

Төрлө йәштәге кандидаттар Мәскәүҙә урынлашҡан пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең һайлап алыу пунктына килә, уларҙың бөтәһен дә бер маҡсат — контрактҡа ҡул ҡуйыу теләге берләштерә. Тап ошонда буласаҡ БПЛА операторҙарының хәрби юлы башлана.
— Бөтә процесс мөмкин тиклем автоматлаштырылған һәм ябайлаштырылған — контрактҡа тәүлек эсендә ҡул ҡуйырға мөмкин, — тиҙәр пунктта эшләгән хәрбиҙәр.
Был һайлап алыу пункты быйылғы йылдың март айында асылған. Мәҫәлән, май айында хәрби контракт төҙөгән Башҡортостандан «Данила» позывнойлы егет үҙенең ни өсөн бында килгәнлеген: «Күптәр контракт төҙөгән ир-егеттәргә финанс яғынан проблемалары бар тип ҡарай. Минең осраҡта — һис улай түгел. Аҡса тураһында һүҙ бармай. Тик Ватаным өсөн мин дә үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен тип һанайым, шуға ла бурысымды үтәргә килдем», — тип аңлатты.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә компьютер уйындарында тәжрибәле егеттәр айырыуса ҡәҙерле. Компьютер уйындары тиҙ реакция биреүҙе һәм ваҡ моториканы үҫтерә, был дрондар менән идара итеүҙә мөһим. Тағы ла кандидаттар ныҡлы психикаға эйә булырға тейеш.
— Беҙ кандидаттарҙы һынап ҡарайбыҙ, улар менән әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Кандидаттарҙың нервы-психик тотороҡлолоғон, уларҙың һөжүмгә әҙер булыу-булмауын, һалдаттың тирә-яҡ донъя тураһында мәғлүмәт үҙләштереүен һәм эшкәртеүен, иғтибарлы, хәтере яҡшы, фекерләү ҡеүәһенең үҫешкән булыуын билдәләйбеҙ, — ти һайлап алыу пунктының штат психологы Хәҙис Ибраһимов.
Юғары интеллект кимәле лә мөһим. Ҡатмарлы техника менән эш итергә һәм хатта программалау менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Һайлап алыуҙы бөтәһе лә үтә алмай. Иң яҡшыларҙан иң яҡшыларҙы һайлайҙар һәм кандидаттың пилотһыҙ аппарат операторы булып китеүе унда ла ҡәтғи билдәләнмәй әле. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә техник составты тәьмин иткән һәм ҡуйылған бөтә бурыстарҙы үтәү мөмкинлеген биргән башҡа вазифалар бар.
Һайлап алыуҙан һуң кандидат уҡыу бүлегенә эләгә, унда кәрәкле әҙерлек үтә. Тик шунда ғына кемдең ниндәй вазифала хәрби хеҙмәт үтәсәген билдәләйҙәр.
Г. ТИМЕРЙӘНОВА.
Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90.
Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин: Башбат.рф сайтынан; ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot; МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.