Башҡорт теле көнө Башҡортостан Республикаһы башлығы тарафынан 2019 йылда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында билдәләнгән. Байрам башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө уңайынан үткәрелә.
Был көндө районда төрлө саралар үтә. Райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәрен квиз-уйында һынап ҡараны. Улар «Телһөйәрҙәр» һәм «Илһөйәрҙәр» командаларына бүленеп, уйында сәмле итеп ярышты.
Тәүге турҙа тел һәм әҙәбиәткә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, бигерәк тә башҡорт теленең тарихына бәйле викторина һорауҙары уҡытыу-сыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Икенсе турҙа экранда сыҡҡан картиналарҙың атамаларын һәм рәссам-дарҙың, шәхестәрҙең исем-шәрифтәрен белеү зарур ине. Бында ла һынатманы уҡытыусылар: Зәки Вәлиди, Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған музейҙарҙың ҡайҙа урынлашҡанын белде, әҫәрҙәрҙең, шиғырҙарҙың өҙөктәрен таныны.
Өсөнсө турҙа бәйгеселәр тел тураһында мәҡәлдәр яҙҙы, дүртенсе этапта музей фондында һаҡланған боронғо экспонаттарҙың исемдәрен атарға тейеш ине. Көнүҙәктә күптән онотолоп киткән ҡалтырса (туҡыу эшмәкәрлегендә епте катушкаға төрөү өсөн әйбер), шалтыраҡ (малды ергә бәйләп ҡуйыусы әйбер) һәм башҡа ҡыҙыҡлы әйберҙәрҙең исемдәрен атауы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.
Бәйгеселәрҙе музей хеҙмәткәре Ләйсән Бисенғолова менән район үҙәк китапханаһының әйҙәүсе белгесе Айгөл Тоҡомбәтова баһаланы. Һөҙөмтәлә, «Телһөйәрҙәр» командаһы дәғүәселәрен 3 мәрәйгә артта ҡалдырып, еңеүселәр тип табылды.
Уйын аҙағында тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Шәүрә Әхмәтҡужина конкурсанттарға башҡорт телен үҫтереү, һаҡлауҙың мөһимлеген әйтеп, телебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа булыуын билдәләп үтте.
— Был бик фәһемле һәм күңелле уйындың мәғәнәһе ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе байытырға ярҙам итә, — тип үҙ сиратында рәхмәттәрен әйтеп таралышты бәйгеселәр.
Г. ҠУСҠАРОВА.