Һәр әсә балаларының бәхетле булыуын теләй, уларҙы арҡалы-яҡлаулы итеп үҫтергеһе килә. Регина ла шулай. Тормош һикәлтәләрен үткән көслө рухлы, сабыр ҡатын ул-ҡыҙҙарын һөйөү менән солғап, хәстәрлек менән сорнап алған. Алты бала. Алты төрлө характер. Һәр береһенең шөғөл-мауығыуҙары ла төрлө, яратҡан ризыҡтары, уйынсыҡтары ла тигәндәй. Әммә йәш әсә һәр береһен тигеҙ ярата. Иң өлкәне Данил алтынсы, Гүзәлиә дүртенсе, Денир икенсе класта белем ала, улар өсөһө лә 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡый. Айгизә менән Эмилия балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәсе Илмирға 8 ай.
...Тәпән ҡыҙы Регина менән Һәйетҡол ауылы егете Илдар ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар иткәндә, икеһенең дә ғаилә тормошонда тәжрибәһе була. Тәүге иренең хәмерҙе артыҡ күреүенә оҙаҡ түҙгән Регина дүрт балаһы менән айырыла. Илдарҙың да улы бар. Шулай ҙа, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған йәштәр ата-әсәләре фатихаһын алып, район үҙәгендә йәшәй башлай. Камаловтарҙың бәхетен ишәйтеп, ҡыҙҙары тыуа, ипотека ярҙамында фатирлы булалар, бергәләп киләсәккә матур ниәттәр ҡоралар. Ҙур ғаилә башлығы иркен йорт һалып сығырға, унда һәр нәмәне үҙ ҡулдары менән төҙөргә хыяллана. Вахта ысулы менән эшләгән Илдар Рәшит улы махсус хәрби операцияға барғым килә тип ҡатынына аңғарта. Регина ҡәтғи ҡаршы булыуын әйткәс, башҡаса өндәшмәй. Тик күңелендә уйынан төңөлмәгән була, белдертмәй генә медосмотр үтә. Уҙған йылдың сентябрь айында ул йәнәһе эшкә тип сығып китә. Ике көндән хәрби контрактҡа ҡул ҡуйып, МХО-ға юлланыуын әйтә. Хатта тыуасаҡ сабыйы тураһындағы ҡыуаныслы яңылыҡ та туҡтатмаған уны.
Илдар Камалов Курск йүнәлешендә хеҙмәт итә, ҙур йөк машинаһында боеприпастар, аҙыҡ-түлек ташый. Ә төндәрен өс яугир алмашлап, блиндаж һаҡлай. Ире китеп ике ай үтеүгә, ҡәҙерле кешеһен өҙөлөп һағынған Регина уның янына, сик буйына юллана. Хәүефле юлда имен-аман йөрөп ҡайта, һөйгәне менән бер нисә сәғәтлек осрашыу өсөн меңәр саҡрым араны үтеүенә үкенмәй.
— Был беҙҙең һуңғы осрашыу булыр тип башыма ла килмәне. Илдар ныҡ арыған ине, һағыныуын әйтте. Беҙ ҡайтып киткәс тә, шул ауылға дрондар һөжүм иткән, — тип һөйләй Регина.
Декабрь айында Илдарҙы Рыльск ҡалаһы янына ебәрәләр, март айына тиклем ул көн дә шылтыратып тора. Бәпестәре март уртаһында тыуырға тейеш булғас, ҡайтыу өсөн алдан отпуск хәстәрләй. Командирҙары ике аҙна ял бирә. Регина был хаҡта белеп, күңелләнеп йөрөй, бала табыу йортонан сығыу өсөн бөтәһенә лә бер иш кейемдәр хәстәрләй, сабыйына ла әҙерләп ҡуя.
— 9 март ул ғәҙәттәгесә: «Мин бөгөн һуңғы рейсҡа сыҡтым, барып килгәс тә һиңә шылтыратам», тип яҙҙы ла ҡабат бәйләнешкә сыҡманы, — ти Регина Иршат ҡыҙы. — Шунда уҡ күңелем һиҙгән һымаҡ, командирға ла, замполитҡа ла шылтыраттым. Тик улар бер ни әйтмәнеләр.
Бер нисә көндән ғаиләһен күрмәксе булып ашҡынып йөрөгән мәле ғүмеренең һуңғы минуттары булыуын аңламай ҙа ҡалғандыр «Башай» ҡушаматлы яугир. Боеприпас, 200 литр яғыулыҡ тейәгән фура дрон һөжүменән гөлт итеп ҡабына. Дүрт кешенең өсәүһе ныҡ яралана, тәндәре бешә. Водитель булған Илдар ут эсенән сыға алмай.
— Минең менән бер-бер хәл булһа, Регинаға ипләп аңлатығыҙ. Тәүҙә сабыйҙы имен-аман тапһын, шунан хәбәр итерһегеҙ, тип командирҙарына әйтеп ҡуйған булған Илдар. 16 март малайым тыуҙы. Уға исемде үҙенең бергә хеҙмәт иткән дуҫы хөрмәтенә һайлап ҡуйғайны. Уның аманатын тотоп, Илмир тип ҡуштым, — ти әсә.
Апрелдә уға иренең һәләк булыуын хәбәр итәләр, бергә булған иптәштәре шылтыратып хәлдең нисек булғанын һөйләйҙәр. Документтар йыйыу, ДНК тапшырыу менән көн артынан көн үтә. Хатта почта аша анализдары барып етмәгәс, атаһы һәм ағаһы менән Ростовҡа үҙе барып ҡайта Регина. Июнь айында яугирҙе тыуған ауылына ерләйҙәр. Уға 34 йәш була. Ҡулы бар нәмәгә оҫта, ғаиләһен, туғандарын яратҡан, ата-әсәһенең ныҡлы терәге булған ҡыйыу ир-егеттең ғүмере өҙөлөүе аяныслы. Ефрейтор И. Камалов «Нацизмды еңеүгә өлөшө өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ә үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була.
Атаһына шул тиклем оҡшаған, яратҡан кешеһенең дауамы булған бәләкәскә күңелен баҫа Регина. Ярай уныһы, әсәһенең хәлен аңлағандай бик тыныс була, мыжымай, төнөн бер ҙә уянмай йоҡлай. Иңенә төшкән ҡайғынан ни эшләргә белмәй йәш әсә. Ҡулына эш, тамағына аш бармай, ныҡ ябыға. Әсәләренең гел илауын күреп, балалары ла кәйефһеҙ йөрөй. Шул саҡта Регина һынмаҫҡа, яман уйҙарға бирелмәҫкә, балалары хаҡына көслө булырға кәрәк тип үҙен ҡулға ала. «Мин алты балаға әсәй ҙә, атай ҙа булырға тейеш. Уларҙы матур итеп тәрбиәләргә, уҡытырға, кеше итергә кәрәк», тигән маҡсат ҡуя үҙенә.
Яугир иптәше тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә лә көс һала Регина. Тыуған көнөнә ҡарата район үҙәгендә ҙур баннер эшләтеп ҡуйҙы, көҙ махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған Илдар Камалов иҫтәлегенә бағышлап уҡтан атыу буйынса район ярышы уҙҙы. Киләһе ярты йыллыҡҡа район гәзиттәренә подписка эшләп, ололарға бүләк итте. Үҙе кеүек үк ҡайғы кисергән яугир ҡатындары менән аралашып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр.