәт етәксеһе Таһир Бәхтегәрәев осрашыуға килгән халыҡҡа разведка эшен нисек үткәреү хаҡында аңлатты. Участкала бер нисә скважина бырауланасаҡ һәм материал өлгөләрен лабораторияға ебәрәләр. Лицензия участкаһының майҙаны – 229 гектар, бында яҡынса 1 миллион тонна баҡыр булыуы ихтимал. Был тикшереү сеймал ҡиммәтен һәм артабан эшкәртеүҙең иҡтисади нигеҙлелеген билдәләү өсөн мөһим.
— Геологоразведка эштәре баҡыр запастарының күпме булыуын белеү өсөн кәрәк. Бынан һуң техник-иҡтисади фараздар әҙерләнә, уны дәүләт комиссияһы ҡарай, ә баҡыр запастары дәүләт балансына ҡуйыла. Шунан һуң ғына тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү тура-һында ҡарар ҡабул ителәсәк, – тип белдерҙе ҡаҙмаштарға «Салауат» йәмғиәте директоры.
Тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү проекты дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алған осраҡта, уның буйынса асыҡ тыңлауҙар ойоштороласаҡ.
— Беҙҙең комбинат социаль-иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙән тыш, ауылдарҙы тергеҙеүгә лә булышлыҡ итер тип ышанам. Йәштәр ауылдарға ҡайтасаҡ, сөнки заманса комбинатта тотороҡло эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы буласаҡ, — тип билдәләне Таһир Тимербай улы.
Урындағы халыҡ карьер асыу, комбинат төҙөүгә ризаһыҙлыҡтарын белдереп, һыу, һауа бысраныуы, матур тәбиғәттең юҡҡа сығыуына борсолдо.
— «Салауат» ЯСЙ-һы ер аҫты һыуҙарын бысратмаҫлыҡ итеп ҡалдыҡ һаҡлау урыны төҙөй алыуына гарантия бирәме? — тигән һорау булды осрашыуҙа.
— Беҙҙең гарантия — партнер компанияның ҙур тәжрибәһе. Бер генә ҡалдыҡ һаҡлау урыны ла емерелмәне. Ҡалдыҡ һаҡлау урыны — ул дамба ҡороп, һыу менән тултырыу ғына түгел, был бик ҡатмарлы технологик объект. Ҡалдыҡ һаҡлау урынына мотлаҡ рәүештә гидроизоляция ҡатламы эшләнә, периметр буйлап күҙәтеү скважиналары ҡуйыла, унан даими рәүештә һыу кимәле, сифат контроле алып барыла. Был объекттар ныҡлы эшләнә, борсолорға урын юҡ, — тигән яуап ҡайтарылды.
Карьерҙың тәрәнлеге күпме буласаҡ тигән һорауға Таһир Тимербай улы: «Интернет селтәрендә төрлө роликтар йөрөй, кемдер 500 метр, ҡайһы берҙәр күберәк ти. Беҙ геологик разведканан һуң ғына, әгәр запастар раҫланһа, проект эшләйәсәкбеҙ һәм һеҙгә карьерҙың ниндәй ҙурлыҡта һәм тәрәнлектә буласағын күрһәтәсәкбеҙ», — тип аңлатты.
— «Салауат» ятҡылығындағы баҡырҙың нисбәте бик түбән, ә уны сығарыу бик ҡиммәткә төшәсәк. Шуға был хаҡҡа сит илдән һатып алыу яҡшыраҡ түгелме? — тигән һорау ҙа яңғыраны.
— Рус баҡыр компанияһы юғары технологиялар ярҙамында баҡыр күләме аҙ ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү буйынса алға киткән һәм бының иҡтисади яҡтан отошло булыуы раҫланған, — тине йәмғиәт директоры Таһир Бәхтегәрәев.
Ҡыҙыл йылғаһы бысранасаҡ, бөтәсәк бит тигән дәлилдәргә яуаптар компанияның мәғдән сығарыу һәм байытыу технологияһы тирә-яҡ мөхитте бысратмауы, производство экологик яҡтан таҙа булыуына нигеҙләнде.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең партнер компанияһы вәкиле Алексей Воробьев тау-байыҡтырыу комбинаттарын бойондороҡһоҙ лабораториялар тикшереүен әйтте. Лабораториялар Рәсәй тәбиғәт күҙәтеүе дәүләт органы ҡарамағында һәм бойондороҡһоҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Лаборатория хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре карьерға, комбинатҡа килә һәм тикшереү өсөн теләгән урындан һыу, тупраҡ, һауа өлгөләрен ала. Компания хеҙмәткәрҙәре пробаларҙы һайлап алыу процесында ҡатнашмай, — тип билдәләне ул.
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин үҙенең сығышында халыҡ менән бергә экология, тәбиғәт өсөн ныҡ борсолоуын һөйләне. Шул уҡ ваҡытта илдең ҡатмарлы осор кисереүен онотмаҫҡа саҡырҙы. Ул барыһын да аҡыл менән хәл итергә, йәмғиәт алдына халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса аныҡ шарттар ҡуйырға, уларҙы комбинат төҙөлә башлағанға тиклем үк килешеү менән нығытырға тәҡдим итте.
— Бөтәбеҙ ҙә тәбиғәт, ер-һыу өсөн янабыҙ, һәр кемдең йөрәге әрней. Бөгөн районда йәшәүсе һәр кемде ошо хәл борсой. Карьер һәм комбинат асылыуы юҡҡа түгел, һуғыш барғанын онотмайыҡ. Ул әле генә бөтөргә уйламай. Был ятҡылыҡ дәүләт резервы булараҡ һаҡланған. Федераль лицензия булғас, һорап тормаясаҡтар, асасаҡтар. Компания рөхсәт һорарға түгел, ә урындағы халыҡ менән килешеп эшләргә тигән маҡсатта осрашыуҙар ойоштора. Тимәк, уларҙың мөмкинлектәрен үҙебеҙҙең социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә файҙаланырға кәрәк, — тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Вадим Рафҡәт улы.
Бынан тыш, биләмә башлығы комбинат төҙөлөшө проектын контролдә тотоу өсөн йәмәғәт органы булдырыу кәрәклеге тураһында белдерҙе. Унда райондың бөтә ауылдарынан вәкилдәр инергә тейеш.
Ҡаҙмаш мәктәбе директоры Зариф Атауллин уҡыусыларҙы төрлө кәрәкле һөнәрҙәргә әҙерләү өсөн профилле кластар асылырмы тип ҡыҙыҡһынды.
Таһир Бәхтегәрәев комбинат әле эшләй башламаһа ла, компания махсус белем биреү программалары әҙерләүен әйтте. Хатта районда асылмаған осраҡта ла, уҡыусыларға партнер комбинаттарында эш урындары буласаҡ. Бынан тыш, белем биреү учреждениелары менән социаль партнерлыҡ тормошҡа ашырыласаҡ, уның сиктәрендә студенттар компания иҫәбенә юғары белем аласаҡ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас