Был шәп атай менән әсәйҙе уҙған йылда өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләгәндә тәүгә күргәйнем. Йәш ғаилә алты бала менән сәхнәгә күтәрелде, иң бәләкәстәре бер нисә айлыҡ ҡына ине, Айһылыуҙың тамашасыларға моңло йыр бүләк итеүе иҫтә ҡалғайны.
Ғөбәйҙуллиндар дүрт ҡыҙға, ике улға атай һәм әсәй.
— Күмәк бала тәрбиәләү ҡыйын түгелме? — тип һорамай булдыра алманым.
— Әлбиттә, төрлө саҡтар булып китә. Шулай ҙа ҡыйынлығын күрмәйем, сөнки ирем балалар тип өҙөлөп тора, ярҙамлашырға тырыша, балалар ҡул араһына ингәс, бәләкәстәрен ҡарашты, — ти Айһылыу. — Мин биш балалы ғаиләлә үҫкәс, үҙем дә ҙур ғаилә тураһында хыялландым.
Айһылыу Һаҙый ҡыҙы Йәнекәй ауылынан килен булып төшкән. Әлеге ваҡытта бәләкәй улы менән декрет ялында.
Ғаилә башлығы Илдар Ғәзинур улы Салауат ауылынан, ғаилә ҡорғас та, ауылда йәшәү, тыуған яғында йорт һалыу теләген белдерә. Йәштәр үҙ көстәре менән донъя ҡора, өй һалыу кеүек мәшәҡәтле, сығымлы эштә туғандары ярҙам итә, әлбиттә. Әммә төп көс, хужаға төшә. Ҡулдары оҫта булғас, барыһын да үҙе йүнләргә тырыша. Ул Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Иртәнге сәғәт алтыла сығып китеп, киске туғыҙҙа ғына ҡайтып ингән атайҙарын түҙемһеҙлек менән балалары көтөп тора.
— Һирәк эләккән ял мәлдәрендә күмәкләп тәбиғәт ҡосағына сығырға, һыу төшөргә йөрөйбөҙ. Балаларҙың каникулы бит. Бына әле еләктән ҡайтып торабыҙ, — тиҙәр Ғөбәйҙуллиндар.
Айһылыу декрет ялына тиклем хосписта санитарка булып эшләгән. “Ауыр сирлеләрҙе тәрбиәләү еңелдән булмаһа ла, эшем оҡшай, йылы һүҙ, яҡты ҡараш менән хәлдәрен еңеләйтергә тырышам. Ауырығандарға иғтибар, аралышыу кәрәк бит”, ти ул.
Дәрте ташып торған, матур йырлаған Айһылыу ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. 2018 йылдан алып Салауат ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ йәмәғәт эшен алып бара. “Моһаҡ ынйылары” фольклор ансамбле менән бөтә сара-концерттарҙан ситтә ҡалмайҙар.
— Әсәйем Алһыу Тайфур ҡыҙы Йәнекәй ауылында клуб мөдире булды. Бәләкәйҙән шундай мөхиттә үҫкәс, күңелемә яҡын. Йыр-моңға һәләтем дә әсәйемдән күскән, — ти Айһылыу. — Ул әүҙем йәмәғәтсе, әле ауылдың ағинәйҙәр ҡорон етәкләй.
Уңған ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ, өйҙәге бихисап мәшәҡәттәре араһында аҡса эшләргә лә өлгөрә. Ул һөнәре буйынса штукатур-маляр һәм был оҫталығы ғаилә бюджетына аҙмы-күпме ярҙам. Ишле ғаиләлә сығымдар ҙа етерлек бит. Ярай, хәҙер өлкәндәре эшкинеп килә. Өлкән ҡыҙҙар Өфөлә, юридик белем алалар. Диана ситтән тороп уҡый, эшләп тә йөрөй. Резеда ошо көндәрҙә дипломын уңышлы яҡланы. Данил Салауат мәктәбендә уҡый, етенсе класҡа күсте. Егет спорт менән мауыға, йүгереү, волейбол айырыуса күңеленә яҡын. Азалия киләһе уҡыу йылында 4-се класҡа бара. Тырыш ҡыҙ самбо түңәрәгенә йөрөй, йыр-бейеүгә маһир, һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға ярата. Розалия быйыл беренсе класты тамамлаған. Иркә, шуҡ ҡыҙ спортты үҙ итә: самбо түңәрәгендә шөғөлләнә, әсәһе Асҡарға гимнастика түңәрәгенә алып йөрөгән, физкультура буйынса Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала районда призер булған. Кинйәкәү Илнарға 10 ай ғына — бөтә ғаиләне үҙенә ҡаратып торған һөймәлекле генә малай.
2021 йылда Айһылыу Һаҙый ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Бар яҡтан өлгөлө, эшһөйәр ғаилә балаларына яҡшы тәрбиә биреү, уларҙы уҡытыу өсөн бар тырышлығын һала.
— Беҙҙең ғаилә мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа ҡоролған, шуның өсөн ауырлыҡ-тар ҡурҡытмай, уларҙы бергәләп еңәбеҙ, — тиҙәр Ғөбәйҙуллиндар. — Тормошобоҙҙоң йәме, иң ҙур байлығыбыҙ булған балаларыбыҙ һау, бәхетле булһын тип теләйбеҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.