Кеше һәм закон
31 Май 2025, 11:32

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелә

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, республиканың урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көн һайын юғары әҙерлек режимында эшләй һәм урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә сараларҙы күрә.

Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтеләУрмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелә
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге саралары көсәйтелә

— Бөгөнгө көнгә урман хеҙмәткәрҙәре 8500-ҙән ашыу патруль үткәргән. 4500 километрҙан ашыу минераллаштырылған һыҙаттар булдырылған һәм яңыртылған, янғынға ҡаршы тематикаға 111 аншлаг ҡуйылған, — тип аңлатты министр.

       15 июнгә тиклем Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарында урмандарға инеү һәм унда транспортта йөрөү сикләнә. Был туристарға һәм һунарсыларға ҡағыла, әммә юридик шәхестәргә һәм урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу йәки һатып алыу-һатыу килешеүе буйынса урмандарҙы  һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыусыларға ҡағылмай. Ведомство етәксеһе республика халҡын һәм ҡунаҡтарын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙылар.

       Уларҙы боҙған өсөн граждандар өсөн - 30 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн - 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәр өсөн - 400 мең һумға тиклем административ штраф янай. Ҡайһы бер ғәмәлдәр енәйәт яуаплылығына килтерә.

      Урман янғыны йәки урманға яҡын ерҙә янғындар осрағында БР урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки берҙәм урман һағы номеры 8 (800) 100-94-00 буйынса шылтыратығыҙ.

Автор:
Читайте нас