Урал Фирғәт улы Моратшин 1977 йылдың 11 июлендә Красная Башкирия ауылында донъяға килгән. Бәләкәй сағынан шуҡ, шаян, теремек була. 4-се кластан алып Силәбе өлкәһенең Светлогорск ауылында белем ала, һуңынан ғаилә Ишкилде ауылына күсеп ҡайта. 1995 – 1997 йылдарҙа Ватан алдындағы изге бурысын Тымыҡ океан флотында диңгеҙ сиген һаҡлаусы булып үтәй. Әрме сафынан һуң, райондың ауыл хужалығында көс түгә. Һуңғы йылдарҙа вахта ысулы менән алыҫ Себер тарафтарында эшләй һәм Ишкилде ауылы пилорамында хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, хеҙмәт яратыуы, алсаҡлығы һәм олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле булыуы менән айырылып тора.
Махсус хәрби операция башланғас та, яҡташыбыҙ Украиналағы барған мәхшәргә битараф ҡала алмай: Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм алғы һыҙыҡҡа юллана. Уҡсы булып хеҙмәт итә. 2023 йылдың 2 декабрендә яралы булыуына ҡарамаҫтан үҙенең таһыллығы, ҡыйыулығы арҡаһында 4 иптәшен ҡотҡарыуға өлгәшә. «Үҙе үлһә үлер, тик хеҙмәттәштәрен бер ҡасан да бәләлә ҡалдырмаҫ, хәрби тактиканы ла яҡшы белә» тигән сәләм ебәргән уның хаҡта командиры. Тап ошо батырлығы өсөн Урал Фирғәт улын РФ Президенты Указы менән Жуков миҙалы менән наградлайҙар.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡаты алыштарҙың береһендә хәрби заданиены үтәгәндә яугир батырҙарса һәләк була.
Матәм сараһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары исеменән Йәлил Зәйтүнов, ойошма-предприятие вәкилдәре, «Боевое братство» ағзалары, хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, ауылдаштары һәм туғандары, бергә хеҙмәт иткән иптәштәре йыйылған ине. Руслан Ғөзәйер улы һәм Йәлил Нәсип улы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ғаиләгә хөкүмәт тарафынан барлыҡ ярҙам саралары күрһәтеләсәген әйтте.
7-се гвардия һауа-десант ғәскәрҙәре дивизияһынан оҙатып килгән Роман Львотников та яҡташыбыҙҙың яу яланында ысын ирҙәрсә эш итеүен, ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса шат күңелле ҡала белеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ауылдаштары исеменән телмәр тотҡан Сәүҙә Шаһивәлиева, дуҫтары исеменән Серек Бейембетов та үҙҙәренең телмәрендә мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, һалдаттың ярҙамсыл, изге күңелле булыуын билдәләне.
— Ҙур юғалтыу кисерәбеҙ. Арабыҙҙа иң оло ейән булған ҡустымды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Беҙҙең Урал бәләкәй сағынан изге күңелле, һөйкөмлө, ярҙамсыл булды. Кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, шаян ине. Бәхил бул, ҡустым! — тине яугирҙең апайы Фирҙәүес Сирусина һәм ҡустыһының иҫтәлегенә арнап яҙылған шиғырын уҡыны.
Рәсәй Федерацияһының флагы иҫтәлеккә тип һалдаттың әсәһенә тапшырылғандан һуң, Урал Фирғәт улын Ишкилде ауылы зыяратында ерләнеләр.
Мәрхүмдең әсәһе Зөлфирә Вәғиз ҡыҙының, бер туғандары Роза Мөхтәр ҡыҙының һәм Тимур Мөхтәр улының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, тыныслыҡ һалдаты! Ил һинең батырлығыңды онотмаҫ!
Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.
Алғы яҡҡа ҡарай сығабыҙ, тип,
Хәбәр иттең беҙгә, бер айға.
Алыш көслө, тинең, һуғыш ҡыҙыу,
Туҡтағайныҡ әле, беҙ, ялға,
Һин һорама, апый, хәлдәр насар,
Бик күптәрҙе инде юғалттыҡ,
Имен сыға алһаҡ ярар ине,
Дошман ояларын ҡуҙғыттыҡ.
Һуңғы тапҡыр бәйләнештә булдыҡ,
Бер айҙан һуң, тинең, көтөгөҙ!
Пятихатка тигән бер ауылды
Алырбыҙ беҙ! Тик һеҙ көтөгөҙ!..
Тиеп киттең беҙгә һуңғы тапҡыр,
Күрешкәнгә тиклем тинеңме?
Һыуға батҡан кеүек юҡҡа сыҡтың,
Һин ҡайтырға тейеш инең бит!
Ҡайттың бына... Ҡайттың ауылыңа..
Ҡаршы алды тыуған тупрағың...
Яҡты йөҙөң ҡабат тик күрмәбеҙ,
Йылы тәнең күптән һыуынды...
Яҙҙар етһә һине беҙ көтөрбөҙ!
Сыйырсыҡтар булып ҡайт инде!
Умырзая булып ҡалҡып сыҡ һин,
Беләһең бит, көтәбеҙ һине...
Йондоҙҙарға табан атылдың һин,
Күк йөҙөнән һине эҙләрбеҙ!
Берәй йондоҙ беҙгә күҙен ҡыҫһа,
Геройыбыҙ! — тиеп күҙләрбеҙ!
Йырҙар булып ҡайтып инерһең һин,
Шиғырҙарым һиңә арналыр!
Исемдәрең беҙҙең йөрәктәрҙә,
Мәңгелеккә, Урал, һаҡланыр!
Фирҙәүес СИРУСИНА.