+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
6 Июнь , 07:30

Республикала пробация үҙәге асыла

Көҙгөһөн,  Башҡортостанда төрмәнән азат ителгән кешеләрҙе социаль яраҡлаштырыу һәм ресоциализациялау өсөн республика пробация үҙәге асыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республикала пробация үҙәге асыла
Республикала пробация үҙәге асыла

Май аҙағында федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы 9-сы Өфө холоҡ төҙәтеү колонияһы майҙансығында төбәктең енәйәт-башҡарыу системаһының производство базаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәргән.  Фекер алышыу темаларының береһе-холоҡ төҙәтеү учреждениеларында пробация тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу булған.

       Закондың асылы шунда.

       Кеше абына, законды боҙа, төрмәгә эләгә. Һәм язаһын алғандан һуң, йыш ҡына йәшәү буйынса урынһыҙ, торлаҡһыҙ, эшһеҙ тороп ҡала. Шундай кешеләргә ярҙам итеү өсөн булдырыла ла инде был үҙәк.

Федераль яза башҡарыу үҙәгенең Башҡортостан буйынса Идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, һуңғы өс йылда йәшәү урыны булмаған 136 кеше төрмәнән азат ителгән.  368 кеше эшкә урынлашыуға һәм социаль яраҡлашыуға мохтаж һанала. Дөйөм алғанда, енәйәт-башҡарыу инспекцияларында 7 меңгә яҡын эшкә урынлашмаған кеше иҫәптә тора.

Автор:
Читайте нас: