Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
3 Июнь 2025, 15:44

Батырлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ...

Ишбулды ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Тимур Фәрит улы Ҡаҙаҡбаевты һуңғы юлға оҙаттылар. Ил именлеге өсөн һәләк булған ҡаһарман яугир менән хушлашырға район етәкселеге, ауылдаштары, туғандары, дуҫтары килде. 

Тимур Фәрит улы Ҡаҙаҡбаев 1998  йылдың 13 ғинуарында Ишбулды ауылында тыуған. 2015 йылда тыуған ауылында 11-се класты тамамлай. Тырыш, тәртипле уҡыусы була, үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә. Артабан белем алыу маҡсатында Өфөнөң 64-се художество-профессиональ лицейына уҡырға инә. Дизайнер һөнәрен үҙләштерә. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфө ҡалаһында йыһаз эшләү фабрикаһында хеҙмәт юлын башлай. 2019 йылда Сибайҙа Росгвардияға хеҙмәткә урынлаша. Ҡайҙа эшләһә лә, үҙен яуаплы, эшһөйәр хеҙмәткәр итеп күрһәтә, коллективта хөрмәт ҡаҙана. Тимур Фәрит улы кәләше Лиана Винер ҡыҙы менән ике ҡыҙ үҫтерәләр.  Илһөйәр егет махсус хәрби операция барғанда ситтә ҡала алмай, үҙ теләге буйынса контрактҡа ҡул ҡуя. Ҡаһарман яҡташыбыҙ үҙенең хәрби бурысына тоғро ҡалып, яҡты киләсәк өсөн баш һалды.

Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров яугирҙең атаһы Фәрит Кәлимулла улы менән ғүмер юлдашы Лиана Винер ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылыбыҙҙа оло ҡайғы — Тимур Фәрит улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ипле, алсаҡ, ярҙамсыл егет ине. Йәш кенә көйө ғүмере өҙөлөүе бик йәл. Беҙҙең хәтерҙә мәңге булырһың, яҡындарына сабырлыҡ теләйем, — тине оло үкенес менән ауылдаштары исеменән хушлашыу һүҙҙәрен әйткән Азамат Зарипов.
Матәм митингыһына Сибай ҡалаһынан Тимурҙың элек бергә эшләгән коллегалары килгәйне. Ҡаланың эске эштәр бүлеге исеменән  сығыш яһаған Салауат Дәүләтбаев яугирҙең ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашып, ныҡлыҡ теләне. «Тимур менән беҙ бергә эшләнек, ҡыйыу, ышаныслы егет ине. Үҙенең бурыстарына шул тиклем яуаплы ҡараны, хеҙмәттәштәренә итәғәтле булды», тине ул.

— Мәктәптә уҡығанында аҡыллы, тәртипле һәм тырыш булды. Уҡытыусыларға, класташтарына оло хөрмәт менән ҡараны, һәр саҡ йылмайып, матур ғына итеп һүҙ ҡушып йөрөнө. Беҙҙең хәтерҙә тап шулай ҡалыр, — тине  мәктәп коллективы исеменән һүҙ тотҡан Мәмдүҙә Хәлисова. 
Нияз Боҫҡонов дуҫтары, класташтары исеменән сығыш яһаны.

— Тимур менән беҙ 11 йыл буйы бергә уҡыныҡ, әрмелә бергә хеҙмәт иттек. Тоғро, ышаныслы дуҫ, һәр ваҡыт терәк-таяныс булды. Уны хөрмәтләп, һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Тимур дуҫым, ҡорҙашым ауыр тупрағың еңел булһын, — тине.

— Бөгөн Ишбулды ауылы халҡы өсөн генә түгел, тотош район халҡы өсөн оло юғалтыу. Йәштәр менән бәхилләшеү бигерәк тә ауыр. Беҙҙең туғаныбыҙ ил мәнфәғәте өсөн үҙ ғүмерен бирҙе. Уның хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр, — тине туғандары исеменән Рәсүл Шөғүров.
Дәүләт флагы яугирҙең һөйөклө кәләшенә мәңгелек һаҡлауға тапшырылды. Тыуған яғына батыр булып ҡайтҡан Тимур Ҡаҙаҡбаев тыуған ауылы зыяратын мәңгелек төйәк итте. 27 йәшендә генә ғүмере өҙөлгән ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында дан мәңгелек булыр. Ғаиләһе, атаһының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Динара САФИУЛЛИНА.

Таштуй халҡы яугир менән хушлашты. Контракт хеҙмәте яугире, яҡташыбыҙ Ринат Хәкимов махсус хәрби операция зонаһында хәрби задание үтәгәндә батырлыҡ күрһәтеп, һәләк булды.

Ринат Хәкимов 1984 йылдың 15 февралендә Ҡаҙағстанда тыуған. 90-сы йылдарҙа Хәкимовтар ғаиләһе Таштуй ауылына килеп төпләнә. Ринат ауылдағы мәктәптең 9-сы класын тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһының 90-сы һөнәрселек училищеһында уҡып, ташсы һөнәрен ала.

2002 йылда Ватан алдындағы бурысын үтәргә Рәсәй Ҡораллы сафтарына китә, хеҙмәтен Ржев ҡалаһында үтә. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, вахта ысулы менән эшләй. Яуаплы, эшсән, башлаған эшен урын-еренә еткереп эшләгән, тырыш егетте ауылдаштары ихтирам итәләр. Тыныс холоҡло, изгелекле, игелекле булғаны өсөн уны туғандары, дуҫтары, яҡындары ярата. 

Махсус хәрби операция башланғас, Ринат Урал улы контракт буйынса ил һағына баҫа. 
Батыр яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов, район Советы секретаре Булат Исламбаев, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров, мәктәп директоры Динара Һибәтуллина, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уҡытыусылары, туғандары, ауылдаштары, класташтары килде.

Руслан Хәлилов Ринат Хәкимовтың туғандарының ҡайғыһын утраҡлашты:
— Беҙ бик ауыр заманда йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә Ринат кеүек егеттәр илебеҙ тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла. Беҙҙең матур тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәре менән түләгәндәр бар, Ринат та шулар иҫәбендә. Район етәкселеге, әбйәлилдәр исеменән Ринаттың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ринат Урал улы ғүмеренең аҙағына тиклем антына тоғро ҡалды, уның батырлығы район тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ. Ринаттың туғандары уның менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, сөнки ул Ватанды һаҡлап, йәнен аямай һәләк булды.  

— Ринат шаян, шул уҡ ваҡытта ғәҙел һәм тура һүҙле булды. Уны иптәштәре ихтирам итте. Мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашты, яҡшы уҡыны. «Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ» тигән мәҡәл уның тураһында ине, үкенескә ҡаршы, ил һағында һәләк булды. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, Ринат! Уның улы ла Таштуй мәктәбендә уҡый, быйыл 5-се класты тамамланы. Туғандарына сабырлыҡ теләйем, башҡа ауылға бындай ҡайғылар килмәһен, — тине мәктәп коллективы исеменән сығыш яһаған Ринаттың класс етәксеһе Гөлдәр Айытбаева. Класташтары Ринаттың изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер, ғәҙел егет булыуы хаҡында һөйләнеләр.

Туғандары исеменән Ф. Б. Хәкимов ҡустыһы Ринатты һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Район комиссары М. В. Гребенщиков Рәсәй флагын һәм яугирҙең баш кейемен батырҙың улына тапшырҙы, Ринат Хәкимовты Таштуй зыяратына оҙаттылар. Яугирҙең бер туған апайы Гөлнара Урал ҡыҙының, улы Асландың, барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Бәхил бул, яугир, тыныс йоҡла!

Г. БАЯЗИТОВА.

Аһылай ауылы ир-уҙаманы Шатморат Хәкимйән улы Шакировты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм сараһында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, ойошма-предприятие етәкселәре, «Боевое братство» ағзалары, мәрхүмдең яҡындары, ауылдаштары ҡатнашты.

— Ил именлеген һаҡлап, неонацизмды ҡороторға тип ғүмерен ҡыҙғанмайынса алғы һыҙыҡҡа юлланған тағы бер яҡташ батырыбыҙҙы юғалттыҡ. Һалдаттың иҫтәлеге халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр һәм уның исеме мәңгеләштереләсәк, — тине В. Ғафаров. — Батыр уҙамандың ҡатынының, балаларының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам. Һеҙгә сабырлыҡ теләйем. Ә алғы һыҙыҡта ил именлеге өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән ҡалған ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Вадим Фәнил улы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм ғаиләгә хөкүмәт тарафынан барлыҡ ярҙам саралары күрһәтеләсәген әйтте. 

Байым ауылы хакимиәте башлығы Даян Фәтхуллин үҙенең телмәрендә яугирҙең изге күңелле, эшһөйәр һәм ярҙамсыл булыуын әйтте. Туғандары исеменән сығыш яһаған Шафиҡ Мурзин һалдаттың хәстәрлекле ғаилә башлығы, өлгөлө атай булыуын билдәләне.

— Шатморат ҡусты беҙҙең мәктәптең уҡыусыһы булды. Уҡыусы сағынан егәрле, тәртипле ине. Техниканы яратты, уны биш бармағы кеүек белде. Матур балалар тәрбиәләне. Уның балалары спорт ярыштарында, төрлө олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәй, — тине ауылдаштары исеменән Рәсих Һибәт улы.

Яугир Аһылай ауылында 1972 йылда донъяға килгән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан Шайморатов колхозында эш башлай. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Изге  күңелле, ярҙамсыл Шатморат Хәкимйән улы һәр кем менән уртаҡ тел таба. Ҡатыны Ләйсән Марат ҡыҙына тоғро иптәш, балаларына яҡшы атай була. Тормош иптәше менән 5 бала тәрбиәләйҙәр.

Махсус хәрби операция башланғас та, яҡташыбыҙ Украиналағы барған мәхшәргә битараф ҡала алмай. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана. Уҡсы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа, яугир хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Рәсәй Федерацияһының флагы иҫтәлеккә тип һалдаттың ҡатынына тапшырылғандан һуң, яугирҙе Аһылай ауылы зыяратына ерләнеләр. 
Мәрхүмдең ҡатыны Ләйсән Марат ҡыҙының, балаларының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. 
Йәнең йәннәттә булһын, тыныслыҡ һалдаты! Ил һинең батырлығыңды онотмаҫ!

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас