Тал Ҡусҡары ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Ринат Ғиззәтовтарҙың күп балалы ғаиләһендә 2006 йылдың 9 ноябрендә Рушан донъяға килә. Бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән егет булып үҫә. Тыуып-үҫкән ауылында беренсе класҡа бара, бишенсе кластан уҡыуын Асҡар урта мәктәбендә дауам итә. Туғыҙынсы кластан һуң, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалына уҡырға инеп, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Уҡып бөтөп, диплом биргәндәрен көтмәй, май айында Рәсәй Армияһы сафтарына хеҙмәткә юллана. Ырымбур өлкәһенең Тоцкий ҡалаһында өс ай хәрби уҡыу үткәндән һуң, Белгород өлкәһенең Шебекино ҡалаһында хеҙмәтен дауам итә, сик буйын һаҡлай.
— Дипломын һәм маҡтау ҡағыҙҙарын июнь айында үҙебеҙ барып алдыҡ. Ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы ине, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып, оҙатып, кискеһен Рушандың хеҙмәт иткән еренә юлға сыҡтыҡ. Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итергә хәрби ант ҡабул итеүен тыңлап, маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуанышып ҡайттыҡ. Хатта шундай юлдар яҙылған: «Хөрмәтле Гөлнара Фәйзулла ҡыҙы һәм Ринат Зиннәт улы! Хәрби часть командованиеһы эш һөйөүсән, тәртипле ул тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерә. Улығыҙ Рушан намыҫлы, ғәҙел, ата-бабалар рухына тап төшөрмәй, яҡшы хеҙмәт итеп йөрөй», — тигән йылы һүҙҙәр бар ине рәхмәт хатында тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты әсәһе.
— Армияла хеҙмәт итеүе ауырҙан түгел, бөтә шарттар ҙа бар. Ял ваҡытыбыҙ һирәк, шулай ҙа бушыраҡ мәлдәрҙә волейбол, футбол уйнарға, турникта шөғөлләнергә лә өлгөрәбеҙ. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, хеҙмәт итеп, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә тейешбеҙ, — ти илебеҙ һағында торған Рушан Ринат улы.
Рушан Ғиззәтовҡа имен-һау хеҙмәтен тултырып тыуған яҡтарға ҡайтырға яҙһын.
Хеҙмәт итә илгә, егеттәр!
Тимур Альберт улы Ишбулатов 2006 йылдың 6 июнендә Бөрйән районы Ҡолғана ауылында тыуған. Ишбулатовтар ғаиләһе Әбйәлил районына күсеп киләләр. Шуға ла 1-5-се кластарҙы Тимур тыуған ауылында уҡыһа, артабан уҡыуын Асҡар урта мәктәбендә дауам итә. Туғыҙынсы кластан һуң, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға инеп, электр монтажлаусыһы, электр селтәрҙәре, электр ҡорамалдары белгесе һөнәрҙәрен ала. Бер юлы ошо уҡ колледжда иретеп-йәбештереүсе һәм «В» категорияһы водителе һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуын тамамлағас, ДОСААФ-та уҡып, ҡулына «С» категориялы водитель танытмаһы ала. Бәләкәй сағынан Тимур гитарала уйнай.
Ишбулатовтар улдарына яҡшы тәрбиә, белем бирә. Илһөйәр, көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле булып буй еткерә егет. Бөгөн ул Һамар ҡалаһында автомобиль ғәскәрҙәренең мостовой батальонында хеҙмәт итә.
— Көҙгөһөн хәрби комиссариатҡа барып, ваҡытында Тыуған ил алдындағы ысын ир-егеттәр бурысын үтәргә юллана. Тыныс күңел менән йәшәргә, үҙен хөрмәт иткән һәр егет ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хеҙмәт юлын үтергә тейеш, — ти Тимур Альберт улы.
Атаһы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Үлгәндән һуң, Альберт Ишбулатов Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән наградланған.
— Иптәшем һау саҡта өй төҙөй башлаған инек. Эшкә сос Тимур армияға тиклем яңы өйгә күсерәм тип, бөтә күңелен биреп эшләп бөтөп, мине йортобоҙға индереп китте. Улым менән ғорурланам, имен-һау бурысын үтәп, тыуған яҡтарға ҡайтыу көндәрен һанайым, уның тырышлығы менән барыһыла яҡшы булырына ышанам, — ти әсәһе.
Тимурға хәрби бурысына тоғро ҡалып, лайыҡлы хеҙмәт юлын үтеүен теләйбеҙ.
Рауил Айҙар улы Мөхәмәтшин 2003 йылдың 3 октябрендә уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Тыуған ауылы Йәнгел урта мәктәбендә 8 класс белем алғандан һуң, 2018 йылда Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға инә. Музыка мәктәбенә йөрөй, ҡурайҙа уйнай, мәктәп йылдарынан спортты үҙ итә. 2021 йылда лицей-интернатты уңышлы тамамлап, шул уҡ йылда Өфө Фән һәм Технология университетында «Технология һәм материалдар» факультетында инженер-химик һөнәрен үҙләштерә, тырыш егет «Бизнес һәм туризм» буйынса өҫтәмә диплом алыуға өлгәшә. Студент йылдарында КВН-да уйнай, теннис буйынса һәр ваҡыт беренселекте яулай. Ул уйнаған волейбол, баскетбол командалары һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. 2025 йылда уҡып бөтөп дипломын ҡулына алғас, Өфө моторҙар эшләү заводында өсөнсө категориялы белгес булып хеҙмәт юлын башлай.
— Беҙ Рәсәй самолеттары һәм истребителдәре өсөн двигателдәр һәм турбиналарға һыҙмалар етештерҙек. Һыҙма буйынса эшләнгән материалдарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә инек. Эшем бик оҡшай ине, шулай ҙа ир-егет бурысын үтәмәйенсә булмай тип армияға юлландым, — ти Рауил.
Ил алдындағы хәрби бурысын үтәүгә намыҫлы ҡараған, көслө рухлы, ҡыйыу, илһөйәр Рауил Мөхәмәтшин Воронеж өлкәһе Богучар ҡалаһында гвардия мотоуҡсылар полкында медицина дивизияһы старшинаһы булып хеҙмәт итә.
— Егеттәрҙе иртә-таңдан кискә хәтлем контролдә тотам, бөтәһен дә берҙәм эшләтергә тырышам, хеҙмәт итеү — һәр ир-егеттең бурысы, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа ла, еңеп сығып, Тыуған илгә хеҙмәт итһендәр, егеттәр, хәрби хеҙмәт ысын ир-егеттәргә хас сифаттарҙы тәрбиәләй — ти ул.
Ватан алдындағы изге бурысын үтәп, беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлап, тыуған ауылына, ата-әсәһе эргәһенә иҫән-һау ҡайтырға яҙһын.