Бөтә яңылыҡтар
Календарь
25 Октябрь 2024, 15:26

«АТАЙ — ҒАИЛӘ ТОТҠАҺЫ, ИЛ ТЕРӘГЕ»

20 октябрҙә Атайҙар көнө билдәләнде. Йәмғиәттә атайҙар абруйын арттырыу маҡсатында ил етәксеһе тарафынан өс йыл элек булдырылған был байрам танылыу яулай бара.

Район тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошо байрамға арналған йөкмәткеле сара үтте. Унда ябай атайҙар түгел, батырҙар тәрбиәләгән, тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары махсус хәрби операция барышында һәләк булған атайҙар саҡырылды. Анисар Ямалов, Вәзир Ғиләжев, Илдар Мостафин, Ғаяз Сәғәҙәтуллин, Ришат Ғүмәров, Ноғоман Хәлисов һәм Хәдиулла Йәһүҙин  сараның төп ҡунаҡтары булды. «Әсәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған», ти халыҡ мәҡәле. Һәләк булған егеттәрҙә илһөйәрлек тойғоһо, әлбиттә, ғаиләнән, ата-әсә тәрбиәһенән килә.  Оло хөрмәткә лайыҡ атайҙар улдары хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләне. 
— Артур бәләкәй сағынан спортты яратты, көн дә йүгерҙе, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнде, мәктәптә яҡшы уҡыны. Бигерәк тә туған йәнле, ипле, итәғәтле булды, апайы һәм һеңлеһе өсөн өҙөлөп торҙо. Беҙгә гел ярҙамлашты. Матур итеп ғаилә ҡорҙо, балалар үҫтерҙе. Тик махсус хәрби операция башланғас, беҙгә лә өндәшмәй, һуғышҡа китте. Өс тапҡыр барып, ебәрмәһәләр ҙә ныҡышып контракт төҙөгән булған. Бер йыл хеҙмәт иткәс, яраланып ялға ҡайтты. Өйҙә саҡта ла, хеҙмәттәштәре өсөн борсолдо, гел шылтыратып торҙо. Бер айҙан Артур кире һуғышҡа юлланды. Беҙҙең тыныс тормош өсөн үҙ ғүмерен биреүе ҡаһарманлыҡ. Әлбиттә, улыбыҙҙы юғалтыу бик ҡыйын, — тине күҙ йәштәрен тыя алмайынса Вәзир Ғиләжев (һүрәттә).
Асҡар егете, батыр яугир Артур Ғиләжев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Пленға эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙен шартлатҡан ул.
«Шатай» ҡушаматлы Таштуй ауылы егете Илмир Мостафиндың атаһы ла улын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
— Илмир етенсе кластан Өфөлә лицейҙа уҡыны, спорт менән шөғөлләнде. Әрме хеҙ-мәтенән һуң ММК-ла эшләй башланы. 2022 йылда хәрби контракт төҙөп, беҙҙе борсомайым тип әйтмәй китте. Достовалов исемендәге батальонда бронегруппа командиры булып хеҙмәт итте. Үткән йылдың көҙөндә батырҙарса һәләк булды. Иптәштәре улымды ҡыйыу, ҡурҡмаҫ булды тип һөйләйҙәр, шул тиклем ихтирам итәләр, — тине Илдар Мостафин.
Шундай ысын ир-егеттәр тәрбиәләгән атай-ҙар сарала ҡатнашҡан 1-се Асҡар урта мәктә-бенең кадет класы уҡыусыларына илһөйәр рухлы, сая булып үҫеүҙәрен теләне.
Район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова һүҙ алды. 
— Әле атайҙары һөйләгән ысын батырҙарға тиң булығыҙ, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында онотмағыҙ, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп. — Үҙҙәренең йәш ғүмерен ил хаҡына, беҙҙең имен тормош хаҡына биргән яҡташтарыбыҙ хаҡында хәтер мәңге йәшәһен. Шундай улдар тәрбиәләгән атайҙар алдында баш эйәм. Һеҙгә сабырлыҡ, һаулыҡ теләйем.
 Хәрби патриотик үҙәк етәксеһе Азамат Амангилдин тәрбиә атай өлгөһөндә алыныуы хаҡында һөйләп, батыр улдар тәрбиәләгән ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Азамат Итекәев башҡарыуындағы «Һалдат шинеле» йыры ла күңелдәрҙе тетрәтте. Т. Ку-симов исемендәге гимназияның 3 «д» класы уҡыусыһы Айназ Айсыуаҡов ҡурай моңдарына сорнаны. 
Ил батырҙары тәрбиәләгән атайҙарға тәрән ихтирам менән ойошторолған сараны музей директоры Шәүрә Әхмәтҡужина менән хеҙ-мәткәр Ләйсән Бисенғолова йылы һәм йөкмәткеле итеп алып барҙы. Кисә махсус хәрби операцияла һәләк булған райондаштарыбыҙҙы иҫкә алыу менән тамамланды.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас