+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Район эске эштәр бүлегенең 2023 йылдағы эшмәкәрлеге

Район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, енәйәти эҙләү бүлеге начальнигы Ғ. Р. Нияҙғоловтың район Советы ултырышындағы докладынан

2023 йылда бүлек хеҙмәткәрҙәре ағымдағы эштәре менән бер рәттән «Ебәк юл» халыҡ-ара раллиһының икенсе этабын үткәргәндә һәм Берҙәм тауыш биреү көнөндә, шулай уҡ күп халыҡ ҡатнашлығында ойошторолған һабантуй, спорт-масса сараларында йәмәғәт тәртибен һәм йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлауға йәлеп ителде.
Үткән йылда хәл-ваҡиғалар тураһында теркәлгән ғаризалар, хәбәрҙәр 4 процентҡа кәмене, алынған мәғлүмәттәр буйынса 297 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифатын күтәреү буйынса саралар күрелде. Йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт хеҙмәттәрен электрон рәүештә алған граждандар өлөшө дөйөм һандан 76,84 процент тәшкил итте.  
Уҙған йылда районда енәйәттәр һаны кәмене. Атап әйткәндә, милек урлау 31,6, шул иҫәптән мал урлау 63,6, кеҫә телефондары урлау 9,5 процентҡа аҙыраҡ.
Йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр 4,2 процентҡа әҙерәк теркәлде. 
Элек енәйәт ҡылған граждандар тарафынан яһалған енәйәттәр 6,5 процентҡа, шул иҫәптән иҫерек килеш ҡылынған енәйәттәр һаны 9,6  процентҡа кәмене.
Яза биреүҙең ҡотолғоһоҙ булыуы принцибын тәьмин итеүгә күрелгән саралар 299 енәйәт эшен асырға булышлыҡ итте, шуларҙың 34-е ауыр һәм айырыуса ауыр категорияға ҡарай.
Мәҫәлән, законһыҙ рәүештә йортҡа баҫып инеп, юлбаҫарҙарса һөжүм итеү енәйәте асылды. Был хәл Асҡар ауылында булды, билдәһеҙ өс кеше йортҡа баҫып инеп, ҡорал менән ҡурҡытып ир менән ҡатындан бер миллион һумдан ашыу аҡса таптыралар.
Террористик һәм экстремистик күренештәргә ҡаршы көрәш бөгөнгә көнүҙәк булып ҡала. Экстремистик ойошмалар өсөн төп бәйләнеш сараһы булған Интернет селтәрен даими күҙәтеү аҫтында тотабыҙ.
Уҙған йылдың 11 декабрендә Бәйләнештә социаль селтәрендәге «Подслушано Аскарово и Абзелиловский район» төркөмөндә экстремистик характерҙа видеоматериал баҫтырған граждан Н.-ға ҡарата теркәлгән эш прокуратураға тикшереүгә ебәрелгәйне.  Был граждан Әбйәлил халыҡ суды тарафынан РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 20.3.1 статьяһына (күрә алмаусанлыҡ йәки дошманлыҡ тыуҙырыу кешелек сифатын кәмһетеүгә тиң) ярашлы ғәйепле тип табылды һәм уға 12 мең һум күләмендә штраф һалынды.
15 декабрҙә иһә «Youtube» сайтында Рәсәй Юстиция министрлығының экстремистик материалдарҙың федераль исемлегенә индерелгән видеоматериал булыуы асыҡланды.
Саралар күреү өсөн материал Роскомнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығына тикшереүгә ебәрелде. 
Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауҙың дәүләт системаһында бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙарҙы һәм балаларҙың ҡараусыһыҙ ҡалыуын иҫкәртеүгә, шулай уҡ балаларға ҡарата көс ҡулланыуҙы булдырмауға айырым иғтибар бирелә. Йыл һайын 15 бәлиғ булмаған бала иҫәпкә ҡуйыла, йыл аҙағына иҫәптә 24 бала һәм 57 ата-әсә тора ине.
Уҙған осорҙа бәлиғ булмағандар тарафынан ҡылынған енәйәттәр 8 осраҡҡа артты, шуларҙың икәүһе айырыуса ауыр енәйәт. Өҫтәүенә, бер енәйәт иҫерек килеш яһалған. Бәлиғ булмаған ике үҫмер икенсе тапҡыр енәйәткә барған.
Бәлиғ булмағандарға ҡарата ҡылынған енәйәттәр һаны кәмеүе күҙәтелә. Бәлиғ булмағандарға араҡы һатыу осрағы асыҡланған, уларҙы енәйәт ҡылыуға йәлеп итеү буйынса 21 енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ғаилә-көнкүреш өлкәһендә хоҡуҡ боҙғандар менән профилактик эш үткәрелде. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса профилактик иҫәптә 396 кеше тора, норматив-хоҡуҡи акттарға ярашлы улар менән шәхсән профилактик эш алып барылды. 
Былтыр административ комиссия БР административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 13.8 статьяһы (ғаилә-көнкүреш ғауғаһы) буйынса 98 эште ҡараны. Уның һөҙөмтәләре буйынса 725 кешегә 32 200 һумға штраф һалынды, шуның 10300 һумы түләтелде, 13 кешегә иҫкәртеү яһалды, 13 кеше телдән иҫкәртелде. 70 кеше административ хоҡуҡ боҙоу мәлендә иҫерек булған.
2023 йыл йомғаҡтары буйынса район биләмәһендә мәғлүмәти-телекоммуникацион  технологиялар өлкәһендә 39 мутлыҡ осрағы теркәлде. Дөйөм зыян 11 миллион һум тәшкил итте.
Ҡағиҙә булараҡ, бындай енәйәттәрҙе асыҡлауы еңел түгел. Былтыр судҡа ике енәйәт эше ебәрелде, 36-һы туҡтатылды, енәйәттәрҙе асыу был өлкәлә ни бары 5,3 процент тәшкил итә. Ғәҙәттә мутлашыусылар тоҙағына инвестициялар ярҙамында табыш алырға теләгәндәр эләгә.
Мәҫәлән, уҙған йылдың июлендә эске эштәр бүлегенә 72 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул 400 мең һум аҡсаһын инвестицияларға теләгән һәм һөҙөмтәлә үҙенең 400 мең һум аҡсаһы менән бергә туғанынан бурысҡа алып торған аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡан, мутлашыусылар уның 742 мең аҡсаһына «айыу майы һөрткән». Мутлашыусылар ҡатынды ышандырыр өсөн башта уның иҫәбенә 2489 һум 99 тин аҡса ла күсергән. Шулай уҡ 61 йәшлек ир ике миллион һумға яҡын аҡсаһын мутлашыусыларға биргән. 
«Туғаның аварияға эләкте» йәки «юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле» тип алдап, кешенән «аҡса һурыу» осраҡтары ҡабаттан йышайҙы. Күптән билдәле ысул булһа ла, тоҙаҡҡа эләгеүселәр кәмемәй. Бындай мутлашыуҙар оло кешеләргә иҫәпләнгән, сөнки  ғәҙәттә ололар ҡулланған стационар телефондарға шылтыратып уларҙы алдайҙар. Йәнәһе лә енәйәти яуаплылыҡтан йәки ҡылынған авария өсөн яуаплылыҡтан ҡотолоу, зыян күргәндәргә компенсация түләү өсөн билдәле бер суммала аҡса кәрәклеген әйтәләр. Аҡсаны курьерға тапшырыуҙы йәки банк аша күсереүҙе һорайҙар. Кешене ышандырыр өсөн был һөйләшеүгә артабан хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре «ҡушылып», ҡотолоу өсөн  компенсация мотлаҡ икәнен раҫлап ҡуя.
Мәҫәлән, быйыл 9 ғинуарҙа район эске эштәр бүлегенә район ауылдарының береһенән  74 йәшлек пенсионер мөрәжәғәт итте. Ҡатынға үҙен хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре тип таныштырған кеше шылтыратып, ейәнсәренең аварияға осрауын еткерә. Уның менән һөйләшкәндә илау тауышын ишеткән ҡатын уға, бер һүҙһеҙ, ышана ла. Артабан билдәһеҙ ир эште туҡтатыу тураһында ғариза яҙырға тәҡдим итә һәм бының өсөн булған аҡсаһын курьер аша ебәрергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын уның кәңәштәрен үтәп, билдәһеҙ машинала килгән аферистҡа 80 мең һум аҡсаһын биреп ебәрә.
Асҡар ауылынан да оло ҡатын ошондай хәлгә тарый. Ҡыҙы юл транспорт-ваҡиғаһына эләккән тип хәбәр итеүсегә ул 300 мең һум аҡсаһын тоттороп сығара.
Алкоголь һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш тә мөһим мәсьәлә. Уҙған йылда РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 14.17.1 статьяһы буйынса алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатҡан өсөн 18 протокол төҙөлдө.
Үткән йылда юл-транспорт ваҡиғаларында 11 кеше һәләк булды, 66 кеше яраланды. Был осорҙа юл хәрәкәте өлкәһендә 5928 енәйәт теркәлде, шул иҫәптән балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәләре талаптарын боҙған өсөн 260 протокол төҙөлдө, транспорт сараһына эскән килеш идара иткән өсөн 349 водитель тотолдо, шуларҙың 64-е ҡабаттан эскән килеш руль артына ултырған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында авариялар һаны 33,3 процентҡа артты. Бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙары айырыуса борсолоу тыуҙыра. Мәҫәлән, уҙған йылда транспорт сараларына эскән килеш идара иткән 10, идара итеүгә таныҡлығы булмаған 57 үҫмергә протокол төҙөлдө. Бынан тыш, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған 16 йәшкә тиклемге 42 үҫмергә ҡарата административ материал ҡарар ҡабул итеү өсөн бәлиғ булмағандар эше буйынса район комиссияһына ебәрелде.
Малдарҙы көтөүҙе ойоштороу мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкен ҡала килә. Ғәҙәттә көтөүһеҙ йөрөгән малдар юғала. Малдарҙы көтөүҙе тейешенсә ойоштормаған өсөн административ комиссия 258 эште ҡараны, уның һөҙөмтәһе буйынса бер юридик берәмеккә, бер вазифауи кешегә һәм 182 кешегә 295500 һум суммала штраф һалынды. 

Читайте нас: