Бөтә яңылыҡтар
Календарь
26 Февраль 2025, 10:49

Афған шаңы йөрәктәрҙә

Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөндә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 36 йыл тулыуға арнап, Асҡарҙа Афған яуы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы митинг үтте.

Сарала ҡатнашҡан Афған яуы ветерандарын, был ваҡиғаға битараф булмаған кешеләрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары В. Ф. Ғафаров тәбрикләне. 
 — Батырлыҡ күрһәтеп, интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән совет һалдаттарының ҡаһарманлығы мәңге беҙҙең хәтерҙә. Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтарыбыҙ барыһы ла хәрби хеҙмәтен өлгөлө үтәп, тыуған еребеҙгә иҫән-һау ҡайттылар. Афған ерендәге хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ветерандар! Һеҙ — Әбйәлил ғорурлығы! Тыуған илегеҙҙе яратҡанығыҙ, хөрмәтләгәнегеҙ һәм үҙ миҫалығыҙҙа киләсәк быуында патриотик рух тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, —  тине Вадим Фәнил улы үҙенең телмәрендә.
Афған һуғышы яугирҙәрен шулай уҡ райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков ҡотланы: 
— Афған. Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да асабыҙ. 36 йыл нәҡ ошо көндө һуңғы совет һалдаты Афған ерен ҡалдырып, Ватанға ҡайтты. Афғанда тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, күп әбйәлилдәр орден-миҙалдарға лайыҡ булды. Интернациональ бурысын ахырынаса намыҫ менән үтәгән яҡташтарға дан һәм хөрмәт!
— Ҡәҙерле һәм хөрмәтле хәрби дуҫтарым! Беҙгә ауыр һәм ҡатмарлы хәрби юл үтергә тура килде, әммә беҙ уны лайыҡлы үттек. Тик бер генә теләгем: еребеҙҙә башҡа һуғыштар булмаһын, һәр саҡ сафта ҡалайыҡ, балалар, ейәндәр ҡыуандырып торһон. Барығыҙҙы ла байрам менән! — тине район афғандары ойошмаһы етәксеһе Илгиз Хәйризаманов. 
Һәйкәлгә венок-сәскәләр һалынғандан һуң, митинг Афған һуғышында һәләк булғандарҙы һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителеү менән тамамланды. 
Артбан Афған яуы ветерандары автомобилдәрҙә Тупаҡ ауылына юл алды. Бында мәктәптә булып, Афған ветерандарына арналған видеороликты ҡаранылар. Унан һуң яуҙаштары Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Хәлил Абдулхаҡов ҡәберенә зыярат ҡылып, сәскәләр һалдылар. Яугир-интернационалистар Тупаҡ ауылы янындағы аҡланда Ватан һаҡсыларына арнап уҙғарылған ярышҡа ла тамаша ҡылдылар.

Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас