Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
25 Февраль , 09:25

Һәр дәүерҙең үҙ батырҙары бар!

Рәсәйҙә элек-электән шулай булған: илебеҙ тарихы — ул хәрби батырлыҡ тарихы. Донъялағы башҡа бер дәүләт тә үҙ тарихында Рәсәй иңенә төшкән тиклем һуғыштар үткәрмәгән. Уйлай китһәң, һәр дәүергә тура килгән һуғыштар бар: Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня, Украина... Бөтә был һуғыштар беҙҙең йөрәктәрҙә ауыр эҙ ҡалдырған.

Һәр дәүерҙең үҙ батырҙары бар!
Һәр дәүерҙең үҙ батырҙары бар!

Берҙән-бер Еңеү һалдаты

Быйыл һикһән беренсе тапҡыр илебеҙгә яңы һулыш, яңы көс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә! Ҡыҙғанысҡа күрә, йәнен-тәнен аямай һуғышта ҡатнашҡан, Еңеүгә үҙ өлөштәрен индергән ветерандар ҡалманы ла тиерлек. Барлыҡ совет халҡы кеүек, кешелек тарихында ҡан ҡойғос һәм дәһшәтле һуғышта әбйәлилдәр ҙә шулай бик ҡиммәт хаҡ түләй.

Ауылдарҙа һәләк булған фронтовиктарҙың исемдәре яҙылған мәрмәр плиталар һәм обелисктарҙа бер фамилиялы байтаҡ кешеләрҙе табырға мөмкин, ҡайһы бер ғаиләләрҙән фронтҡа киткән өсәр-дүртәр кеше кире әйләнеп ҡайтмаған. Күптәре имгәнгән һәм сәләмәтлектәре ҡаҡшаған йәиһә ҡайтҡас вафат булған. Бөгөн иһә районыбыҙҙа берҙән-бер ветеран йәшәй: Ҡаҙмашта Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтов. 

Һуғыш яфаларын иңдәрендә татыған, әммә һис бирешмәгән, төҙ кәүҙәле, шаян, көр күңелле Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтовтың хәтере лә яҡшы, үҙе лә шәп. Ул һәр деталде, датаны, эргәһендә булған кешеләрҙең исемдәрен хәтерләй. Сәйәсәт менән әүҙем ҡыҙыҡһына, ил яңылыҡтарын күҙәтә, гәзит уҡый, телевизор ҡарай. Ишҡол Хәмзә улы ҡыҙы Әнисә ҡарамағында.

1943 йылда, 7 кластан һуң ғына фронтҡа алынған, әле быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән үҫмер егет аяныслы йылдарҙың күп михнәттәрен татый. Смоленск, Эстония ерҙәрендәге алыштарҙа тыуған иле өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшә. Ишҡол Хәмзә улы «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Жуков миҙалы менән, немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы, сыҙамлығы һәм ҡаһарманлығы һәм Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыллығы уңайынан СССР Юғары советы Президиумы Указы менән II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.

Афған — ил тарихындағы яра

 СССР иле донъялағы төрлө илдәрҙә социализм ҡоролошон индереүгә ярҙам итте. Шундайҙарҙың береһе күрше ятҡан Афғанстанда тәртип, тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн интернациональ бурысты үтәү маҡсатында 1979-1989 йылдарҙа совет һалдаттары ебәрелде. Афғанстанда совет һалдаттары беренсе тапҡыр оппозиция көстәренә ҡаршы көрәштеләр, халыҡ хужалығы һәм хәрби объекттарҙы һаҡланылар, һуғыш ваҡытында тарихи һәм мәҙәни объекттар емерелмәне. Унда беҙҙең хәрби көстәр еңмәне лә, еңелмәне лә, ә үҙҙәренең конституцион һәм гражданлыҡ бурысын үтәнеләр. Ҡасандыр 18 йәшендә хәрби хеҙмәткә алынып, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән ағайҙар бөгөн инде алтынсы тиҫтәне ваҡлай.

Атаһының, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әнүәр Хаммат улының, еңеү хәтирәләрен тыңлап, тыныс тормошта тиҫтерҙәре менән ағас мылтыҡтан атыш уйнап,  ысын ир-егет тәрбиәһе үткән Ғаяз Шаһимәрҙәнов әрме хеҙмәтенә әҙер үҫә. Тыныс тормошта изге бурысты үтәп ҡайтыуҙың бер ҡыйынлығын да күрмәй ул. Ләкин 18 йәшлек егетте яҙмыш үҙ һынауҙары менән көтә. Быны ул өҫтән эҫе ҡояшы ҡыҙҙырған, аҫта саңдары борҡоп ятҡан, туҡтауһыҙ ямғыр кеүек пулялар яуып торған бейек тауҙар араһында урынлашҡан Афған еренә барып төшкәс кенә аңлай... Ана шул ваҡыттан нисек бормалы-бормалы тар тау юлынан тимер атын ауыҙлыҡлап юл алһа, бөгөнгәсә дүрт тәгәрмәстәрҙә елә шофер. Юл-ремонт төҙөлөш учреждениеһында оҙаҡ йылдар водитель-механизатор булып хеҙмәт итә, намыҫлы хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Ғаяз Әнүәр улы 1966 йылда Дауыт ауылында, районда берҙән-бер Александр Невский орденын йөрөткән һуғыш ветераны Әнүәр Хаммат улы һәм тыл ветераны, тракторсы Зөлхәмирә Һибәт ҡыҙы Шаһимәрҙәновтарҙың ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылында өс класс, Асҡар мәктәбендә ун класс белем эстәгәндән һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә.

1984 йылдың 17 ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Термез ҡалаһында өс ай самаһы хәрби уҡыуҙар үткәндән һуң, Дуҫлыҡ күпере (Үзбәкстан менән Афғанстанды тоташтырыусы күпер) аша Афғанстанға оҙатыла. Сит-ят кешеләрҙең хәрби часкә рөхсәтһеҙ үтеп инеүен булдырмау, хәрби часкә килгән һәм киткән транспортты һәм кешеләрҙе тикшереү, айырыуса ҡиммәтле һәм хәүефле йөктәрҙе тикшереү, тәғәйенләнгән периметрға яҡын районды патрулләү һәм разведкалау, дошмандың йәшерен урындарын, һаҡлағыстарын һәм ятаҡтарын эҙләү — уның төп бурыстары була. Ике йылдан артыҡ самаһы Афған яғының тормошон үҙ күҙҙәре менән күргән Ғаяз Әнүәр улы тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайта.

— Хайратонда хеҙмәт иттем, ул Афғанстандың Төньяҡ Балх провинцияһындағы сик буйы ҡалаһы һәм порты. Шул заманда һалдаттар нимә күргән, шулар кеүек хеҙмәт иттек инде. Бүздәк һәм Благовар райондарынан хеҙмәттәштәр булды, — тип һуғыш мәхшәренең артығын һөйләмәне әңгәмәсем.

Ҡатыны Лена Һаҙый ҡыҙы менән 30 йылға яҡын бергә ғүмер итәләр, өс ҡыҙ үҫтергәндәр. Һәр береһе тормошта үҙ юлын тапҡан, эйәле-башлы. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Ғаяз Әнүәр улы 4 ейән-ейәнсәргә олатай.

Чечен һуғышы төйөнө

Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә «конституцион тәртип урынлаштырырға» инеүе беренсе Чечен һуғышы башланыу көнөнән билдәләнә. Быйыл уның 32 йыллығы. Чечен  ерендәге һуғыш беҙҙең ил биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң  иң ҙур хәрби бәрелеш була.  Районыбыҙҙан тиҫтәләгән егет Чечен ерендә хеҙмәт итеп, һуғыш һәм үлем менән күҙгә-күҙ осраша: шуларҙың береһе Рауил ауылынан Байрас Мәхмүтов.

