Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Июль 2025, 10:34

Йәмәғәт ойошмалары берҙәм эшләһен!

Районда тәүге тапҡыр йәмәғәт ойошмаларының ултырышы үтте.

Ултырышта район хакимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Әминев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, ауыл биләмәһе башлыҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, төрлө ойошма етәкселәре ҡатнашты. 
Айрат Зиннәт улы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Таңһылыу Мостафина менән таныштырҙы. Ул оҙаҡ йылдар Әбйәлил районы федераль ҡаҙна идаралығының бүлек етәксеһе булып эшләгән.
– Таңһылыу Әхмәт ҡыҙына тағы ла генераль секретарь вазифаһын тапшырасаҡмын. Ул бөтә ойошмалар менән дә идара итәсәк, – тине А. Әминев. – Киләсәктә шулай уҡ бөтә йәмәғәт ойошмаларын бер бинаға урынлаштырырға тигән идея бар, бының өсөн бинаны ипкә килтерергә кәрәк буласаҡ. Бөтә йәмәғәт ойошмалары ла бер урында булғанда улар үҙ-ара кәңәшләшеп ҙур һөҙөмтәләргә ирешә аласаҡтар, шулай уҡ халыҡ өсөн дә уңайлы буласаҡ.
Ултырышта икенсе һорау – “Дан аллеяһы” паркын булдырыу мәсьәләһе күтәрелде. Айрат Зиннәт улы аллеяның проекты менән таныштырҙы. Бында Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечня һуғыштарында, шулай уҡ махсус хәрби операцияла башын һалғандар иҫтәлегенә мөйөштәр булдырыласаҡ. Парктың коменданты итеп Азамат Амангилдин тәғәйенләнде.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы йәмәғәт ойошмаларын, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар советын һәм “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фондын, “Халыҡтар ассемблеяһы”н етәкләгән кеше булараҡ, үҙенә ҡағылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә тәҡдимдәрен еткерҙе, уларҙың һәр башланғыстарында ярҙам итергә саҡырҙы. 
– Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән тынғыһыҙ булған. Тап һеҙҙең ерлектә  ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан “Сәләмәт ауыл” конкурсы, хәҙер инде бөтә республика буйлап таралған “Айыҡ ауыл” конкурсы старт алды. Артабан да инициативалы булып, яңынан-яңы тәҡдимдәр индереп, матур итеп эшләргә яҙһын, – тине ул һүҙен йомғаҡлап. 

Г. ТИМЕРЙӘНОВА.

Читайте нас