Наил Солтанов 1990 йылдың 2 ноябрендә Мәйгәште ауылында донъяға килә. Ауылында башланғыс белем алғандан һуң, уҡыуын Буранғол мәктәбендә дауам итә. Белорет металлургия колледжында иҡтисадсылар әҙерләгән факультетҡа уңышлы имтихан тота. Унан әрмегә алына. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Таштимерҙә электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Иретеп-йәбештереүсе булып бер аҙ эшләгәндән һуң, шәхси һаҡ хеҙмәте курстарын тамамлай һәм ошо өлкәлә эшләй.
Наил бәләкәйҙән еңел атлетика менән ныҡлап шөғөлләнә, был тәңгәлдә район, зона, республика ярыштарында еңеүҙәре бихисап.
Ағас эшенә оҫта булды Наил, уның зауыҡ менән эшләгән ултырғыс-өҫтәл-эскәмйәләре күптәрҙә мәңгелеккә иҫтәлек булып ҡалды.
2023 йылдың авгусында Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус операция зонаһына үҙ теләге менән китә Наил Солтанов. Яу яланында хәрби операцияларҙа гранатометчик булараҡ ҡатнаша яҡташыбыҙ.
Унда күрһәткән батырлығы икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы башҡа дәүләт наградалары менән билдәләнгән. Н. Солтанов хеҙмәт иткән часть командованиеһы исеменән ҡыйыу яҡташыбыҙҙың үҙ бурысын намыҫлы үтәүе хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә рәхмәт хаты ебәрелгән: “Ил һағында тоғро хеҙмәт иткән яҡташығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм”, – тигән юлдар бар унда.
Батыр яҡташыбыҙ МХО зонаһында барған алыштарҙың береһендә ҡаты яралана һәм Мурманск ҡалаһына дауаханаға оҙатыла тик алынған яраларҙан төҙәлә алмай, вафат булды. Наил Солтанов тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәне.
– Район хакимиәте, әбйәлилдәр исеменән ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Тыуған илебеҙгә хәүеф янағас, Әбйәлилдең батыр улдары Ватан һағына баҫты. Наил Жәмил улы ла яугир юлын һайланы, әммә ғүмере ҡыҫҡа булды. Ҡыйыу йөрәкле Наил Солтановтың исеме район һәм дәүләтебеҙ тарихында ҡаласаҡ. Беҙҙең бурыс – башҡа күп яҡташтарыбыҙ кеүек уның да исемен онотмау, мәңгеләштереү. Патриот ул үҫтергән ата-әсәләрҙе лә ихтирам итегеҙ. Уларға һәм шулай уҡ бөгөн алғы һыҙыҡта булған яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә саҡырам. Һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, бөгөн алғы һыҙыҡта булған яҡташтарыбыҙҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, доғала булайыҡ, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов. – Бәхил бул, ҡустым!
Н. Солтанов хеҙмәт иткән хәрби частең 30-сы гвардия бригадаһы вәкиле Тимур Асташов хеҙмәттәшенең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, Наилде Ватандың тоғро һаҡсыһы, ысын ир-егет итеп тәрбиәләгән Илсия Ғабдулла ҡыҙына һәм Жәмил Сибәғәт улына командование исеменән оло рәхмәтен белдерҙе.
– Наил минең улым менән Сарматта бергә хеҙмәт итте. Улым һәләк булғас, документтарын йүнләп алыуҙа ярҙамы ҙур булды уның. Гуманитар ярҙам алып барған ваҡыттарыбыҙҙа һәр саҡ ҡаршы сығып ала ла, күстәнәс-әйберҙәрҙе тәғәйен егеттәргә шунда уҡ тапшыра ла, видео төшөрөп, отчет ебәреп тә ҡуйыр ине. Шәп, ҡыйыу йөрәкле, батыр егет булды. Илсиә һәм Жәмил, улығыҙҙы, ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр итеп тәрбиәләүегеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Нәҡ шундай ҡыйыу йөрәкле, батыр егеттәр һаҡлап тора ла инде илебеҙҙе, – тине ирекмән Динә Солтанова. – Һәр саҡ хәтеремдә һаҡлармын һине, Наил!
Ауылдаштары исеменән Нәсих Сәлмәнов һүҙ алды:
– Наилде махсус операцияға китер мәлендә осратҡайным: “Мин бармаһам, һуғыш бөтмәҫ”, тип шаяртҡайны. Тик яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ өсөн һуғыш ҡорбаны булды егет. Наилдең ата-әсәһенең, ағаһы Вадимдың, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, Хоҙай сабырлыҡтар бирһен барығыҙға ла.
Туғандары исеменән сығыш яһаған Рәсилә Шаһыбалова Наилдың эшһөйәр, алсаҡ, шаян булыуы хаҡында һөйләне, Ватан өсөн ғүмерен йәлләмәгән туғаны менән сикһеҙ ғорурланыуын әйтеп, матәм сараһын ойошторған район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.
Яугир батырлығы иҫтәлеге итеп Рәсәй флагы яҡташыбыҙҙың атаһы Жәмил Сибәғәт улына тапшырылды.
Мәйгәште ауылының имамы Нәсих Нөғәмәнов Наил Жәмил улы рухына аят бағышлағандан һуң, матәм митингыһында ҡатнашыусылар Асҡар ауылы зыяратына юл алды: яугир Наил Солтанов Асҡар зыяратында ерләнде.
Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе Илсия Ғабдулла ҡыҙының, атаһы Жәмил Сибәғәт улының, ағаһы Вадимдың, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Йәнең йәннәттә булһын, батыр!
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
Контракт хеҙмәте рядовойы Андрей Косарев 1968 йылдың 19 авгусында Магнитогорск ҡалаһында тыуған. 1969 йылда уның ғаиләһе совхоздың Һамар бүлексәһенә күсенә, Андрейҙың бала сағы ошо ауылда үтә лә инде. Красная Башкирия мәктәбен тамам- лағандан һуң, Магнитогорск педагогия колледжының физик культура уҡытыусылары әҙерләгән бүлегендә уҡый. Ҡулына диплом алған йәш белгес, хеҙмәт юлын Красная Башкирия мәктәбендә башлай.
1987 йылда Андрей Николаевич ил алдындағы изге бурысын үтәүгә юллана. Камчатка яр буйы һағында, Петропавловскиҙағы хәрби часта янғын һүндереүсе булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Маг- нитогорск ҡалаһының 20-се янғын һүндереү часына эшкә урынлаша.
Бер аҙҙан үҙенең яртыһын тап итеп, өйләнгәс, ҡатыны менән Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһына күсенәләр. 2018 йылда тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә.
Илдә махсус хәрби операция башланғас, Андрей Николаевич та үҙ теләге менән Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа. МХО зонаһында яҡташыбыҙ уҡсы вазифаһында алғы һыҙыҡта була, хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнаша. Шундай алыштарҙың береһендә яугир ҡаты яралана һәм һәләк була.
Матәм митингыһында яугирҙең ауылдаштары, туғандары, район хакимиәте хәрби комиссариат, «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов район етәкселеге һәм бөтә әбйәлилдәр исеменән Андрей Косаревтың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Бөгөн беҙ дәүләтебеҙ һәм илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта уның мәнфәғәттәрен яҡлауға баҫҡан Әбйәлилдең батыр улдарының береһен һуңғы юлға оҙатабыҙ. Яугир юлын һайлап, ахырынаса антҡа һәм ир-ат бурысына тоғро ҡалды Андрей Николаевич. Батырға мәңгелек дан, – тине ул.
– Дуҫыбыҙ шат күңелле, ҡыйыу, аралашыусан һәм шәп иптәш булды. Ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуһа, һәр саҡ тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашығыр ине, – тип билдәләне Сәғит Рәжәпов.
– Андрей яуаплы, башҡарыусан, изге күңелле, эшсән егет ине. Уның ярҙамын тоймаған кеше юҡтыр ауылда, изгелеген онотмаҫбыҙ, – тине ауылдаштары исеменән һүҙ алған Рәсимә Кощеева.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Флүзә Ғилманова Андрей Косаревтың эш һөйөүсән, ярҙамсыл булыуын билдәләп, яугирҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға сабырлыҡ теләне.
Николай Зарубин бөтә туғандары исеменән Андрейҙы юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡан, уны һуңғы юлға оҙатыуҙы ойошторған район, ауыл биләмәһе хакимиәттәренә, ауылдаштарына, Андрейҙың дуҫ-иштәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яугир Озерное ауылы зыяратында ерләнде.
Андрей Николаевичтың туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Р. ДАУЫТОВА.