Кеше һәм закон
31 Май 2025, 12:40

Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы А. Аникинаның бойороғона ярашлы, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелә.

Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралғанУрмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған
Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режимды боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған

15 июнгә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарында урмандарға инеү һәм унда транспортта йөрөү сикләнә. Ведомство  республика халҡын һәм ҡунаҡтарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.

       Уларҙы боҙған өсөн граждандар өсөн – 40 меңдән 50 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн – 60 - 90 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн – 600 000 - 1 000 000 һумға тиклем административ штраф янай.

      Урман янғыны йәки урманға яҡын ерҙә янғындар осрағында БР урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки берҙәм урман һағы номеры 8 (800) 100-94-00 буйынса шылтыратырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас