Кеше һәм закон
5 Июня , 11:59

БПЛА тураһында мәғлүмәт баҫтырған өсөн ҡаты яуаплылыҡ көтә

Башҡортостанда йәнә 2025 йылдың сентябренән ғәмәлдә булған төбәк Башлығы указына иғтибар иттеләр, ул пилотһыҙ осоу аппараттарына бәйле мәғлүмәтте таратыуҙы сикләй.

БПЛА тураһында мәғлүмәт баҫтырған өсөн ҡаты яуаплылыҡ көтәБПЛА тураһында мәғлүмәт баҫтырған өсөн ҡаты яуаплылыҡ көтә
БПЛА тураһында мәғлүмәт баҫтырған өсөн ҡаты яуаплылыҡ көтә

Документ дрондың төрөн, уның осоу урынын, төшөү нөктәһен, осоу траекторияһын, шулай уҡ һөжүм объекттарын, уларҙан килтерелгән зыян факттарын һәм характерын билдәләргә мөмкинлек биргән мәғлүмәттәрҙе баҫтырыуҙы тыя.

 

Бынан тыш, БПЛА — ға ҡаршы тороу сараларының, һауанан оборона системаларының һәм радиоэлектрон көрәш системаларының эше тураһында мәғлүмәттәр баҫыу тыйыла.

Ҡағиҙә боҙған өсөн административ штрафтар ҡаралған:

 граждандар өсөн — 3-5 мең һум,

вазифалы кешеләр өсөн — 10-30 мең,

 юридик шәхестәр өсөн — 100-500 мең һум.

Автор:
Читайте нас