Мәҡәләм геройы Миңзәлә һәм Мозафар Мәхмүтовтарҙың ғаиләһендә 1982 йылда тыуған. Рауил һәм Ишҡол мәктәптәрендә 9 класс белем алғандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәренә уҡып сыға.

2000 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм хәрби уҡыуҙарҙы Новочеркасск ҡалаһында үтә. Тап ошо йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби бәрелештең икенсе тулҡыны башланған осор була. Бергә хеҙмәт итергә килгән хеҙмәттәштәре менән бергә Байрас Мозафар улын Владикавказға ташлайҙар, ул мотоуҡсылар хәрби часендә старшина булып хеҙмәт итә. Артабан иһә тауҙар араһына ебәрәләр, урында тәртипһеҙлек булдырмау, тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында 228 көн ҡатнаша.

— Тәүге төндә атыу тауыштарынан йоҡлай алмағаным иҫтә ҡалған, һуңынан иһә шундай атыш тауыштарына ла күндек. Ғөмүмән, беҙ тәғәйенләнгән бурысты үтәнек. Чечен һуғышы — бөгөн дә сиселмәгән сер бит ул, — тип һүҙен башланы әңгәмәсем. — Хәҙерге кеүек дрондар заманы түгел инде, Чечняла ысын һуғыш булды, мылтыҡтарҙан дошман менән тау-таш араларында йөрөп атыша торғайныҡ. Бейек тауҙар араһынан танкттар, хәрби машиналар йөрөй алманы, күбеһенсә йәйәү йөрөргә тура килде.

Чечен Республикаһына ебәреүҙәре хаҡында хат яҙғандан һуң, Байрас Мозафар улынан хат килеүе бөтөнләй туҡтай. Өйҙәгеләр билдәһеҙлектән аҡылдан яҙыр хәлгә етә. «Ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт иткәнгә күрә, уның хеҙмәт итеү мөҙҙәте алданыраҡ бөтөргә тейеш була, ләкин батальон командирының хатаһы буйынса, ике егетте — Байрас Мәхмүтовты һәм Алтай крайынан хеҙмәттәшен тағы ла 3-4 ай самаһы ҡайтармай тоталар. Дивизия командиры шелтә яһағас ҡына, уларҙы автобусҡа ултыртып ҡайтарып ебәрә. Ләкин батальон командирының нәфрәте көслө була: вокзалда ла, поезда ла егеттәрҙең бөтә әйберҙәре (шул иҫәптән әрме формаһыла) тартып алына, ҡайһыныһын аҡсаға алдап, ҡайһыныһы менән хәйләкәрләшеп, ул иҫән-һау тыуған яғына ҡайтып етә.

Әрме хеҙмәтенән һуң, Магнитогорск ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә эш башлай һәм 2005 йылда үҙенең ауылынан Раушания Хәлидар ҡыҙын кәләшлеккә һората. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы Лилиә һәм Зәлиә исемле ҡыҙҙар тыуа.

Асҡар балалар йорто Рауилгә күсерелгәс, йәш ғаилә ауылға ҡайтып төпләнә. Рауилдә яңынан йорт күтәрәләр, өсөнсөгә Азалия исемле ҡыҙҙары тыуа. Ирле-ҡатынлы Мәхмүтовтар балалар йортонда эш башлай.

Бөгөн иһә Мәхмүтовтарҙың Лилиә һәм Зәлиә исемле ҡыҙҙары Магнитогорск технология колледжының өсөнсө һәм беренсе курс студенттары. Лилиә ҡул эштәренә оҫта, дизайнер һөнәрен һайлаған. Зәлиә иһә логист һөнәрен үҙләштерә. Кесе ҡыҙҙары Азалия урындағы мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы.

