

Был 2024 йылға ҡарағанда 800 миллионға, йәғни 3,2 процентҡа күберәк.
Аҡсаның төп өлөшө ағынты һыуҙарҙы таҙартыуға — 13,3 миллиард һум (114,6%), ҡалдыҡтар менән эш итеүгә — 8,3 миллиард һум (100%), атмосфера һауаһын һаҡлауға һәм климат үҙгәреүен булдырмауға — 2,3 миллиард һум йүнәлтелгән.
Ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн түләү 2024 йыл кимәлендә ҡала, ә атмосфера һауаһын һаҡлауға сығымдар 23,3 процентҡа кәмегән.
Былтыр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса төп фондтарҙы капиталь ремонтлауға компаниялар 1,3 миллиард һум йүнәлткән, был 2024 йыл кимәленән 7,3 процентҡа күберәк. Атмосфера ташландыҡтарын тотоу һәм зарарһыҙландырыу өсөн ҡорамалдарҙы ремонтлауға сығымдар 22,1 процентҡа, йәғни 156,8 миллион һумға тиклем арта. Ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төп фондты ремонтлауға компаниялар 93,7 миллион һум тотона, үҫеш 7,1 процентҡа артҡан. Иң күп аҡса ағынты һыуҙы йыйыу һәм таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға тотонола — 1 миллиард һум, был 2024 йыл күрһәткестәренән 5,9 процентҡа күберәк.
2025 йылда тирә — яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуға бизнес инвестициялары 9 миллиард һум тәшкил иткән. Шуларҙың 5,9 миллиарды атмосфера һауаһын һаҡлау сараларына, 2,8 миллиарды — ағынты һыуҙар менән эш итеүгә, 5 миллионы-ерҙәрҙе, ер өҫтө һәм ер аҫты һыу объекттарын һаҡлауға һәм экологик реабилитациялауға йүнәлтелгән.