Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
21 Октябрь 2025, 10:41

Батырлығың онотолмаҫ, яугир!

Ҡаҙмаш ауылында махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Радик Нурмөхәмәтовты һуңғы юлға оҙаттылар. Яугир менән бәхилләшеү сараһында уның туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, район етәкселеге, предприятие-ойошма  вәкилдәре, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары ҡатнашаты.

Батырлығың онотолмаҫ, яугир!
Батырлығың онотолмаҫ, яугир!

Радик Нурмөхәмәтов 1988 йылдың 12 майында Ҡаҙмаш ауылында донъяға килә. Урындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала.

2007 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби хеҙмәт мөҙҙәте тамамланғас, Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһында контракт менән хеҙмәт итергә ҡала.

Өйләнә, ҡатыны менән өс балаға ғүмер бирәләр. Ата-әсәһе ауырығас, ғаиләһе менән тыуған яҡтарға ҡайта. Күп тә тормай әсәһе ҡаты ауырыуҙан үлеп ҡала, бер аҙҙан атаһы ла инфакт кисереп, мәңгелек донъя менән хушлаша.

Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Улдары өсөн өҙөлөп торған атай, туғандары өсөн ышаныслы терәк, дуҫтары өсөн арҡа терәр иптәш була, уладрына лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә ынтыла.

Илебеҙ ауыр осор кисергәс, Радик Рафил улы ла ситтә тороп ҡалырға  теләмәй һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана.  Хәрби хәрәкәттәрҙә уҡсы булараҡ, алғы һыҙыҡта ҡатнаша. Үҙен ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. Тик шуныһы үкенесле, сираттағы  хәрби задание үтәгәндә яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк була.

Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән Радик Рафил улы йәш быуын өсөн батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, Тыуған иле өсөн ғүмерен бирҙе.

Матәм митингыһында яугирҙең ҡатыны Илнара Әхәт ҡыҙының, балаларының, туғандарының ҡайғыһын район етәкселеге, әбйәлилдәр исеменән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Абдуллин уртаҡлашты.

– Радик менән бергә уҡыныҡ. Һәйбәт дуҫ, аҡыллы кәңәшсе, илһөйәр рухлы егет булды. Ватанды һаҡлап, үҙ теләге менән МХО зонаһына юлланыуы – үҙе батырлыҡ.  Изге бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташыбыҙҙы тыуған иле онотмаҫ, исеме һәр саҡ яҡташтарының хәтерендә һаҡланыр, тине Вадим Рәфҡәт улы. – Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, батыр!

– Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер торған, изге күңелле яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Радик барыһында булдырырға тырышып, ихлас донъя көттө. Һәр кемдең күңелендә тик яҡшы сифаттары менән иҫтә ҡалыр яугир. Иманы юлдаш булһын, – тине ауылдаштары исмеменән һүҙ алған Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Сафиуллин.

Район Советы депутаты Даян Сафин яугирҙең ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сабырлыҡ теләне.

– Мәктәптә уҡыған йылдарында Радик  үҙен ышаныслы иптәш итеп күрһәтте.Ойошторолған өмәләрҙә, башҡа эштәрҙә әүҙем ҡатнашты. Әйткән һүҙендә тора белгәне, ышаныслы класташ булып хәтеребеҙҙә һаҡланыр Радик, – тине класташтары исеменән сығыш яһаған Азалия Баймырҙина.

Радик Нурмөхәмәтов тыуған ауылы Ҡаҙмаштың зыяратында ерләнде.

Яугирҙең ҡатыны Илнара Әхәт ҡыҙының, балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр!

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас