Бөтә яңылыҡтар
Календарь
15 Ноябрь 2024, 10:18

ХЫЯЛДАРЫҢ ТОРМОШҠА АШҺЫН!

Хәҙер сит илдә белем алыусылар бихисап. Йәнең теләгән ерҙә уҡырға була. Һүҙем уҡыусым Ралина Мостафина тураһында булыр

Башҡорт ҡыҙҙары элек-электән сая, ғорур булғандар. Ралина ла атта һыбай йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Мәктәп йылдарында Илүзә Шәйәхмәтова етәкләгән «Мираҫ» театр түңәрәгенә йөрөй, сәнғәт мәктәбенең думбыра класын тамамлай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район һәм республика олимпиадаһы еңеүсеһе лә. Бар яҡтан сос ҡыҙ һыбай елеп уҡтан атырға, өйҙә төрлө тәмлекәстәр бешерергә, гөлдәр үҫтерергә ярата. Таһир Кусимов исемен йөрөткән Асҡар гимназияһында 9-сы класты тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем ала. 
— Башҡорт теленә, мәҙәниә-тенә, тарихына булған һөйөүем бала саҡтан килә. Әсәйемдең бәләкәй саҡта һөйләгән әкиәттәре әле лә хәтеремдә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен һағынып көтөп ала инем. Ул дәрестәр тормош һабаҡтары кеүек. Яратҡан әҫәрҙәремдәге геройҙарымдан үрнәк алам, йәшәргә өйрәнәм, — ти ул. 
Быйылдан иһә Ралина Мостафина сит ерҙә белем ала. Мугла — Төркиәләге бәләкәй генә ҡала. Эргәһендә илдең билдәле курорттары урынлаш-ҡан: Фетхие, Мармарис, Бодрум, Акьяка, Дальян.
— Әле әҙерлек төркөмөндә-мен, бер йыл төрөк телен өйрәнәсәкбеҙ, ике бүлектә — егермешәр студент. Төрлө илдәрҙән йыйылғанбыҙ, хатта алыҫ  Кубанан да бер ҡыҙ бар. Яҡшы ашаталар, үҙебеҙ әҙер-ләмәйбеҙ. Уҡытыусылар ныҡ һәйбәт, дәрестәрҙе ҡыҙыҡ, үҙенсәлекле итеп үткәрәләр, йыр тыңлайбыҙ, видеолар ҡарайбыҙ, бейейбеҙ. Беҙҙең бар аралашыу төрөк телендә бара. Буш ваҡытта төрлө түңәрәктәр бар: сит телдәр өйрәнеү, йөҙөү, шахмат, музыка ҡоралдарында уйнау. Аҡса түләмәйбеҙ, бушлай йөрөйбөҙ. Мин инглиз түңәрәген һайланым.
— Ралина, сит илдә уҡыу теләге һиндә ҡасан тыуҙы?
— Мин 8-се класта уҡығанда был уҡыу йорто тураһында атайым һөйләгәйне. Сит илдә белем алыу хыялым көслө ине. Юғары кластарҙа ныҡлап уйланым һәм сит телдәрҙе, айырыуса инглиз телен төплө өйрәндем.  Уҡырға «Туркие Бурслары» тигән стипендиаль программа буйынса индем. Уның буйынса Рәсәйҙән йыл һайын яҡынса 100 кеше уҡырға инә. Маҡсатым — яңы телде, илде өйрәнеү. Икенсе илдәрҙән уҡыусылар менән аралашыу ҙа ҡыҙыҡ. Киләсәктә кире Башҡортостанға ҡайта-саҡмын. Туризм йүнәлешендә уҡыйым. Алла бирһә, алған белемемде Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә файҙаланырға тип уйлайым.
— Ниндәй имтихандар бир-ҙең? 
— Ғариза биргәндә бер нин-дәй ҙә иғәнә түләү кәрәкмәй, имтихандар юҡ, тик мотивацион хат яҙырға һәм булған доку-менттарҙы беркетергә кәрәк — грамоталар, табель, аттестат. Ошо сайтҡа https://turkiye-burslari.gov.tr/ инеп теркәлдем һәм анкета тултырып ебәрҙем. Шунан икенсе турға Ҡазан ҡалаһына әңгәмәгә саҡырҙылар, унда математиканан имтихан булды һәм үҙем тураһында интервью бирҙем. Эргәмдә тәржемәсе ултырҙы.
— Һеҙҙә стипендия түлә-нәме?
— Стипендия түләйҙәр. Бака-лаврҙар — 3500, магистрҙар — 5000, докторҙар  7000 лира ала. Студенттар өсөн автобуста йөрөү 1 лира тора, ә башҡаларға 23 лира. Бушлай бер нисә көнлөк лагерҙар ойошторола, Төркиә  буйлап алып йөрөйҙәр. Минең уҡыу йортом — Мугла Ситки Кочман университеты тип атала. Бында уҡыу миңә оҡшай. Сит илдә белем алырға телә-гәндәр инглиз телен камиллаш-тырһындар.  
«Һомайҙай матур, Уралдай батыр, маҡсатлы булырға, килә-сәктә бөйөк илем — республикам өсөн кәрәкле шәхес булыу минең оло маҡсатым», — ти һылыу ҡыҙ. 
Хыялдарың тормошҡа ашһын!
Римма БАЙМЫРҘИНА.

Читайте нас