Илнур Фәнил улына бағышланған матәм сараһы Сиҙәм мәктәбе алдында уҙҙы.
Илнур Вәлиев 1995 йылдың 7 авгусында Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районының Ильинка ауылында тыуған. 1-11 кластарҙа Сиҙәм урта мәктәбендә белем ала. Мәктәптә уҡығанында уҡ Илнур алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән, һәр эшенә яуаплы ҡараған, тәртипле, тырыш уҡыусыларҙан һанала. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлай. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһының педагогия колледжында физкультура уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. 2014 йылдың көҙөндә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына алына. Әрме хеҙмәтендә лә үҙен ярҙамсыл, тоғро иптәш итеп таныта. Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәс, Гусев урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп Сибай ҡалаһындағы Башҡорт дәүләт университетының физкультура факультетында белем ала.
Уҡытыусы булып 4 йыл самаһы ғына эшләп өлгөрһә лә, Илнур Фәнил улы мәғариф өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Беҙ уның менән бер коллективта өс йыл бергә эшләп өлгөрҙөк. Тиҫтерҙәр булараҡ мәктәпкә ҡағылышлы һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләштек, белем усағының тормошонда гөрләп эшләнек, эс серҙәребеҙ ҙә уртаҡ булды. Көн һайын Сиҙәм — Гусев юлын тапаһа ла, һис ҡасан да зарланғанын ишеткәнем булманы. Уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларының уңыштарына ҡыуанып, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәргә хыялланды. Ата-әсәһенең, бер туған ағаһы Айнурҙың ныҡлы таянысы һәм терәге лә ине ул.
Иртә таңдан ҡара кискә тиклем спортзалдан сыҡмаған ҡара тырыш уҡытыусыны белем усағында яратмаған, уның дәрестәрен көтөп алмаған уҡыусы булмағандыр. Илнур төшкә тиклем физкультура дәрестәрен уҡытһа, төштән һуң волейбол, баскетбол буйынса секциялар алып барҙы. Ул эшкә килеү менән мәктәптә спорт күҙгә күренеп үҫте. Спортзал тәнәфес ваҡытында, төштән һуң уҡыусылар менән шығырым тулы булды. Һәр ерҙә тәртипте һәм бөхтәлекте яратҡан уҡытыусы шәкерттәренән дә шуны талап итте: мәктәптең спортзалында таҙалыҡ һәм яҡтылыҡ хөкөм һөрҙө. Сәләмәт тормошто үҙ иткән Илнур уҡыусыларҙа ла спортҡа һөйөү тәрбиәләне, уларҙы физик яҡтан ныҡ һәм рухлы итеп үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.
Физкультура дәрестәрен яңы методика алымдары менән уҡытты ул. Бигерәк тә йүгереү, лапта, волейбол, баскетболдың нескәлектәренә тиҙ төшөндө балалар. Ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр араһында командалар булдырып, зона һәм район кимәлендәге ярыштарҙа призлы урындар яуланылар. Командаларға бер иштән формалар булдырыуҙа ла уҡытыусының роле ҙур ине.
2019 йылда 5-се класҡа килгән уҡыусыларҙың алыштырғыһыҙ класс етәксеһе лә булды. Илнур ҡайҙа ғына булмаһын, себештәре һәр саҡ уның эргәһендә өйөрөлдө. Балалары менән уйнаны, көлдө, шаярҙы. Ғөмүмән әйткәндә, ул уҡыусыларҙың һөйөүен тойоп йәшәне һәм эшләне. Бер нисә йыл рәттән мәктәптең алыштырғыһыҙ Ҡыш бабайы ла булды. Һәр береһе менән уртаҡ тел тапты, кәңәше менән ярҙам итте.
Коллективта ла тиҙ арала абруй ҡаҙанды Илнур, мәктәптә иң йәш хеҙмәткәр ҙә ул ине. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре оло йәштә булғанға күрә, уны үҙҙәренең улдары кеүек күрҙеләр, яраттылар. Мәктәптә үткәрелгән сараларҙа Илнур Фәнил улының һәр саҡ ярҙамын тойҙоҡ, уға таяндыҡ һәм ул эшен һәр ваҡыт теүәл үтәне. Эшкә яуаплы ҡарауы, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы менән айырылды. Эскерһеҙ, ярҙамсыл, ихлас, кешелекле ине. Экологик өмәләрҙә эшһөйәрлеге, әрһеҙлеге менән алдырһа, ҡағыҙ эшендә бөхтәлеге һәм белемле булыуы күҙгә ташланды.
2021 йылда «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» программаһы сиктәрендә спортзалға капиталь ремонт яһалды. Бында иһә Илнур Фәнил улының хеҙмәте таштай ярылып ята. Тик ҡәһәрле һуғыш хеҙмәттәшебеҙгә дәртләнеп эшләргә, йәш быуынды тәрбиәләүгә өлөш индереүгә форсат бирмәне. 2022 йылдың сентябрь айында Илнур өлөшләтә мобилизацияға эләгеп яу яланына юлланды. Уҡсы булып хеҙмәт итте. Һәм ул башҡа юлды һайламаны ла. Күрәһең, уҡытыусы һөнәренә хас яуаплылыҡ, ир-егет булараҡ Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү уны яугир яҙмышын һайларға мәжбүр итте. Махсус хәрби операцияға киткәнендә лә һис һыр бирмәне, уны һуғышҡа оҙатырға мәктәп коллективы, уҡыусылары һәм яҡындары килгән ине.
Илнур Фәнил улының матәм сараһына ла халыҡ күп йыйылды. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, мәғариф бүлеге начальнигы Вәсилә Абсаҙыева, ойошма-предприятие етәкселәре, мәрхүмдең туғандары, бергә уҡыған класташтары, дуҫтары, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренерҙары, төрлө тарафтарҙан йыйылған уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары оло йөрәкле уҡытыусыны ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатты. Һәр кем уны тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Тәүгеләрҙән булып Вадим Фәнил улы һалдаттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты:
— Һуғыш ҡорбаны булып үҙ тыуған яғына ҡайтҡан батырҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның исеме йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә өлгө буласаҡ. Йәнең йәннәттә булһын, Герой! — тине ул.
Вәсилә Сәғит ҡыҙы ла район педагогтары һәм уҡыусылары исеменән яугирҙең яҡындарына сабырлыҡ теләне. «Илнур Фәнил улы уҡыусыларына ғына түгел, уҡытыусылар өсөн дә үрнәк. Ул үҙенең өлгөһөндә Тыуған илде нисек яратырға икәнлеген иҫбатланы. Беҙ уны шулай йәш, көләс йөҙлө итеп хәтерҙә ҡалдырырбыҙ», — тине В. Абсаҙыева.
Хәрби частең контракт рядовойы Александр Кравцевич Илнурҙың яу яланында тоғро иптәш, ысын дуҫ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, ауылдаштары исеменән Салауат Рәжәпов менән Салауат Хамматов Геройҙың бала сағын, мәктәп йылдарын бәйән итте.
Гусев мәктәбе коллективы исеменән сығыш яһаған коллегаһы Ирек Бәхтийәров яугир менән ғорурланыуы хаҡында әйтте:
— Мин уны директор булараҡ эшкә ҡабул иттем һәм бөтә коллектив менән уны үҙ иттек. Илнур Фәнил улы изге күңелле булды. Үҫмерҙәр унан үрнәк алһа, уҡыусы ҡыҙҙар өсөн ул идеал ир-егет ине. Ата-әсәләрҙең дә Илнур Фәнил улына зарланғанын ишеткәнем булманы. Отпускыға ҡайтҡанында ла беҙгә һәр саҡ килде. Мәктәп спортзалында балаларға Батырлыҡ дәрестәре һәм саралар үткәрҙе, Уҡытыусылар көнөнә бүләк яһап, беҙҙе ҡыуандырҙы. Һин беҙҙе яҡланың, һаҡланың, беҙ тыныс йәшәһен өсөн ғүмереңде ҡыҙғанманың. Бәхил бул, Илнур дуҫ, коллега, — тине Ирек Әхмәтйән улы.
Ә бөтә уҡыусылары исеменән сығыш яһаған Элина Сөнәғәтова уҡытыусыһының дәрестәрен көтөп алыуҙарын, шаян, көләкәс, уҡыусыларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуын һөйләне.
Рәсәй Федерацияһының флагы яугирҙең атаһы Фәнил Уйылдан улына тапшырылды. Мәрхүм Әлмөхәмәт ауылы зыяратында ерләнде. Атаһы Фәнил Уйылдан улының, әсәһе Луиза Викторовнаның, ағаһы Айнурҙың иңенә төшкән тауҙай ҡайғыны күтәрерҙәй көс һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, яугир һәм оло йөрәкле Уҡытыусы!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.