Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
21 Февраль 2025, 10:46

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн

Өлөшләтә мобилизацияға эләккән Таҡһыр ауылы егете Тимерйән Әхмийән улы Ғәбитовты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында район хаки-миәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Гусев ауыл биләмәһе башлығы Шәрифйән Ғәтиәтуллин, ойошма һәм предприятие етәкселәре ҡат-нашты.

Тимерйән Ғәбитов менән хушлашыу сараһы һалдат белем алған Таҡһыр ауылының мәктәбе алдында үтте.
Вадим Фәнил улы Тимерйән Әхмийән улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты:
— Ҡыҙғанысҡа күрә, иң шәп егеттәребеҙҙе һуғышта юғалтабыҙ. Тимерйән Әхмийән улы хәрби антына тоғро ҡалып Ватан именлеге өсөн ғүмерен ҡыҙғанмайынса алышты. Яугирҙең батырлығы өлгөһөндә киләсәк быуын тәрбиәләнәсәк. Бәхил бул, һалдат! — тине үҙенең сығышында.
Тимерйән Ғәбитов 1992 йылдың 3 июлендә Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Таҡһыр мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, 2007 йылда Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. 2012 йылдың яҙында Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәткә саҡырыла. Һуңынан кирбес, шлакоблок заводтарында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул ярҙамсыллығы һәм кешелеклелеге менән айырылып тора. 
2022 йылда өлөшләтә мобилизация менән махсус хәрби операцияға юллана. Яу яланында үҙен ҡыйыу башҡорт егете, тоғро иптәш итеп күрһәтә, хәрби заданиеларҙы теүәл үтәй, сапер булып хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, хәрби бурысын үтәгәндә һалдаттың ғүмере өҙөлә.
Хәрби частән килгән контракт хеҙмәте сержанты Марсель Усманов туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ауылдаштары исеменән Гөлсинә Ирғәлина телмәр тотто. «Тимерйән шәп, эшһөйәр булды. Һәр беребеҙҙең һүҙен йыҡмай, ярҙамынан ташламаны. Ауыр тупрағы еңел булһын һалдаттың», — тине Гөлсинә Исхаҡ ҡыҙы. 
Туғандары исеменән Дим Сәйфетдинов яугирҙе һуңғы юлға оҙатышырға килгәндәрҙең һәр береһенә рәхмәтен белдерҙе.
Яугирҙең бер туған апайы Зөлфиә Әхмийән ҡыҙына ҡустыһының иҫтәлеге итеп Рәсәй Федерацияһы флагы тапшырылды. 
Батырҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тимерйән Әхмийән улы Таҡһыр ауылы зыяратында ерләнде.

Г. ТИМЕРЙӘНОВА. 

Читайте нас