Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
27 Февраль , 16:54

Илде һаҡлау — ир-егеттең бурысы

Беҙ дәһшәтле һуғыш, тыл геройҙары яҙмышы, ата-бабаларыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге өлгөһөндә тыуып үҫкән, тәрбиәләнгән быуын. Һәр замандың — үҙ йырҙары, һәр быуындың - үҙ батырҙары. Әлеге мәлдә геройҙарҙы ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала. Быуындар алмашынһа ла, беҙҙә батырҙар нәҫеле, тыуған илен һаҡлау өсөн йәндәрен фиҙа ҡылырға әҙер илһөйәрҙәр кәмемәгән әле. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, әлеге мәлдә тыныс тормошта йәшәүсе яҡташыбыҙ Динис Фәнил улы Яныбаев шундайҙар рәтенән.

Илде һаҡлау — ир-егеттең бурысы
Илде һаҡлау — ир-егеттең бурысы

Динис Хәмит ауылында Фәнил һәм Фәрзәнә Яныбаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Бала саҡтан теремек, эшкә талымһыҙ булып үҫә ул.

Хәмит мәктәбен тамамлағас, Өфө ҡалаһының һөнәри училищеһына уҡырға инә. 2014 йылда Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәргә юллана һәм 2016 йылда үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуя. Чечен Республикаһының Борзой ҡасабаһында урынлашҡан мотоуҡсылар полкында өлкән снайпер булып хеҙмәт юлын үтә, гвардия кесе сержанты дәрәжәһенә үрләй.

Төньяҡ Кавказда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Һуңынан илдә махсус операция иғлан ителеү менән ул алғы һыҙыҡҡа эләгә. Унда эләккәс нимәгә әҙер түгел инең тигән һорауыма Динис ҡарашын алыҫҡа төбәп былай тине:

— Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк беҙ шунда булдыҡ. Мин МХО-ны был тиклем оҙаҡҡа һуҙылыр тип уйламаным. Инербеҙ ҙә сығырбыҙ тип өмөт иткәйнем, ләкин барып ингәс тә ундағы мәхшәргә аптырауҙа ҡалдыҡ. Бер-бер артлы бергә хеҙмәт иткән иптәштәрҙе юғалтыу иң ҡыйыны булды. Илде һаҡлау — һәр ир-егеттең төп бурысы тигән фекерҙә мин һәм быны аңлайым. Минең унда хеҙмәттәштәрем ҡалды, шул ваҡыты-ваҡыты менән күңелде ҡыра.

Динис хәтирәләргә бирелде. Һуғыш, дошман менән күҙгә-күҙ алышыуҙар, дрондар һөжүме... Дошманға ҡарата нәфрәт көслө булһа ла, кешелекле, вайымлы, иғтибарлы булыу сифаттары беҙҙең һалдаттарҙа юғалмаған. Улар тәүге мәлдәрҙә урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Ут эсендә тороп ҡалған балаларҙы, ғүмерҙәренең һуңғы көндәрен йәшәгән әбей-бабайҙарҙы дошман утынан йолоп ҡалыр өсөн хәлдәренән килгәнсе ярҙам итә улар. Хәтерендә уйылып ҡалған иң иҫтәлекле ваҡиғалары менән уртаҡлашты ул.

— Элекке урындағы хакимиәттең бинаһының подвалында урындағы халыҡты йәшергәндәр ине, унда күбеһенсә балалар булды. Шартлаған биналар араһында балалар һәм аҙыҡ-түлек магазиндары ла бар ине, шуларҙан кейем-һалымдар, аяҡ кейемдәре, тәмлекәстәр йыйып алып, балаларға велосипед менән алып барып киттем. Һәм Вова исемле малайға шул велосипедты бүләк иттем. Беҙ унда бер тәүлек булғандан һуң икенсе ауылға күстек. Әйберҙәрҙе йыйып йөрөгән мәлдә Вова иҫтәлеккә тип үҙенең йомшаҡ уйынсығын миңә бүләк итте. Мин уны талисман кеүек һуғышта булғандың һуңғы көндәренә тиклем үҙем менән йөрөттөм, — тип ихлас күңелдән һөйләне һалдат.

Динис Фәнил улы әйтеүенсә, тәүге мәлдәрҙә һыуға ҡытлыҡ көслө була, урындағы халыҡҡа үҙҙәрендә булған ризыҡтарын, һыуҙарын йәлләмәйенсә бирәләр, үҙҙәре лә аслы-туҡлы көн күрәләр. Март айының һуңғы көндәрендә ашарға бер нәмә лә ҡалманы,  8 яугиргә бер буханка икмәктең килеп эләгеүе ҙур шатлыҡ ине, тип иҫкә алды Динис.

— Берәүҙәр, бәлки, шул бер икмәк телеме өсөн дә ҡыуандыңмы ни тип көлөрҙәр. Әммә

был тормошта бөтә нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә. Ысынлап та, үҙең шул хәлдә ҡалмайынса теге йәки был хәлде, күренеште тулы итеп аңлап та, ҡабул итеп тә булмай икән ул. Күпте һәм ҙурҙы белмәй тороп, аҙҙың һәм бәләкәйҙең ни икәнлеген аңламай тороп, йомшаҡты һәм ҡатыны татымайынса уны аңлау мөмкин түгелдер. Йырҙа йырланғанса «кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәйенсә...» Яу яланында ла шулай. Алғы һыҙыҡта бер сынаяҡ сәй ҙә, бер телем икмәк тә ҡәҙерле. Ә яҡындарыңды һағыныу, аҙналар, айҙар буйы бәйләнешкә сыға алмауҙар тураһында әйтәһе лә түгел, — тип бәйән итте яугир.

Әйткәндәй, уларҙы алғы һыҙыҡҡа ташлағандан алып яҡындары менән бәйләнешкә сыға алмайҙар, урыны менән мобиль бәйләнеш булған осраҡтарҙа ғына яҡындарына үҙҙәренең иҫән-һау икәндәрен белдереп торалар.

МХО-ның тәүге көндәренән алып шул йылдың йәй аҙағына тиклем ут эсендә була Динис Фәнил улы. Башта Донецк һәм Луганск республикаларын азат итеүҙә, һуңынан иһә Херсон, Запорожецк йүнәлештәрендә һуғышта ҡатнаша. Икенсе контрактының тулы мөҙҙәте үткәс, йәй аҙағында тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Өйләнә, кәләше менән ике бала үҫтерәләр.

Үҙенең хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы һәм антҡа тоғро хәрби хеҙмәте өсөн Динис Яныбаев Жуков, «Контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡаны өсөн», «Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн» миҙалдары менән наградланған. Тағы ла Рәсәй Федерацияһының «Гвардия» һәм «Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн»  күкрәк билдәләренә лайыҡ булған. Ул бөгөн хәрби хәрәкәттәр ветераны иҫәбендә.

Яу яланында нығынып, олпатланған яугиргә алты йыл хәрби хеҙмәттә күпме юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар үтергә тура килгән, уны ул үҙе генә белә. Бөгөнгө көндә уның күңел яраларын тик яҡындары һәм тыныс тормош ҡына дауалайҙыр. Ватаныбыҙ һәр дәүерҙәрҙә тап ошондай Динис Фәнил улы кеүек көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна.

Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас