Уҡсы вазифаһын үтәүсе яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтеп өлгөрә. Былтырғы йылдың 27 февралендә һуңғы тапҡыр ут эсенә инә. Ошоға тиклем хат-хәбәре булмаған яугирҙең яҙмышы билдәһеҙ булды. Яңыраҡ оҙаҡ көттөргән хәбәр килде, үкенескә күрә, ул ҡайғылы ине...
Әғзәп Исҡаҡов менән хушлашыу сараһы Атауҙы мәктәбе алдында үтте. Матәм митингыһына район етәкселеге, “Боевое братство” ойошмаһы егеттәре һәм бөтә ауыл халҡы килде, улар ауыр ҡайғы кисергән ауылдаштарына – яугирҙең ата-әсәһе Әлмира һәм Сәрүәр Исҡаҡовтарға, кәләше Мәрйәмгә, яҡын туғандарына рухи терәк булдылар. Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбировтан һәм шәхсән үҙенең исеменән ҡайғы уртаҡлашыусы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүнов һәләк булған яугирҙең ғаиләһенә дәүләт тарафынан тейешле ярҙам күрһәтеләсәген әйтте. Район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов йәп-йәш егеттәрҙең ғүмерҙәре ҡыйылыуына тәрән үкенес белдереп, халыҡтың һуғыштың тамамланыуын теләп доғала булыуҙарын һораны.
Атауҙыла тыуып-үҫеп, ошондағы урта мәктәптә белем ала Әғзәп. Уның тырыш, әүҙем, бөтә сараларҙа ла ихлас ҡатнашыусы, эшкә яуаплы уҡыусыларҙың береһе булыуы тураһында уҡытыусы Гөлнара Замалитдинова һөйләне. Алсаҡ йөҙлө, һис ҡасан бошона белмәгән, шаян, шул уҡ ваҡытта абруйлы класташы тураһында йылы иҫтәлектәре менән Миңлегөл Йомабаева бүлеште. 11-се кластан һуң егет Магнитогорск ҡалаһының 112-се һөнәрселек училищеһында ашнаҡсыға уҡый. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң вахта ысулы менән Себерҙә, ММК-ла эшләй.
Махсус хәрби операцияға үҙ ихтыяры менән, илһөйәрлек, ысын ир-егетлек кеүек иң изге тойғолар менән юллана. Ләкин тормошта барыһы ла беҙ теләгәнсә, беҙ ниәт иткәнсә түгел. Йылдан ашыу хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә булған улдары тураһында һуңғы өмөттән яҙҙырған йөрәк өҙгөс хәбәр алһалар ҙа, уның тыуған еренә ҡайтып ятыуынан ата-әсә күңеленә әҙ булһа ла тыныслыҡ килгәндер. Туғандары исеменән сығыш яһаусы Тәслимә Өмөтҡужина ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарға, иңдәрен ҡуйған туғандарға, таныштарға рәхмәт белдерҙе.
Әғзәп Исҡаҡов 30 йәшендә Тыуған ил өсөн ғүмерен ҡорбан итте, ул беҙҙең хәтерҙә алсаҡ, изге күңелле ир-егет булып һаҡланыр. Мәңгелек дан батырыбыҙға!
Г. ФӘТХУЛЛИНА.