

Йылдың тәүге яртыһында уҡ урындағы үҙидара органдары 4 меңдән ашыу тикшереү һәм иҫкәртеү сараһы үткәреп, 2 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоуҙы асыҡлаған. Был эштең иҡтисади һөҙөмтәһе иғтибарға лайыҡ: бюджетҡа 135 миллион һумға яҡын аҡса ингән.
Росреестрҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец билдәләүенсә, төп маҡсат – кемделер язалау түгел, ә ерҙең тәғәйенләнеше буйынса дөрөҫ файҙаланылыуын тәьмин итеү. Күп осраҡта ер участкаларын үҙ белдеге менән биләү, уларҙы маҡсатына ярашлы ҡулланмау йәки буш ятҡырыу кеүек етешһеҙлектәр осрай. Мәҫәлән, торлаҡ төҙөргә тип алынған ерҙең оҙаҡ ваҡыт файҙаланылмай ятыуы – киң таралған күренеш.
Был эшмәкәрлек урындағы бюджеттарҙы тулыландырыуҙа ла ҙур роль уйнай. Ерҙе ҡуртымға биреү, һалымдар һәм участкаларҙы һатыуҙан килгән килемдәр район-ҡалаларҙың үҫешенә йүнәлтелә.
Әлегә ер контроле буйынса Өфө, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары, шулай уҡ Иглин, Ҡалтасы, Учалы, Яңауыл, Ишембай һәм Благовещен райондары алдынғылыҡты бирмәй. Был төбәктәрҙә ерҙе файҙаланыу мәсьәләләренә айырыуса етди ҡарайҙар.