Тырыш ғаилә ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай, Раушания Хәлидар ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, бешеренергә һәм гөл үҫтерергә ярата. Ә Байрас Мозафар улы әүҙем йәмәғәтселәрҙең береһе. 2021 йылда район кимәлендә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсының еңеүселәре лә улар. Ғаилә башлығы үҙ теләге менән 2017 йылда интернеттан ҡарап гармунда уйнарға өйрәнгән, бөгөн ул уның яратҡан шөғөлдәренең береһе, әйткәндәй, ул беҙгә лә гармунында уйнап, йырлап күрһәтте.

Бөгөн иһә ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһына, ә ҡатыны Асҡарға йөрөп эшләй. Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ тигән һорауыма, «ювелир атай» (ғәҙәттә ҡыҙҙар үҫтергән атайҙарҙы шулай тиҙәр):

— Йорт күтәрҙем, ағас ултырттым. Кәләште яңыртып, нәҫелде дауам итерлек малай табып биргәндәй өп-өр яңы кәләш алмағанда. Был, әлбиттә, шаярыу. Бөтә эштәремде эшләшкән хәләлемә рәхмәт. Утынға барғанда ла, уны бысҡанда ла, бесән эшләгәндә лә, йорт эштәрендә лә Раушаниям эргәмдә. Ә хыялға килгәндә, йылы яҡтарға сығып китеп йәшәп ҡарағы килә. Уныһы ла ҡыҙҙарҙы башлы-күҙле иткәс инде, — тип уйынлы-ысынлы хыялдары менән уртаҡлашты хәрби хәрәкәттәр ветераны.

МХО — беҙҙең быуынға төшкән һуғыш

«Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын» тигән уфтаныуҙар, «Тыныслыҡҡа бер ни ҙә етмәй, донъялар имен булһын» тигән теләктәр ишетеп үҫте беҙҙең быуын. Ләкин замана әҙәм балаларына бер-бер артлы һынауҙарын ебәреп кенә тора. Насар ғәҙәттәр, әхлаҡһыҙлыҡ, рухи ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарыуҙы хуплаған көнбайыш идеологияһын, Украина ерлегендә күкрәп сәскә атҡан ненацизмды тар-мар итеү өсөн йәш егеттәр әленән-әле яуға китә, махсус хәрби операция барған тарафтарға юллана. Шуларҙың береһе — Йәнгел ауылынан Евгений Ҡужин.

1996 йылдан 2004 йылға тиклем урындағы мәктәптә уҡый. 2007 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә, ләкин хәрби бурысын үтәп ҡайтыу теләге менән әрмегә юллана. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә һәм хәрби булырға ҡарар итә. 12 айға Мәскәү ҡалаһының Оборона министрлығының хәрби университетына уҡырға инә һәм уны 2018 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Артабан Камчаткаға, 40-сы диңгеҙ пехотаһы бригадаһына, рота командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары итеп хеҙмәткә ебәрелә. 2020 йылда Владивосток ҡалаһының 155-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына күсә. Тап ошонда хеҙмәт иткән сағында психологик эш төркөмө начальнигы эшен алып бара һәм бер юлы махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән алып алғы һыҙыҡҡа юл ала.

2022 йылдың 26 апрелендә Евгений Владимирович ҡаты яралана, тик 2024 йылдың март айында ғына ул ҡайтанан МХО-ла хеҙмәт итә башлай. Бөгөн ул штурмлаусы отряд командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй, майор дәрәжәһенә тиклем үрләгән.

МХО биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены, «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», II дәрәжәләге «Хәрби батырлығы өсөн» миҙалдары һәм ике тапҡыр «Һуғышта күрһәткән хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Күптән түгел Евгений Владимировичтың яҡташтары — Йәнгел ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадыров алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау алып барҙы. Тап шунда яугир улар менән осрашып, тыуған яғынан күстәнәстәр алып, үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште. Ул бөгөн дә алғы һыҙыҡта, арымай-талмай Ватан именлеге өсөн көс түгә.

Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас