Кеше һәм закон
7 Июнь 2025, 18:21

Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо

Әбйәлил районында БР дәүләт техник күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты инспекторҙары үҙйөрөшлө техника буйынса иҫкәртеү рейдтарын дауам итә.

Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдоТикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо
Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо

Бөгөн шәхси ҡулдарҙа булған ошондай техника тикшерелде.

- Тикшереү өсөн Әбйәлил эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән Йылайыр һәм Ейәнсура райондарының сектор мөдирҙәре ингән ике эшсе төркөм ойошторолдо. Ташбулат ауыл Советы биләмәһендә  15 берәмек үҙйөрөшлө техника тикшерелде. Бынан тыш, юлһыҙ ерҙән йөрөй алған техниканы

прокатҡа биргән эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үткәрелде. Үҙйөрөшлө техниканы иҫәпкә ҡуйыу өсөн төп талаптар, шулай уҡ уларҙы боҙған өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡаралыуы күрһәтелгән  иҫкәрмәләр таратылды, - тип һөйләне был хаҡта Әбйәлил районы  Техник күҙәтеү инспекторы Марат Рысҡужин.

Рейд барышында БР Урман хужалығы министрлығы белгесе янғынға ҡаршы махсус режим индереү сәбәпле район биләмәһендәге ҡайһы бер урман участкаларына инеүҙе сикләү буйынса министрлыҡ бойороғо тураһында аңлатып киткән.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сикләүҙе боҙған өсөн штраф  физик шәхестәр өсөн 40 мең һумдан башлана,  юридик шәхестәр өсөн 1 миллион һумға тиклем  һалынырға мөмкин.

Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо
Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо
Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо
Тикшереү өсөн ике эшсе төркөм ойошторолдо
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас