Зөбәйер Илһамов 1962 йылдың 7 июнендә Асҡар ауылында тыуған. Асҡар мәктәбен тамамлай. 1980-1982 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, райондың төрлө ойошма-предприятиеларында эшләй.
Илебеҙҙә махсус операция барғас, Зөбәйер Әмир улы ла Ватанды һаҡлау өсөн үҙ теләге менән МХО зонаһына юллана. Донецк халыҡ республикаһында барған алыштарҙа уҡсы булараҡ алғы һыҙыҡта алыша. Новоелизаветовка ауылы янында барған яуҙа хәрби заданиены үтәгәндә яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була.
– Район Советы һәм район хакимиәте исеменән туғандарының, яҡындарының Зөбәйер Әмир улын юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Зөбәйерҙең әрменән ҡайтҡас, редакцияла фотохәбәрсе, райпо системаһында эшләгән мәлен яҡшы хәтерләйем. Ул мәлдәрҙә йәштәрҙең фотограф булыуы һоҡланғыс, ғәжәп күренеш, яңылыҡ ине. Сөнки тотош районда дядя Сашанан (Александр Лавренов - ред.) башҡа фотограф булманы. Илебеҙҙә махсус операция иғлан ителгәс, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан Зөбәйер Әмир улы МХО-ға барырға батырсылыҡ итеп, исемен район тарихында мәңгеләштерҙе. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ, – тине матәм сараһында сығыш яһаған район Советы секретары Булат Исламбаев.
Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Кирәев биләмә халҡы исеменән яугирҙең туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға сабырлыҡ теләне.
– Бәләкәй саҡта фото төшөрөү менән мауыҡҡан мәлемдә Зөбәйер ағай ошо шөғөл буйынса күп нәмәгә өйрәтте, кәңәштәр бирер ине. Изге күңелле, алсаҡ ағай батыр булып ҡайтты тыуған еренә. Мәңгелек дан һиңә, Зөбәйер ағай, – тине Тимур Мәсғүт улы.
– Зөбәйер мәрхүм менән редакцияла бергә эшләгән кеше булараҡ, уның донъяға ижади ҡараш менән йәшәй башлауына һоҡлана инем. Ул рәсем төшөрөү оҫтаһы булараҡ фотоларҙы зауыҡ менән төшөрә торғайны. Хәмит мәктәбендә уҡытҡанында ағастан һырлап төрлө ҡоштар, хайуандар һындарын яһаны, бер йыл уҡытыусылар конференцияһына үҙенең эштәренән ҡуйған бай шәхси күргәҙмәһен күптәр хәтерләйҙер, – тине матбуғат ветераны Самат Фәйзуллин. – Иманың юлдаш булһын!
Яугирҙең бер туған апайы Зөриә Әмир ҡыҙы ҡустыһының һәр эш хәленән килгән алтын ҡуллы оҫта булыуын, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауын иҫкә алды.
– Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп, талантилы егет ине, тик яҙмыш үҙенекен эшләне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ҡустым ил һағына баҫып, батырҙарса һәләк булды һәм уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыуҙы ойошторған район хакимиәтенә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәт белдерәм, – тине апайы. – Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, ҡустым.
Ҡаһарман яугирҙең ҡыҙы Айгөлдөң, апайы Зөриә Әмир ҡыҙының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, яугир!