

Ултырышты район хакимиәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында» комиссияның секретары Гөлдәр Рәхимова үткәрҙе. «Башҡортостан Республикаһының халыҡтары телдәре тураһында»ғы законға ярашлы, ойошма-учреждениеларҙың алтаҡталары дәүләт телдәрендә — русса һәм башҡортса яҙылырға тейеш. Башҡорт телендәге текст мотлаҡ һулаҡайҙа йәки өҫ яҡтан урынлаштырыла. Әгәр ойошма атамаһы башҡорт теленә тәржемә ителмәһә, башҡортса тексты төп атаманан һуң ҡуйырға ярай. Мәҫәлән: КАФЕ «МАНДАРИН» КАФЕҺЫ. Әммә күптәр мәғәнәүи яҡтан дөрөҫ булмауын уйлап тормайынса, «кафеһы» һүҙен алға, ә русса вариантты артҡа ҡуя. Һөҙөмтәлә «КАФЕҺЫ «МАНДАРИН» КАФЕ» тигән хаталы һүҙбәйләнеш килеп сыға. Бындай хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн иң дөрөҫө — белгестәргә мөрәжәғәт итеү. Шулай уҡ Башҡортостанда йәшәгән һәр кем алтаҡталарҙың хатаһыҙ яҙылыуына үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн телеграм каналында «Хатаһыҙ ҡала» тигән чат-бот булдырылған.
Чат-бот нисек эшләй?
Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» чат-ботын эшләүе тураһында быға тиклем дә хәбәр иткәнебеҙ булды. Башланғыс Хөкүмәт ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Уның ярҙамында республикала йәшәүсе һәр кем алтаҡталарҙа, юл күрһәткестәрендә, урамдарҙың һәм туҡталыштарҙың атамаларында ебәрелгән хаталар тураһында хәбәр ебәрә ала. Мөрәжәғәттәр шунда уҡ «Инцидент-менеджмент» системаһы аша эшкәртелә, үҙгәрештәр оператив рәүештә индерелә.
Был чатты теләге булған һәр кем Телеграмда «Город без ошибок. Башкортостан» тип яҙып эҙләп таба һәм үҙе күргән, фотоға төшөргән хаталар тураһында хәбәр итә ала. Шулай уҡ уҡыусыла-рыбыҙға уңайлы булһын өсөн һылтанма ла тәҡдим итәбеҙ: https://t.me/bashnamebot. Артабан «Мөрәжәғәт ҡалдырырға» тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Хата төҙәтелгәндән һуң уны яҙыусыға мотлаҡ яуап ебәрелә. Мәҫәлән, быйылғы йылдың 19 февраленә ҡарата Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Өфө, Туймазы, Борай, Бүздәк райондарында тап ошо чат-бот ярҙамында хаталы яҙыуҙарҙы төҙәтеү осраҡтары билдәле. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе алтаҡталарҙағы текстарҙы руссанан башҡортсаға дөрөҫ тәржемә итмәүгә ҡағыла.
Ниндәй хаталар осрай?
Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы комиссия ағзалары менән таныштырғандан һуң, район хакимиәте бинаһында осраған хаталарға туҡталып китте. Ул әйтеүенсә, күп кабинеттарҙың атамаһы, шулай уҡ коридорҙарҙа урынлашҡан мәғлүмәти стендттар ҙа тик рус телендә генә бирелгән.
Артабан да был юҫыҡта әүҙем эшләргә һәм хаталы алтаҡталарҙы бергәләп төҙәтергә тигән ҡарарға килде комиссия ағзалары. Шулай уҡ район хакимиәтендә сығыш яһаусыларҙың докладтары өс айға бер булһа ла башҡорт телендә яңғырарға тейеш тигән теләк тә әйтелде.
Г. ҠУСҠАРОВА.