"Беҙ айына 1 мең, 1,5 мең һум аҡса эшләнек, ул саҡта был ярайһы уҡ яҡшы булды. Ул саҡта Жигули 5 мең һум тора ине", - тине Путин видеоэлемтә аша. Президент ирекмәндең айына 60-70 мең һум аҡса эшләүе тураһындағы һүҙҙәренә шулай яуап бирә, был «аҙ» тип билдәләй.
20 июндә Путин граждандарҙың иҡтисади әүҙемлеге өсөн шарттар булдырыу кәрәклеген белдергәйне. Юғары эш хаҡы иҡтисадына күсеп, эшҡыуарҙар эшселәрҙе йәлеп итеү өсөн эш хаҡын күтәрергә мәжбүр булғанда эшсе көсө дефицитына бәйле булмаясаҡ, тип аныҡлыҡ индерҙе ул.